Иҡтисад
21 Ғинуар 2022, 11:45

4,3 мең проект ҡаралған

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” – бизнес менән муниципалитет вәкилдәре араһында тура диалог булдырырға мөмкинселек бирә.

4,3 мең проект ҡаралған4,3 мең проект ҡаралған
4,3 мең проект ҡаралған

2021 йылда Башҡортостанда “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” форматында, кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡатнашлығында 2,8 мең кәңәшмә уҙғарылған. Уларҙа 4,3 мең проект һәм мәсьәлә ҡаралған. Тәҡдим ителгән инвестициялар күләме 270,5 миллиард һум тәшкил иткән.

“Эшҡыуарлыҡ сәғәте” – бизнес менән муниципалитет вәкилдәре араһында тура диалог  булдырырға мөмкинселек бирә. Аҙна һайын эшҡыуарҙар үҙҙәренең проектын тәҡдим итеп, ҡала-район хакимиәттәре башлыҡтары менән уны тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерәләр. Айырым иғтибар талап иткән бизнес-проекттар БР Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты иғтибарына алына. Бизнес-шерифтар менән эш кәңәшмәләрендә килеп сыҡҡан һорауҙарҙы ҡарайбыҙ”, - ти  Нияз Фазылов.

2021 йылда бизнес-шерифтар ярҙамы менән дөйөм хаҡы 123,9 миллиард һум тәшкил иткән 1,1 мең проект тормошҡа ашырылған, 4,8 меңдән ашыу эш урындары булдырылған.

Мәҫәлән, былтыр Шишмә районының Арслан ауылы биләмәһендә пластик тауарҙар етештереү барлыҡҡа килә. Проект инициаторы "ОНЕСТ" йәмғиәте 50 яңы эш урыны булдыра. Эшҡыуар Венер Йосопов етештереү ҡеүәтен үҫтерергә,  яңы цехтар төҙөргә планлаштыра.

Балтас районы Үҙәк дауаханаһы базаһында Гемодиализ үҙәге пункты эш башлай. Проект етәксеһе Нәзир Хафизов. Бөгөнгө көндә уңышлы эшмәкәрлек алып барған компанияла 10 юғары квалификациялы белгес хеҙмәт итә. Киләсәктә Асҡын, Борай, Тәтешле районы пациенттарын да хеҙмәтләндерергә ниәт итәләр.

Башҡортостандың һәр эшҡыуары “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә үҙ проектын тәҡдим итә ала. Бының өсөн ИнвестРБ порталында заявка тултырыр кәрәк.

 

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас