

Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһында “Алға” айырым иҡтисади зонаһының буш майҙансыҡтары буйынса яңыртылған мәғлүмәттәр менән таныштырҙылар. Бөгөнгө көнгә инвесторҙар өсөн 175 гектар майҙан асыҡ. Мәҫәлән, 1-се майҙансыҡта – 1,02 гектар, 2-се майҙансыҡта – 125,93 гектар, 3-сө майҙансыҡта 48,37 гектар ирекле биләмә иҫәпләнә. 4-се майҙансыҡта буш ер юҡ.
- Бөгөнгә 4-се майҙансыҡ резидентҡа тулыһынса бирелгән. “ДоГа” ФГ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте унда үҙенең производстволарын урынлаштырасаҡ. Инвестор углеводород газдарын еҫле углеводородтарға эшкәртеү ҡулайламалары төҙөргә ниәтләй. Инвестициялар күләме - 2 млрд. һумдан ашыу. Производство 117 эш урыны булдырасаҡ. Әле майҙансыҡта Стәрлетамаҡ районынан алынған Ордер нигеҙендә ер эштәре алып барыла. Шулай уҡ проект дәүләт экология экспертизаһын үтә, - тип аңлатты Башҡортостан Үҫеш корпорацияһының генераль директоры Наил Ғәббәсов. - Махсус иҡтисади зонаның ҡалған биләмәләренә инвесторҙар эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөнгә исемлектә – инвестицияларҙың дөйөм күләме 45,5 миллиард һум тәшкил иткән һәм 1,5 мең эш урыны булдырған 13 компанияның потенциаль резиденттары.
Үҫеш корпорацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, “Алға” айырым иҡтисади зонаһының 1-се майҙансығы – универсаль (еңел сәнәғәт, төҙөлөш материалдары етештереү, альтернатив энергетика, яҡтылыҡ-диодлы продукция етештереү); 2-се майҙансыҡ - универсаль (еңел сәнәғәт, ауыл хужалығы); 3-сө һәм 4-се майҙансыҡтар химия һәм нефть химияһы предприятиеларын урынлаштырыуҙы күҙ уңында тота.
Белешмә өсөн:
2020 йылда Ишембай һәм Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә сәнәғәт-етештереү тибындағы “Алға” айырым иҡтисади зонаһы булдырылды. Инвесторҙар өсөн ҡуртымға яраҡлы дөйөм майҙан – 385,2 гектар. Резиденттар өсөн өҫтөнлөктәр – һалым һәм таможня льготалары, тышҡы инфраструктураны булдырыу, үҫешкән авто һәм тимер юлдар селтәре. Махсус иҡтисади зонаның идара итеүсе компанияһы – Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы. Тулыраҡ мәғлүмәт менән сайтта танышырға мөмкин.
Фото: ufimnivy.ru
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru