

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы "Аллмат" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә эшләүсе ойошмалар реестрына индерҙе. Компания Нефтекама ҡалаһында хәүефһеҙ иҙән таҡтаһы етештереү буйынса яңы цех асырға ниәтләй.
— Компания етештергән иҙән япмаһын лабораторияларҙа, аэропорттарҙа, ҡунаҡханаларҙа, медицина һәм уҡыу йорттарында ҡулланырға мөмкин буласаҡ. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 207 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эш башлаған ойошмалар түбәнәйтелгән һалым ставкалары, страховка иғәнә ставкалары, шулай уҡ башҡа федераль һәм төбәк ташламалары менән ҡуллана ала. Нефтекама биләмәһендә әлегә 16 резидент теркәлгән, — тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Инвестиция проекты 2022 – 2029 йылдарҙа тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Бында 44 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Нефтекама ҡалаһы эргәһендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2019 йылдың февралендә булдырылған. Йәмғеһе республикала улар бишәү: Бәләбәй, Күмертау, Благовещенск, Нефтекама һәм Белорет.
Мәғлүм булыуынса, бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү" милли проектына (национальный проект "Малый и средний бизнес и поддержка индивидуальной предпринимательской инициативы") ярашлы тормошҡа ашырыла.
Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.
#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан