

Ырымбур өлкəһендə айырыуса хəүефле бешмә (ящур) ауырыу теркəлеү сəбəпле, Башҡортостандың Ветеринария хеҙмəте республика билəмəһенə сирҙе индермəҫ өсөн төрлө саралар күрə. Көйөргәҙе районында был эш бик әүҙем бара, сөнки күрше өлкә менән сиктәш булғас, хәүефһеҙлек сараларын айырыуса теүәл үтәү зарур.
- Малдарҙы прививкалауҙы тиҙ арала тамамлау өсөн башҡа райондарҙан 17 ветеринар беҙгə ярҙамға килде. Əлеге көндə Керəүле-Илюшкин, Отрада, Мораптал, Яҡшембəт ауыл билəмəлəрендəге малдарҙы 100 процент вакцинациялау үтəлде. Башҡа ауыл билəмəлəрендə лə эш əүҙем дауам итə, хатта ял көндəрендə лə был сиргə ҡаршы профилактик саралар алып барыла.
Бешмәнең ни хəтлем ҡурҡыныс янауын аңлап, малдарына вакцина яһатыуға ыңғай ҡараған район халҡына рəхмəт һүҙемде еткерəм. Был ауырыу ҡапыл ялмап алмаһын өсөн, бер баш мал да прививкаһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Бының өсөн малдарға 14 көндəн ревакцинация һəм алты айҙан һуң тағы ла вакцина яһау мотлаҡ, - ти район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Урал Ибраһимов.
Фото һәм мәғлүмәт Көйөргәҙе районы хакимиәте сайтынан.