Иҡтисад
24 Ғинуар 2022, 16:25

Был программа үҫеш өсөн мөһим

24 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында үткәргән онлайн-кәңәшмәлә һүҙ төҙөлөш комплексының төп мәсьәләләре хаҡында барҙы.

Был программа үҫеш өсөн мөһимБыл программа үҫеш өсөн мөһим
Был программа үҫеш өсөн мөһим

24 ғинуарҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте” форматында онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Унда быйыл республикалағы төҙөлөш комплексының төп эш мәсьәләләре хаҡында һөйләштеләр.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов төбәктә торлаҡты файҙаланыуҙы тиҙләштереү өсөн яңы майҙансыҡтарҙы файҙаланыу кәрәклеге хаҡында әйтте. Был осраҡта өҫтөнлөклө мәсьәлә – биләмәләргә инженер һәм транспорт инфраструктураһын үткәреү. Был йәһәттән ҙурыраҡ проекттарҙы “Стимул” федераль программаһы буйынса тормошҡа ашыралар. Былтыр инженер объекттары төҙөлөшө өсөн 3 миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Улар иҫәбендә – Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары аръяғында һыу үткәреү, Стәрлетамаҡтағы һәм Нефтекамалағы автомобиль юлдары участкалары.

Быйыл “Стимул” программаһы буйынса Өфө районында, Октябрьский һәм Салауат ҡалаларында инженер селтәрҙәрен киңәйтеүҙе дауам итәсәктәр. Был проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2,9 миллиард һум бүленгән.

Бынан тыш, республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы дөйөм суммаһы 4 миллиард һум булған яңы объекттарҙы “Стимул” прграммаһына индереү өсөн документтарҙы әҙерләгән.

- “Стимул” программаһы – ҡалаларыбыҙ үҫеше өсөн бик һөҙөмтәле механизм, - тине Радий Хәбиров. – Шуға торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендәге барлыҡ бурыстарҙы үтәргә кәрәк.

“Төҙөлөш сәғәте”ндә ҡатнашыусылар дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ шарттарында мәктәптәрҙе күтәреү һәм үҙгәртеп ҡороу проекттары хаҡында һөйләште. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үткән аҙнала “Инвестиция сәғәте” кәңәшмәһендә был хаҡта республика Башлығы йөкләмә биргәйне. Уҡыу йорттарының конфессия килешеүҙәрендә  үҙгәртеп ҡоролоуының беренсе этабы үҙ эсенә өс этапты ала – Өфөләге “Көнсығыш-Затон” биҫтәһендә яңы мәктәпте күтәреү, баш ҡалалағы 115-се һәм Стәрлетамаҡтағы 1-се гимназияларҙы үҙгәртеп ҡороу.

Республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры урынбаҫары Артём Ковшов барлыҡ объекттарҙы 2022 йыл аҙағына тамамлау хаҡында белдерҙе. Был иһә төҙөлөш һәм монтажлау эштәренең шәп атҡарылыуын талап итә.

Икенсе этап сиктәрендә республика Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында 15265 урынлыҡ 11 мәғариф ойошмаһын төҙөү тураһындағы заявканы әҙерләгән.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Төҙөлөш сәғәте”ндә проекттарҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәләре менән даими таныштырып барырға ҡушты. Төбәк етәксеһе Хөкүмәткә Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына былтыр һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: glavarb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас