Иҡтисад
20 Ғинуар 2022, 14:45

“Башнефть” менән хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итә

Башҡортостан менән “Башнефть” араһындағы хеҙмәттәшлек буйынса даими комиссияның ултырышы үтте. 

“Башнефть” менән хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итә“Башнефть” менән хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итә
“Башнефть” менән хеҙмәттәшлек уңышлы дауам итә

Бөгөн, 20 ғинуарҙа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “Башнефть” компанияһының генераль директоры Хәсән Татриев видеокәңәшмә алымында төбәктең һәм нефть компанияһының үҙ-ара эш итеүе буйынса даими эшләүсе комиссияның сираттағы ултырышын үткәрҙе. Сарала ҡатнашыусылар “Башнефть” компанияһының 2021 йылдың туғыҙ айындағы етештереү һәм инвестиция эшмәкәрлеге йомғаҡтарын, берлектәге эш һөҙөмтәләрен тикшерҙе, шулай уҡ киләсәккә пландар билдәләне.

2022 йылда республика Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләй, тип билдәләне Радий Хәбиров.

- Был – бөтә ил өсөн бик мөһим дата. Шуға күрә беҙ уны киң билдәләргә тейешбеҙ. Тейешле указға ҡул ҡуйҙым. Саралар программаһы, ойоштороу комитеты төҙөлгән. Эшләрбеҙ, - тине Радий Хәбиров. - Тәү сиратта, әлбиттә, беҙҙең бурысыбыҙ – башҡорт нефтенең тыуған яғына – Ишембай еренә рәхмәт белдереү. Бында яҡшы проекттарҙы ғәмәлгә ашырырға, социаль инфраструктураны яҡшыртырға, элекке проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә кәрәк.

Төбәк Башлығы “Башнефть” компанияһына тармаҡты үҫтереү буйынса уңышлы хеҙмәттәшлек, килеп тыуған мәсьәләләрҙе тиҙ арала хәл итеү һәм әүҙем инвестиция сәйәсәте өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Ябай булмаған шарттарҙа республика сәнәғәте үҙенең тотороҡлолоғон күрһәтте. 2021 йыл йомғаҡтары буйынса алты проценттан ашыуыраҡ үҫеш бар. Нефть сығарыу ике процентҡа тиерлек артты, нефть эшкәртеү тулыһынса тергеҙелде. Инвестициялар буйынса ла етди үҫешәбеҙ - 4,5 процентҡа, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Бөтә был күрһәткестәргә өлгәшеүгә “Башнефть” компанияһы тос өлөш индерә. Һәм беҙ компанияның производство күрһәткестәренең артабан үҫеүенә өмөтләнәбеҙ.

- Беҙ республика Хөкүмәте менән хеҙмәттәшлекте юғары баһалайбыҙ һәм Башҡортостандың комплекслы үҫешенә булышлыҡ иткән стратегик мөһим проекттарҙы ғәмәлгә ашырыуҙы дауам итәбеҙ. 2021 йылда “Башнефть” нефть сығарыуҙың һөҙөмтәлелеген арттырыуҙы, предприятиеларҙың ресурс базаһын нығытыуҙы дауам итте, төп финанс күрһәткестәрен байтаҡҡа яҡшыртыуға өлгәште, - тине Хәсән Татриев. - Даими эшләүсе комиссия беҙҙең эштә айырым роль уйнай. Ошондай эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә беҙ төбәк өсөн әһәмиәтле мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итәбеҙ.

Фото һәм сығанаҡ: glavarb.ru

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас