Иҡтисад
20 Ғинуар 2022, 15:50

Биш йылда – 32 резидент һәм 2,6 миллиард һум инвестиция

Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй.

Биш йылда – 32 резидент һәм 2,6 миллиард һум инвестицияБиш йылда – 32 резидент һәм 2,6 миллиард һум инвестиция
Биш йылда – 32 резидент һәм 2,6 миллиард һум инвестиция

2021 йылдың декабрь аҙағында Күмертау ҡалаһы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алыуға биш йыл тулыуҙы билдәләне. Ошо йылдар эсендә резиденттарҙың федераль реестрында “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең 32 резиденты теркәлгән. Уларҙың табышы 56 миллиард һумға еткән, эш урындары һаны – 1485, инвестициялар күләме 2,6 миллиард һум тәшкил иткән. Әлегә тиклем тик вертолет производствоһы (“Күмертау авиация етештереү предприятиеһы”) ҡаланың төп предприятиеһы булды. Шуға күрә  әлеге күрһәткес Күмертау өсөн бик яҡшы.

Йылына 187 мең тонна етештереү ҡеүәтенә эйә булған һәм смета хаҡы алты миллиард һумға еткән май экстракцияһы заводын төҙөү “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең төп проектын тәшкил итә. Әле инвестиция фазаһы тамамланған, инвестор йөкләмәләрен үтәгән, 392 яңы эш урыны булдырылған, завод планлаштырылған етештереү ҡеүәтенә сыҡҡан һәм Башҡортостандағы иң ҙур экспортлаусыларҙың береһе булып тора. Күмертауҙа етештерелгән май бөгөн Балтик буйы илдәренә, Белоруссияға, Ҡаҙағстанға, Үзбәкстанға, Иранға оҙатыла. 2019 йылда завод үҙе өсөн Ҡытай йүнәлешен дә асҡан. Тәүлегенә бында 1200 тонна көнбағыш майы етештерелә, уға ихтыяж ҙур. Завод етәкселеге әйтеүенсә, Башҡортостан майына ҡыҙыҡһыныу продукцияның сифаты менән аңлатыла. 

“Республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы ярҙамында инвесторҙар менән әүҙем эшләү һөҙөмтәһендә былтыр йәнә биш яңы компания “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденттары иҫәбенә инде, проекттар буйынса инвестицияларҙың дөйөм күләме 2,5 миллиард һум тәшкил итә, 246 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта тағы ике ғариза ҡарала, был проекттарҙы тормошҡа ашырыу моноҡала иҡтисадына өҫтәмә рәүештә 300 миллион һумдан ашыу аҡса йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк”, – тине Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Олег Фролов.

“МПП-Күмертау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте BUDI BASA Рәсәй бренды менән сығарылған йомшаҡ уйынсыҡтар өсөн комплекттар етештерә. Ул – илебеҙҙә йомшаҡ уйынсыҡтар, уларға кейем-һалым һәм аксессуарҙар етештереүсе иң ҙур предприятиеларҙың береһе булған “МПП” компанияһының бүлендек предприятиеһы.

2019 йылда “МПП-Күмертау” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең резиденты булып теркәлде. 2020 йылда предприятие 513,5 квадрат метр майҙанда етештереү өсөн бина һатып алды. Унда капиталь ремонт яһалды, тегеү ҡорамалдары һатып алынды. Пандемия ваҡытында бөтәһе 40 яңы эш урыны барлыҡҡа килһә, әле штатты икеләтә арттырыу ҡарала.

Еңел сәнәғәткә ярҙам буйынса республика программаһына ярашлы, “МПП-Күмертау” Башҡортостан бюджетынан производство ҡорамалдары һатып алыуға сығымдың бер өлөшөн ҡаплауға субсидия алды.

“Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенең тағы бер резиденты – “Баш-Деним” предприятиеһы. Ул балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр өсөн джинс кейем, шулай уҡ төрлө махсус кейем тегә.

2020 йылда предприятие Күмертауҙағы етештереү бинаһын ҡуртымға алған, кәрәкле ҡорамалдар һатып алған һәм тегеү цехын асҡан. Ә 2019 йылдың сентябрендә проектҡа “Сәнәғәт сәғәте”ндә ярҙам күрһәтергә ҡарар ителгән.

Продукцияға федераль сауҙа селтәрҙәре гипермаркеттарында ихтыяж ҙур. Предприятиела әле 30 кеше эшләй. Йылына 60 мең берәмек балалар һәм үҫмерҙәр кейеме сығарыу планлаштырыла.

“Беҙҙә башлыса йәштәр эшләй, тегә белмәгән ҡыҙҙар ҙа килә, беҙ уларҙы уҡытабыҙ, коллектив татыу, үҫеш өсөн мөмкинлек бар", – тине предприятие тегенсеһе Наталья Бочкарева.

“Ойлтиммаш" предприятиеһы 2017 йылда ойошторолған. Ул –“Ойлтим” компанияһы подразделениеһы. Завод асылған осорҙа унда 90-ға яҡын кеше эшләгән. Дүрт йылда хеҙмәткәрҙәр һаны өс тапҡырҙан ашыуға артҡан. Әле предприятиела 300-гә яҡын кеше эшләй. Бында нефть сығарыу өлкәһендә инновациялы продукттар, скважиналарҙы тикшереү һәм үҙләштереү буйынса күсмә комплекстар уйлап табыу, етештереү һәм ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнәләр. Инвестициялар күләме 269 миллион һум тәшкил итә.

“Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә “Рацион” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте балалар аҙығы һәм юғары әҙерлек дәрәжәһендәге ярымфабрикаттар етештереү менән шөғөлләнә.

“Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденты булғас та, мөлкәткә һалымдан бушатыу, табышҡа һалым һәм страховка иғәнәләре буйынса ставкаларҙы кәметеү йәһәтенән ташлама алдыҡ. Бер генә фактты миҫалға килтерәйем: эшмәкәрлегебеҙҙе башлағанда бер мәктәп менән генә эшләй инек, бөгөн 70-кә яҡын мәғариф учреждениеһын хеҙмәтләндерәбеҙ”, – тине предприятиеның генераль директоры Рим Ялсығолов.

Күмертауҙағы “Балыҡ питомнигы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2004 йылдан эшләй. Компания заманса технологиялар ҡулланып, сөсө һыуҙа балыҡ үрсетә.

Предприятие директоры урынбаҫары Рөстәм Вәлиев белдереүенсә, хужалыҡ “Күмертау” йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары иҫәбенә инә. 2020 йылдан ул 6,7 миллион һумлыҡ инвестиция проектын тормошҡа ашыра. Проект 12 эш урыны булдырыу һәм продукция күләмен арттырыу мөмкинлеген биргән.

Былтыр балыҡ хужалығы өс тонна бағыр ыуылдырығы, ете тонна ыҫланған бағыр, өс тоннанан ашыу аҙ тоҙло бағыр етештергән, шулай уҡ 124 тонна тере һәм һыуытылған балыҡ һатҡан.

Былтыр Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығында Башҡортостандағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең 31 резиденты теркәлгән. Был 2020 йылғы күрһәткестән 29 процентҡа күберәк, тип билдәләне республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

“Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән резиденттар һаны буйынса республика федераль кимәлдә билдәләнгән планды 24 процентҡа арттырып үтәне. Әле йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә 99 резидент-предприятие эшләй. Был Башҡортостанда инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырылыуы тураһында һөйләй. 2021 йыл аҙағына ошондай биләмәләрҙең резиденттары республика иҡтисадына 5,4 миллиард һум инвестиция йүнәлткән һәм 3,6 мең эш урыны булдырған”, – тине Рөстәм Моратов.

Әле республика йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһенә йәлеп ителгән инвесторҙар һаны буйынса Рәсәй төбәктәре араһында икенсе урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта 11 компанияның “резидентлыҡҡа” ғаризаһы ҡарала. Улар 2022 йыл башында Башҡортостандың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттары булып теркәләсәк.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрен үҫтереүҙең мөһим мәсьәләһе – резидент-предприятиеларҙы кадрҙар менән тәьмин итеү. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, уның ҡарары күп йәһәттән компаниялар тәҡдим иткән хеҙмәт шарттарына, айырыуса эш хаҡы кимәленә бәйле буласаҡ.

“Бындай биләмәләрҙе артабан үҫтереүҙең төп факторҙарының береһе – предприятие хеҙмәткәрҙәренә социаль ярҙам. Республикалағы производстволарҙа лайыҡлы хеҙмәт шарттары булдырыу программаһы әҙерләнә башланы ла инде”, – тине Радий Хәбиров быйыл 11 ғинуарҙа Благовещенда уҙған күсмә “Сәнәғәт сәғәте” ултырышында.

Быйыл инвестицияларҙың дөйөм күләме 52 миллиард һумдан ашыу тәшкил иткән һәм һигеҙ мең эш урыны булдырыу ҡаралған инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән эште дауам итеү планлаштырыла. Әле республиканың йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә инвесторҙар өсөн өҫтөнлөклө шарттар булдырылған, дүрт индустриаль парк эшләй һәм инвестиция майҙансыҡтары әҙерләнгән.

Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй: Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет. Уларҙың резиденттары түбән һалым ставкаларынан, страховка иғәнәләре тарифтарынан, шулай уҡ башҡа федераль һәм төбәк ташламаларынан файҙалана ала.

Фото: bashinform.ru/news/economy

Сығанаҡ: bashinform.ru/news/economy

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас