Иҡтисад
25 Ғинуар 2022, 06:45

Был мәсьәләләр һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр

Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәләрендә файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙың законға ярашлылығы тикшерелә.

Был  мәсьәләләр һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырырБыл  мәсьәләләр һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр
Был мәсьәләләр һеҙҙе лә ҡыҙыҡһындырыр

Нефтекама ҡалаһының 9-сы мәктәп уҡыусыһы Венера Хөрмәтова “Теләктәр шыршыһы” акцияһында ҡатнашып, хыялын тормошҡа ашырҙы. Ҡыҙ ҡала башлығы менән кәңәшмәлә булырға теләк белдергән. Шулай итеп, ул Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә ҡатнашты.

Кәңәшмәлә һүҙ файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу тураһында ла барҙы. Был эшмәкәрлеккә контроль көсәйтеләсәк. 2021 йылда Ҡырмыҫҡалы районында ведомство-ара комиссия 32 тикшереү үткәрҙе, һөҙөмтәлә “Ибраһим”, “ПГС” һәм “Башнерудматериалы”  яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәренең лицензиялары туҡтатылды. Шулай уҡ “ИСК Панорама” йәмғиәтенең ике лицензияһы эше сикләнде.  

Тикшереүҙәрҙән һуң Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондарында 16 лицензия эше туҡтатылды. Өфө һәм Иглин райондарында биш лицензия эше тамамланды. Учалы, Белорет һәм Әбйәлил райондары биләмәһендә файҙалы ҡаҙылмалар табыуҙың законға ярашлылығы тикшерелә.

Кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау темаһы ла күтәрелде. Башҡортостанға 12 йәштән 17 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр өсөн 2800 доза  “Спутник М” вакцинаһы килтереләсәк. Башҡорт дәүләт медицина университетының юғары курстарҙа уҡыған 2000 студенты һәм 1000 ординаторы сессиянан һуң тәүге медицина звеноһына ярҙамға килергә әҙерлеген белдергән.

Тәүге уҡыу аҙнаһында 73 мәктәптә коронавирус арҡаһында карантин индерелде. Өфөлә 24 мәктәптә 36 класс дистанцион уҡытыуға күсерелде. 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас