

Башҡортостан менән Ҡаҙағстан араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса эш төркөмөнөң тәүге ултырышы үтте. Уны видеоконференция тәртибендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән Ҡаҙағстандың Премьер-министр урынбаҫары – сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов үткәрҙе.
Алға барыр өсөн нигеҙ бар
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яҡтар эшсе төркөм ойоштороу тураһында республика делегацияһының 2021 йылдың сентябрендә Ҡаҙағстанға сәфәре барышында һөйләшеп килешкәйне.
Ултырышты асып, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡаҙағстан Республикаһы менән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар бәйләнештәрҙе нығытыу республика етәкселеге эшмәкәрлегенең мөһим йүнәлештәренең береһе булыуын билдәләне.
– Ҡаҙағстан халҡы – Башҡортостан өсөн туғандаш. Беҙҙең аралағы традицион дуҫлыҡ бәйләнештәре артабан да әүҙем үҫешер, тип ышанам. Алға барыр өсөн бөтә нигеҙҙәр ҙә бар, – тине Радий Хәбиров. – Үткән йылдағы ике яҡлы бәйләнештәрҙә төп йүнәлештәрҙең береһе – Башҡортостан менән Ҡаҙағстандың эшлекле даирәләре вәкилдәренең уңышлы үҙ-ара килешеп эш итеүе булды. Был тауар әйләнешенең артыуында туранан-тура сағылыш тапты. Үҙ-ара сауҙа 2021 йылдың 11 айында эпидемияға тиклемге 2019 йылдың күрһәткесенән артып киткән һәм 365 миллион доллар тәшкил итте.
Төбәк етәксеһе эшсе төркөм кеүек үҙ-ара эш итеү форматының һөҙөмтәлелеген билдәләне.
–Берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа юғары вазифалы кешеләрҙең йәлеп ителеүе юғарыраҡ маҡсаттар ҡуйырға, килеп тыуған мәсьәләләрҙе иң ҡыҫҡа ваҡытта хәл итергә мөмкинлек бирә, – тине Радий Хәбиров. – Яҡын киләсәктә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған ике ҙур берлектәге проектты ғәмәлгә ашыра башланыҡ та инде. Ул Башҡортостанда ағасты тәрән эшкәртеү заводын төҙөү һәм Павлодарҙа “Каустик” базаһында химия кластерын булдырыу.
Ҡаҙағстандың Премьер-министры урынбаҫары – сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов 2021 йылдың көҙөндә Башҡортостан делегацияһы сәфәре барышында өлгәшелгән бөтә килешеүҙәрҙең көсөндә ҡалыуын билдәләне.
– Беҙ артабан да үҙ-ара файҙалы хеҙмәттәшлек юлдарын эҙләйәсәкбеҙ, – тине Бахыт Солтанов. – Был мәсьәләләр менән шәхсән үҙем шөғөлләнәсәкмен, бөтә процестарҙы көйләйәсәкмен. Ошондай эш форматын һаҡларға, делегациялар ебәрергә тәҡдим итәм.
Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2022 – 2024 йылдарҙа республикалар араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһын ғәмәлгә ашырыу хаҡында һөйләне. Уға 70-кә яҡын сара ингән. Төп йүнәлештәре – инвестиция эшмәкәрлеге, сауҙа-иҡтисади өлкә, транспорт һәм туризм, агросәнәғәт комплексы, сәнәғәт, мәғариф һәм мәҙәниәт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш. Юл картаһы проекттары буйынса инвестициялар күләме яҡынса 80 миллиард һум тәшкил итә.
Мәҫәлән, Туймазы бетон ташыу машиналары заводы, “НефАЗ” һәм Ҡаҙағстандың “КАМАЗ-Инжиниринг” предприятиеһы Ҡаҙағстанға автосамосвалдар һәм тағылма техника ташыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Перспективалы йүнәлеш – Күмертау авиация етештереү предприятиеһы Алматының “405-се авиаремонт заводы” менән берлектә сығарырға ниәтләгән комплектлаусы изделиелар һәм узелдар менән тәьмин итеү. Әлегә Ҡаҙағстандың Күмертауҙа етештерелгән Ка-32А11ВС һәм Ка-226 вертолеттарына ихтыяжды билдәләү һәм килешеү әҙерләү бара.
Сауҙа һәм ауыл хужалығы өлкәһендә лә ике яҡ өсөн дә файҙалы мөнәсәбәттәр күҙәтелә. Ҡаҙағстан предприятиелары Өфөнөң “ЕврАзия” агропаркы аша йәшелсә-емеш продукцияһы менән тәьмин итә башланы.
Ҡаҙағстандың эшҡыуарлыҡ вәкилдәре 2022 йылда Башҡортостанда үтәсәк барлыҡ эшлекле сараларға саҡырыу алды, тип билдәләне Рөстәм Моратов.
Сибайҙа завод төҙөлә
Ҡаҙағстандың сауҙа һәм интеграция вице-министры Ҡайрат Торебаев билдәләүенсә, ике дәүләт башлыҡтары уҙғарған төбәк-ара хеҙмәттәшлек форумы киләсәккә билдәләнгән пландарҙы тикшереү өсөн майҙансыҡтарҙың береһе булыуы мөмкин.
– Ҡаҙағстан шулай уҡ экспорт өлөшөн арттырырға әҙер. Беҙ Башҡортостан баҙарына оҙатырлыҡ тауарҙар исемлеген әҙерләнек. Уның күләме 27 миллион доллар тәшкил итә. Был беҙҙең үҙ-ара тауар әйләнешен үҫтерергә ярҙам итәсәк, – тине Ҡайрат Торебаев. – Беҙҙә компанияларҙы тышҡы баҙарға сығыуға дәртләндереүсе акселерация программаһы эшләй. Предприятиеларыбыҙҙы Башҡортостан баҙарында киңерәк күрһәтеү өсөн һеҙҙең платформаларығыҙҙы ла файҙаланырға әҙербеҙ.
Вице-министр Башҡортостан компанияларын Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһендә ойошторолоусы Сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлек үҙәге менән әүҙемерәк файҙаланырға саҡырҙы.
Шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов республикала юнысҡы плитәләр заводын төҙөү проекты менән таныштырҙы, уның менән Ҡаҙағстандың “MEGA SMART” компанияһы ҡыҙыҡһынған. Яңы заводтың етештереү ҡеүәте йылына яҡынса 230 мең кубометр продукция тәшкил итәсәк. Күҙалланған инвестициялар күләме – 100-120 миллион евро. Проектты 2022 – 2027 йылдарҙа тормошҡа ашырыу күҙаллана. Ағасты тәрән эшкәртеү буйынса предприятиела 300-ҙән ашыу эш урыны булдырыласаҡ.
Завод төҙөү өсөн Сибайҙа майҙансыҡ билдәләнгән. Өс көн элек “MEGA SMART” компанияһы вәкилдәре Башҡортостанға производство өсөн биләмәне ҡарап сығырға һәм проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлектәрен тикшерергә килгән.
– Беҙ Сибайҙа булдыҡ, майҙансыҡты ҡарап сыҡтыҡ. Беҙҙең ҡарашҡа, ул бик яҡшы һайланған, эргәлә бөтә кәрәкле инфраструктура бар. Беҙҙә яҡшы тәьҫораттар ҡалды, – тине компания директоры Сергей Хегай. – Башҡортостанда конкуренцияға һәләтле хаҡтар буйынса кәрәкле сеймал базаһы барлығын күрәбеҙ. Был беҙҙең ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙың төп факторҙарының береһе.
Ағасты тәрән эшкәртеү проекты ике яҡ өсөн дә ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм профилле министрлыҡтарға һәм ведомстволарға уны тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтергә ҡушты. Проектты республиканың Үҫеш корпорацияһы оҙатып барасаҡ.
Иң ҙур инвестиция проекттарының береһе – “Павлодар” махсус иҡтисади зона биләмәһендә “Башҡортостан сода компанияһы” менән Ҡаҙағстан “Каустик” акционерҙар йәмғиәтенең берлектәге предприятиеһын төҙөү.
Республикабыҙ алдынғылар рәтендә
“Башҡортостан сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов хәбәр итеүенсә, унда илдең титан-циркон ятҡылыҡтары сеймалын һөҙөмтәле комплекслы эшкәртеүҙе тәьмин итәсәк бер нисә юғары технологиялы производство ойошторорға ниәтләйҙәр. Күҙалланған инвестициялар күләме 1 миллиард доллар самаһы тәшкил иткән проект 1 240 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирәсәк һәм химия, лак-буяу сәнәғәтенең төп өлкәләрендә импортты алмаштырыуҙы тәьмин итәсәк. Атап әйткәндә, проект сиктәрендә БДБ-ла цирконий оксихлоридын етештереү буйынса берҙән-бер производство комплексы барлыҡҡа киләсәк.
Химия кластерын булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙың төп принциптары тураһындағы килешеүгә 2021 йылдың декабрендә Өфөләге Халыҡ-ара бизнес аҙналығы барышында ҡул ҡуйылды.
Документҡа ҡул ҡуйылғандан алып яҡтар проекттың юл картаһын үтәүгә тотондо. Тейешле корпоратив эсендә яраштырыу, активтарҙы бергәләп баһалау буйынса саралар комплексы башланды. “Башҡортостан сода компанияһы” “Ащисай” һәм “Новомихайловка” ятҡылыҡтарында ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу хоҡуғын рәсмиләштереү процедураһын тамамланы.
Техник-иҡтисади нигеҙ 20 йылға инвестиция проектын сеймал менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. Сеймал базаһы сифатында Ҡаҙағстандың дүрт ятҡылығы сығыш яһай ала, уларҙың икәүһенә “Башҡортостан сода компанияһы” хоҡуҡ алды ла инде, тағы ла берәүһе буйынса һөйләшеүҙәр алып барыла, ә дүртенсеһе буйынса юридик статусы билдәләнмәгән. Ошоноң менән бәйле “Башҡортостан сода компанияһы”ның генераль директоры Эдуард Давыдов һәм “Каустик” акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Ермек Токмагамбетов, яҡын арала Нур-Солтанда химия кластерының сеймал базаһы буйынса Ҡаҙағстан Хөкүмәте вәкилдәре ҡатнашлығында эш кәңәшмәһе уҙғарырға тәҡдим итте.
Бынан тыш, 2022 йылда “Башҡортостан сода компанияһы” Ҡаҙағстан ҡулланыусыларына яҡынса 87 миллион долларға 320 мең тонна продукция оҙатырға ниәтләй. Экспорттың иң ҙур өлөшөн кальцийлы сода һәм натрий карбонаты тәшкил итәсәк.
Башҡортостандың сауҙа нөктәләре кәштәләрендә, шул иҫәптән 2021 йылдың декабрендә асылған “Матрёшка” Рәсәй тауарҙары супермаркетында Башҡортостан етештереүселәренең тауарҙары ҡуйылып бөткән, тип билдәләне Рәсәйҙең Ҡаҙағстандағы сауҙа вәкиле Андрей Бабко.
– Ҡаҙағстан менән Рәсәйҙең 84 төбәге хеҙмәттәшлек итә, Башҡортостан был йәһәттән әле алдынғылар рәтенә сыға. Әгәр беҙ йыл һайын Башҡортостан менән Ҡаҙағстан биләмәләрендә берәр проектты ғәмәлгә индерһәк, был бик яҡшы хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе буласаҡ, – тине Андрей Бабко. – Сауҙа вәкиллеге иһә барлыҡ башланғыстарығыҙҙы хупларға әҙер.
Фекер алышыуға йомғаҡ яһап, Ҡаҙағстан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – сауҙа һәм интеграция министры Бахыт Солтанов, эш төркөмө ултырышында хеҙмәттәшлекте артабан әүҙемләштереү буйынса мөһим тәҡдимдәр яңғыраны, тип билдәләне. Республика бизнес-берләшмәһе вәкилдәре был сараларҙа әүҙемерәк ҡатнашһын өсөн Башҡортостан яғына Ҡаҙағстанда үткән эшлекле саралар графигын тәҡдим итергә ҡушты.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Ҡаҙағстан делегацияһын 2022 йылдың июнендә Сибайҙа уҙасаҡ “Урал аръяғы” Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнашырға саҡырҙы. Бахыт Солтанов тәҡдимде ҡабул итте һәм, үҙ сиратында, республика делегацияһын март айында Ҡаҙағстанға Науруз байрамын билдәләргә саҡырҙы.
– Беҙҙең өсөн сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү генә мөһим түгел. Беҙ гуманитар, мәҙәниәт һәм спорт өлкәләрендә лә хеҙмәттәшлек итергә теләйбеҙ. Шуға күрә юл картаһында ошо сараларҙы ла сағылдырырға кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Өфөнән Нур-Солтанға һәм Алматыға авиарейстар ойоштороу пландарыбыҙға килгәндә, санитар-эпидемиологик хәл мөмкинлек биргәс тә, уларҙы тормошҡа ашыра башлаясаҡбыҙ.
Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.