

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының 2022 йылдағы тәүге ултырышын үткәрҙе. Ул ғәмәлдәге санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе күҙ уңында тотоп уҙғарылды.
Комиссия эшен асып, төбәк етәксеһе Башҡортостан иҡтисадының 2021 йылда тотороҡло үҫкәнен билдәләне.
– Уҙған йылды сәнәғәт етештереүе күләме үҫеше менән тамамланыҡ, 2020 йылғы темптан алдараҡ инвестициялар йәлеп итеү буйынса һәйбәт динамикаға өлгәштек. Быға башлыса республика биләмәһендә урынлашҡан “Газпром” предприятиелары булышлыҡ итте, – тине Радий Хәбиров. – Был йыл ярым элек компания менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе системалаштырыу өсөн булдырылған ведомство-ара комиссия эшенең һөҙөмтәлелеген раҫлай.
Республика Башлығы Башҡортостан һәм “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте алдында торған бурыстар иҫәбендә берлектәге эштең өс төп йүнәлешен билдәләне. Улар – төбәктәге тораҡ пункттарға газ үткәреү, газ химияһын һәм энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү.
– “Газпром” менән берлектә 2025 йылға тиклем республикала газ һуҙыу һәм газ менән тәьмин итеү программаһын тормошҡа ашыра башланыҡ. Уның күләме 13,5 миллиард һум тәшкил итә. 25 мең йортҡа, 300-гә яҡын социаль объектҡа газ үткәрәбеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Бынан тыш, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса 131 меңдән ашыу йорт хужаһы газ үткәреү программаһына индерелә. Республика уны тормошҡа ашырыуға тәүге 1,2 миллиард һум аҡса алған да инде. 2022 йылдың 24 ғинуарына 2 048 йортҡа “зәңгәр яғыулыҡ” индерелгән. Ошо йүнәлештә әүҙемлекте кәметмәү мөһим.
Республикала иң эре сәнәғәт проекттарының береһен “Газпром СПГ технология” компанияһы тормошҡа ашыра. Һүҙ Стәрлетамаҡ районында шыйыҡландырылған газ етештереү буйынса комплекс төҙөү хаҡында бара. Ул 2022 йылда уҡ эшләй башлаясаҡ.
Бынан тыш, “Газпром нефтехим Салауат” предприятиеһы базаһында йылына 28 миллиард кубометр тәбиғи газ эшкәртеү буйынса технологик комплекс төҙөлә башланы. Унан этилен һәм пропилен етештереләсәк.
Башҡортостан Башлығы машиналар эшләү тармағында “Газпром” һәм “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү берекмәһе предприятиеларының кооперацияһын нығытыуҙы ла билдәләне. Яҡтар АЛ-31СТ газ турбиналы двигателдәрҙе модернизациялау, киңәйтеү өҫтөндә эшләй. Яңы һурҙырыу агрегаттарын “Себер көсө” магистраль газ торбаһына, Бованенков ятҡылығына, “Юбилейная”, “Шаран”, “Полянская” компрессор станцияларына килтергәндәр дә инде.
– Беҙ “Ростех”тың Шаҡшала ҡеүәте 45 МВт тиклем булған индустриаль двигателдәр йыйыу һәм һынау комплексын төҙөү, 25 МВт ҡеүәтле АЛ-41СТ двигателенең тәүге тәжрибә өлгөләрен әҙерләү буйынса йөкләмәләрен ваҡытында үтәүенә ышанабыҙ, – тип өҫтәне Радий Хәбиров. – Уртаҡ тырышлыҡ менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ошо перспективалы проекттарҙы тормошҡа ашырырбыҙ тип ышанам.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ республиканың Ростов өлкәһе менән бергә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урын алыуы тураһында хәбәр итте. Төбәктә 41 автомобилгә газ тултырыу компрессор станцияһы эшләй.
– Автомобиль транспортын газ-мотор яғыулығына әүҙемерәк күсерергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.
“Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек йүнәлештәренең үҫеше менән бәйле республика етәксеһе Башҡортостандың уҡыу йорттары менән әүҙемерәк эш итеү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте.
– Белеүегеҙсә, 2022 йылды республикала Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылы тип иғлан иттек, – тине Радий Хәбиров. – “Газпром” предприятиелары үҙ хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы булыуҙары менән һәр саҡ айырылып торҙо. Беҙҙең профессиональ колледждарҙы үҫтереүгә иғтибар йүнәлтергә тәҡдим итәм, шул иҫәптән компанияның шефлыҡ программалары сиктәрендә.
Сығышы аҙағында Башҡортостан Башлығы “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселегенә төбәк биләмәһендә эшләгән предприятиеларға әүҙем позициялары һәм булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәт әйтте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.