Иҡтисад
20 Ғинуар 2022, 17:30

“Инвестиция сәғәте” мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә

Әбйәлил районында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөләсәк...

“Инвестиция сәғәте” мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә“Инвестиция сәғәте” мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә
“Инвестиция сәғәте” мөһим мәсьәләләрҙе хәл итә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  “Инвестиция сәғәте”  форматында  кәңәшмә үткәрҙе. Унда социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.

Әбйәлил районында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү проекты тураһында “Магнитогорск металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эштәр һәм социаль үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Коваленко һөйләне.  Уның әйтеүенсә, һүҙ  бында “Урал таңдары” балалар белем биреү үҙәге базаһында  төбәк спорт әҙерлеге үҙәге төҙөү тураһында бара. Инвесторҙар майҙан һайлаған һәм ер участкаһын ҡуртымға алған. Хаҡы 640 миллион һумлыҡ объект буйынса проект документацияһы дәүләт экспертизаһы үтә.

Физкультура-һауыҡтырыу комплексында балалар һәм үҫмерҙәр  мини-футбол, волейбол, баскетбол, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөллөнә ала. Заманса майҙансыҡтар төбәк-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Объектты 2023 йылдың көҙөнә асыуҙы планлаштыралар.  Үҙәкте эшкә ҡушыу өсөн һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү инженер селтәрҙәрен яңыртыу талап ителә.

 Республика етәксеһе спорт объектын төҙөү башланғысын хупланы. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә яңы комплексты  ресурстар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса инвесторҙар ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә, шулай уҡ физкультура һәм спорт күнекмәләренә  урындағы халыҡты  киңерәк йәлеп итергә ҡушты.

“Глобал Фуд-2” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт идарасыһы Тимофей Бадиков Салауат ҡалаһында дөйөм майҙаны 400 квадрат метр тәшкил иткән  KFC рестораны төҙөлөшө буйынса пландары менән таныштырҙы. Инвестор республика етештереүселәре менән кухняға аҙыҡ-түлек һатып алыу буйынса һөйләшеүҙәр алып бара. Проектҡа 105 миллион һум күләмендә аҡса һалынасаҡ, 50 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ресторанды  Салауат ҡалаһының 2023 йылда билдәләнәсәк 75 йыллыҡ юбилейына асырға уйлайҙар.

“Альтаир” компанияһының генераль директоры Руслан Аҡсурин Миәкә районында тау саңғыһы курорты менән бергә рекреацион комплекс төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Инвестор проекттың бизнес планын әҙерләгән һәм төҙөлөш өсөн майҙан һайлаған. Тәүге этапта 680 миллион һум аҡса һалыу кәрәк буласаҡ. Утыҙҙан ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде. Башҡортостан Башлығы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына комплекс төҙөлөшө менән бергә һыу ятҡылығы эргәһен төҙөкләндереү  мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.

–Ауыл халҡының ял итеүе өсөн уңайлы йәмәғәт киңлеген булдырыу өсөн эштәрҙе бер үк ваҡытта алып барыу мөһим,– тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас