

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Инвестиция сәғәте” форматында кәңәшмә үткәрҙе. Унда социаль өлкәнең төрлө тармаҡтарындағы яңы проекттар ҡаралды.
Әбйәлил районында заманса физкультура-һауыҡтырыу комплексы төҙөү проекты тураһында “Магнитогорск металлургия комбинаты” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең эштәр һәм социаль үҫеш идаралығы начальнигы Алексей Коваленко һөйләне. Уның әйтеүенсә, һүҙ бында “Урал таңдары” балалар белем биреү үҙәге базаһында төбәк спорт әҙерлеге үҙәге төҙөү тураһында бара. Инвесторҙар майҙан һайлаған һәм ер участкаһын ҡуртымға алған. Хаҡы 640 миллион һумлыҡ объект буйынса проект документацияһы дәүләт экспертизаһы үтә. Физкультура-һауыҡтырыу комплексында балалар һәм үҫмерҙәр мини-футбол, волейбол, баскетбол, теннис, йөҙөү һәм башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнә ала. Заманса майҙансыҡтар төбәк-ара һәм Рәсәй кимәлендәге ярыштар үткәрергә мөмкинлек бирәсәк. Объектты 2023 йылдың көҙөнә асыуҙы планлаштыралар. Үҙәкте эшкә ҡушыу өсөн һыу һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү буйынса инженер селтәрҙәрен яңыртыу талап ителә.
Республика етәксеһе спорт объектын төҙөү башланғысын хупланы. Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенә яңы комплексты ресурстар менән тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса инвесторҙар ҡатнашлығында кәңәшмә үткәрергә, шулай уҡ физкультура һәм спорт күнекмәләренә урындағы халыҡты киңерәк йәлеп итергә ҡушты.
“Глобал Фуд-2” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идарасыһы Тимофей Бадиков Салауат ҡалаһында дөйөм майҙаны 400 квадрат метр тәшкил иткән KFC рестораны төҙөлөшө буйынса пландары менән таныштырҙы. Инвестор республика етештереүселәре менән кухняға аҙыҡ-түлек һатып алыу буйынса һөйләшеү алып бара. Проектҡа 105 миллион һум күләмендә аҡса һалынасаҡ, 50 эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Ресторанды Салауат ҡалаһының 2023 йылда билдәләнәсәк 75 йыллыҡ юбилейына асырға уйлайҙар.
“Альтаир” компанияһының генераль директоры Руслан Аҡсурин Миәкә районында тау саңғыһы курорты менән бергә рекреация комплексы төҙөү концепцияһын тәҡдим итте. Инвестор проекттың бизнес планын әҙерләгән һәм төҙөлөш өсөн майҙан һайлаған. Тәүге этапта 680 миллион һум аҡса һалыу кәрәк буласаҡ. Утыҙҙан ашыу яңы эш урыны булдырыласаҡ. Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проектҡа өҫтөнлөклө статус бирелде. Башҡортостан Башлығы республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығына комплекс төҙөлөшө менән бергә һыу ятҡылығы эргәһен төҙөкләндереү мөмкинлеген ҡарарға ҡушты.
– Ауыл халҡының ял итеүе өсөн уңайлы йәмәғәт киңлеген булдырыу өсөн эштәрҙе бер үк ваҡытта алып барыу мөһим, – тине Радий Хәбиров.
Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында дәүләт-шәхси партнерлыҡ шарттарында мәктәптәр төҙөү проекттары тормошҡа ашырыла башланы. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов әйтеүенсә, ил мәктәптәрендә өҫтәмә урын булдырыу өсөн федераль кимәлдә концессия шарттарында мәғариф учреждениелары һалына. Рәсәй Мәғариф министрлығында конкурс нигеҙендә һайлап алыуҙан һуң, еңеп сыҡҡан муниципалитеттар концессионер менән яңы мәктәп һалыуға килешеү төҙөй.
– Беҙ Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала һәм Өфө районында 15265 урынлыҡ 11 мәғариф учреждениеһы төҙөүгә ғариза әҙерләнек, – тине Рөстәм Моратов. – Бөтә мәктәптәрҙе лә берҙәм схема буйынса төҙөргә ниәтләйбеҙ. Концессияның асылы шунда: дөйөм хаҡы 1,7 миллиард һум тәшкил иткән һәм 1225 урынға иҫәпләнгән типовой мәктәп төҙөлөшөнә аҡсаның ҙур өлөшөн башланғыс этапта концессионер түләй. Төбәк төҙөлөшкә тәүге йылда ғына 18 миллион һум йүнәлтә. Артабан һигеҙ йыл дауамында концессионерға йыл һайын 144 миллион һум түләй. Шул уҡ ваҡытта банк процентын федараль бюджеттан ҡаплайҙар.
Республикала мәктәп һалыу буйынса дәүләт-партнерлыҡ тәжрибәһе бар. Мәҫәлән, Өфөнөң “Затон-Көнсығыш” биҫтәһендә концессия шарттарында яңы мәктәп һалына. Өфөлә һәм Стәрлетамаҡта йәнә икәүһе реконструкциялана.
“ПроШкола” йәмғиәтенең генераль директоры Алиса Денисова әйтеүенсә, “Мәғарифты үҫтереү” дәүләт программаһына ярашлы йәмғиәт, концессионер булараҡ, конкурс үткәрмәйенсә дөйөм белем биреү мәктәптәре һалыуға төбәктәр һәм муниципалитеттар менән концессия килешеүе төҙөй ала.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәғариф һәм фән министрлығына республиканың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы менән берлектә концессия мәктәптәре төҙөүгә конкурста ҡатнашыу өсөн Рәсәй Мәғариф министрлығына ғариза ебәрергә ҡушты. – Киләһе “Төҙөлөш сәғәте”ндә мәктәптәр төҙөү һәм төҙөкләндереү барышын ентекле ҡарарбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәйҙең Мәғариф министрлығында ғаризабыҙҙы яҡлағандан һуң, объекттарҙы төҙөү ваҡытын һәм тиҙлеген контролдә тоторға кәрәк.
Ултырышта шулай уҡ концессия шарттарында “Шифа” төбәк-ара балаларҙың ялы һәм уларҙы һауыҡтырыу үҙәген төҙөү концепцияһын ҡаранылар.
Динә АРЫҪЛАНОВА, Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА әҙерләне.