"2021 йыл һөҙөмтәләренән күренеүенсә, Башҡортостан (Ростов өлкәһе менән берлектә) автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станциялары булдырыу буйынса беренсе урынды биләй. Ундай республикалар хәҙер 11 инде. Был нимәне аңлата?
"Бензин урынына газ ярҙамында йөрөү отошломо, юҡмы?" тигән һорауға яуап күптән бирелде. Әлбиттә, отошло. Аҡса буйынса ла, экологик йәһәттән дә. Газ тирә-яҡ мөхиткә бензинға ҡарағанда аҙыраҡ зыянлы.
Беҙ автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станциялары төҙөүҙе дауам итәбеҙ. Быйыл тағы ошондай кәмендә ун заправканы файҙаланыуға тапшырмаҡсыбыҙ. Йәғни автомобилселәр республикабыҙҙың һәр урынында газ тултыра алһын өсөн уңайлы инфраструктура булдырабыҙ. Әлегә юлдың башында ғынабыҙ, Башҡортостан өсөн кәмендә бер нисә йөҙ автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы кәрәк.
Был эш техниканы газ моторлы яғыулыҡҡа күсереү менән бер рәттән барырға тейеш. Әле беҙҙә ике-өс йыл элек төҙөлгән автомобилдәргә газ тултырыу компрессор станцияһы. Улар ун процентҡа ғына йөкмәтелгән. Тап шуға “Башкиравтодор”, “Башавтотранс”, муниципаль коммуналь хеҙмәттәр өсөн газда йөрөгән техниканы алырға тейешбеҙ.
Әле метандағы двигателгә күсереү һәм хеҙмәтләндереү өсөн уңайлы инфраструктура барлыҡҡа килтереү мөһим. Әйткәндәй, ҡоролмаларҙы алмаштырыуҙы субсидиялау махсус программаһы бар – сығымдарҙың өстән ике өлөшөн дәүләт һәм “Газпром” йәмғиәте ҡайтара. Был барлыҡҡа килгән мәсьәләләрҙе хәл итергә булышлыҡ ҡыла.
Шулай итеп, газда йөрөйәсәкбеҙ - прогрестан бер ҡайҙа ла китә алмайбыҙ. Теләйбеҙме-юҡмы, автомобилдәребеҙҙе электр менән дә тәьмин итәсәкбеҙ. Шуға эшләгәнебеҙ – киләсәк өсөн", - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: https://vk.com/radiyhabirov