Иҡтисад
25 Ғинуар 2022, 08:00

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре яңы мөмкинлектәр аса

"Беҙҙең өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ – республика менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың һәм маҡсатҡа өлгәшеүҙең бер ысулы".

Дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре яңы мөмкинлектәр асаДәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре яңы мөмкинлектәр аса
Дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре яңы мөмкинлектәр аса

Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә яңы пост ҡуйҙы. 

"Иң алдынғы муниципалитеттың, төбәктең йәки илдең хатта иң бай бюджетында ла аҡса һәр саҡ етмәй. Әгәр биш мәктәп төҙөй алһаң, ун мәктәп төҙөргә теләйәсәкһең; ун мәктәп төҙөһәң, улар ун биш булырға тейеш, тип һанаясаҡһың. Был балалар баҡсаларына, дауаханаларға, спорт объекттарына, юлдарға һәм башҡаларға ла ҡағыла.

Бюджет менән генә сикләнмәҫ өсөн, кешеләр дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмын уйлап тапҡан. Ул үҫеш маҡсатында бюджеттан тыш аҡса тупларға мөмкинлек бирә. Әлегә тиклем дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәре күбеһенсә федераль кимәлдә ҡулланыла ине. Республикабыҙҙа уның менән эшләргә тырыштылар, әммә бигүк килеп сыҡманы. Электән үк унда проекттарҙы һайлап алыу процесы ҡатмарлы ғына; процеста ҡатнашыусылар, килешеүҙәр күп булды, документтарға талаптар ҙа ҡаты ине. Һөҙөмтәлә, бюрократия дәүләт-шәхси партнерлыҡ мөнәсәбәттәренә мөмкин булғанса урап үтергә кәрәк тигән кеүек ҡараны.

Ысынбарлыҡта иһә, һуңғы йылдарҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡҡа ҡағылышлы ҡануниәт ярайһы уҡ еренә еткереп эшләнде һәм камиллаштырылды. Проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙы еңеләйтәсәк үҫеш институттары булдырылды, ҡағиҙәләр үҙгәртелде. Беҙ барыһын да өйрәндек һәм иҫәпкә алдыҡ, мәҫәлән, махсус Стандарт-Дәүләт-шәхси партнерлығын ойошторҙоҡ. Әле деталдәргә туҡталмайым, шулай ҙа әйткәнемә ышанығыҙ: был алым партнерлыҡ мөнәсәбәттәрендә ҡатнашҡан шәхси эшҡыуарҙың тормошон еңеләйтә. Һәр башланғысҡа ярашлы тейешле дәүләт структуралары вәкилдәренән проект командаһы төҙөйбөҙ, һәм был кешеләр эшҡыуарҙарҙан ситләшмәй. Төбәк Башлығы быларҙың барыһын да шәхсән контролдә тота. Дөйөм алғанда, беҙҙә лә күп нәмә үҙгәрҙе.

Федераль власть, әйткәндәй, быларҙың барыһын да билдәләне инде. Былтыр беҙ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы баһалауы буйынса дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә норматив-институт мөхите торошо йәһәтенән илдә беренсе урынды яуланыҡ.

Эш тағы ла һөҙөмтәлерәк барһын өсөн, уға төбәктең Стратегик асыштар үҙәгенән тыш, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһын да йәлеп иттек. Уның белгестәре бизнес-пландар төҙөүҙә ҡатнаша, экспертиза ойоштора, майҙансыҡтар һайлай, туранан-тура ярҙам һәм үҙ-ара эш итеүҙең башҡа варианттары өсөн профилле ведомстволар менән һөйләшеүҙәр үткәрә. Быларҙың барыһы ла дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын тормошҡа ашырыу процесын ябайлаштыра һәм тиҙләтә.

Бөгөнгә дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында Башҡортостанда бөтәһе 40 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләменә торошло 36 проектты ғәмәлгә ашырабыҙ. Улар иҫәбендә Затондағы мәктәп, Мишкә, Ғафури һәм Кушнаренко райондарында өлкән йәштәгеләр өсөн пансионаттар, шулай уҡ республика өсөн һуңғы йылдарҙағы иң күләмле транспорт проекты – Өфөнән яңы Көнсығыш сығыу юлын төҙөү. Мин был турала һөйләнем: ул баш ҡаланың үҙәк өлөшөн М-5 трассаһы менән тоташтырасаҡ. Уның ярҙамында беҙ ҡала үҙәген һәм аэропорт юлын бушатасаҡбыҙ.

Быйылға тағы ла бер нисә ҙур проект күҙ уңында тотола, улар хаҡында мотлаҡ һөйләйәсәкмен. Беҙҙең өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ – республика менән идара итеү һөҙөмтәлелеген арттырыуҙың һәм маҡсатҡа өлгәшеүҙең – уны илдең иң уңайлы төбәгенә әйләндереүҙең бер ысулы.

Барығыҙға ла һаулыҡ!" - тип яҙҙы Андрей Назаров. 

Сығанаҡ һәм фото: www.facebook.com

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас