Иҡтисад
24 Ғинуар 2022, 12:00

“Һөт кухня”һын үҫтерәсәкбеҙ!”

“Һөт кухняһы”ның етештереү цехтары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама,  Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында, Үрге Ҡыйғыла эшләй.

“Һөт кухня”һын үҫтерәсәкбеҙ!”“Һөт кухня”һын үҫтерәсәкбеҙ!”
“Һөт кухня”һын үҫтерәсәкбеҙ!”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  социаль селтәрҙәрҙә үҙенең уй-фекерҙәре менән бүлешкән.

“Беҙҙә һөт кухнялары селтәре Рәсәйҙә иң тармаҡлыһы. Әммә беҙ уны даими үҫтерәсәкбеҙ. Үҙебеҙҙең  һөттән әҙерләнгән  сифатлы продукция  балаларыбыҙ, буласаҡ әсәләр өсөн файҙалы.

Беҙ Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан 55 таратыу пунктында һәм 17 дәүләт дарыуханаһында  һөт продукцияһын һәм ҡоро ҡатнашмаларҙы  һатабыҙ һәм бирәбеҙ. Таратыу пункттары һәм дарыуханалар булмаған тораҡтарға автолавкалар сыға, улар өҫтәмә рәүештә тағы 64 биләмәне үҙ эсенә ала. Һөт продукцияһын биреүгә ҡайһы бер селтәр магазиндарын йәлеп иттек.  Былтыр колл-үҙәк астыҡ, +7(347)246-55-01 телефон номеры буйынса белешергә мөмкин. Мобиль ҡушымтаны эшкә  ҡуштыҡ:  https://clck.ru/anyzn

“Һөт кухняһы”ның етештереү цехтары Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама,  Октябрьский, Сибай, Белорет ҡалаларында, Үрге Ҡыйғыла эшләй.   Тәүлегенә улар 25 тонна һөт эшкәртә. Бөтә цехтар ҙа заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, 300-гә яҡын өҫтәмә эш урындары булдырҙыҡ. Үҙебеҙҙең  “Һөт кухняһы”н артабан да үҫтерәсәкбеҙ. Башҡортостан “Һөт кухняһы” сайты: https://milkrb.ru
Барығыҙға ла һаулыҡ һәм тыныслыҡ теләйем!”

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас