Иҡтисад
27 Ғинуар 2022, 10:35

Үҙ-ара кәңәшләшеп эш итеү мөһим

Радий Хәбиров ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеген юғары баһаланы. 

Үҙ-ара кәңәшләшеп эш итеү мөһимҮҙ-ара кәңәшләшеп эш итеү мөһим
Үҙ-ара кәңәшләшеп эш итеү мөһим

Кисә Өфөлә “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының 2022 йылдағы тәүге ултырышы үтте. Унан һуң Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров журналистар менән аралашты.

– Радий Фәрит улы, Башҡортостандың “Газпром”дың республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияның сираттағы ултырышы уҙҙы. Ошондай эш форматы ни тиклем һөҙөмтәле? Ултырыш барышында ниндәй өҫтөнлөклө проекттарҙы тикшерҙегеҙ? – тип һораны хәбәрсе Башлыҡтан.

– Эшләй башлағанымдың тәүге көндәренән алып республика иҡтисадының нисек эшләүен аңлау, уға нимә менән ярҙам итә алыуыбыҙҙы аңлау өсөн ҙур предприятиеларыбыҙ менән ошондай үҙ-ара эш итеү алымдарын эҙләнем. Бер-беребеҙ менән бәйләнештә булырға һәм бергә эшләргә тейешбеҙ. Шуға күрә ведомство-ара комиссия кеүек формат табылды ла инде.

Ошондай алым буйынса беҙ “Газпром” менән генә эшләмәйбеҙ. Беҙҙә Ростех, “Башнефть”, Урал тау-металлургия компанияһы менән һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барыла. Ошо формат төбәктең ҙур предприятиеларында барған ваҡиғалар хаҡында хәбәрҙар булырға мөмкинлек бирә. Әгәр даими яйға һалынған системалы эш булмаһа, күп мәсьәләләрҙе хәл итеп булмай. Бөтә ведомство-ара комиссиялар беҙҙә етди кимәлдә үтә, сөнки ҡарарҙар ҡабул итергә, һуңынан уларҙың үтәлешен контролдә тоторға кәрәк.

Мәҫәлән, газ үткәреү темаһын ғына алайыҡ. Был - “Газпром”дың йәки республиканың ғына мәсьәләһе түгел. Был процесҡа бик күп ҡатнашыусылар – муниципалитеттар, физик һәм юридик шәхестәр, милли һәм тәбиғәт парктары йәлеп ителгән. Һәм уларҙың эштәрен яйларға кәрәк. Шуға күрә ведомство-ара комиссияның роле – координациялау, контролдә тотоу һәм хатта идара итеү. Был бик файҙалы тип уйлайым, – тип яуап бирҙе ул.

Хәбәрселәр Шамил Шәриповтан нимә иҫәбенә 2021 йылда рекордлы газ ташыу күләме тәьмин ителде тип һораны. Шулай уҡ быйылғы йылытыу миҙгеле үҙенсәлектәре менән дә ҡыҙыҡһындылар.

“Һуңғы йылдарҙа марттың ҡыш айына әүерелеүе төп үҙенсәлек булып тора. Ә йәйгеһен беҙ көсөргәнешле рәүештә ҡышҡылыҡҡа әҙерлек башлайбыҙ, ер аҫты һаҡлағыстарына газ тултырабыҙ. Шуға күрә беҙҙең өсөн ҡышҡы һәм йәйге осорҙар бер-береһенән бөтөнләй айырылмай тиерлек. Бөгөн Башҡортостан биләмәһе аша үткән газ транспорты системаһы 96-98 процент тәьмин ителеш менән эшләй. Бындай шарттарҙа ышаныслы һәм өҙлөкһөҙ эшләргә беҙгә нимә ярҙам итә? Республиканың һәм тармаҡтың газ транспорты системаһының ышаныслылығын арттырыу мәсьәләләре буйынса күп йыллыҡ һәм яйға һалынған эш. Быларҙың барыһы ла энергетика машиналары эшләү, ремонтлау, техник хеҙмәтләндереү өлкәләрендә, кадрҙар ҡеүәтен арттырыуҙа башҡарыла. Быларҙың барыһы ла рекорд ҡуйырға мөмкинлек бирә лә инде.

2021 йылда республикабыҙ аша һурҙырылған газ күләме 108,8 миллиард кубометр тәшкил итте. Был – предприятие тарихында иң ҙур ҡаҙаныш. Тәбиғи газды ташыу буйынса дөйөм күрһәткес “Газпром трансгаз Өфө” компанияһы барлыҡҡа килгәндән алып дүрт триллион кубометрҙан ашҡан.

Беҙ алға барабыҙ. Дәүләт һәм тармаҡ беҙҙең алға газ поставкалау буйынса ҙур бурыстар ҡуя. Былтыр Башҡортостан 15,7 миллиард кубометр газ ҡулланған. Был республиканың йәшәүе һәм үҫешеүе тураһында һөйләй. 2021 йылда беҙ өс төп бурыс менән шөғөлләндек: газ үткәреү, газ химияһы һәм энергетика машиналары эшләүҙе үҫтереү. 2022 йылға бурыс – ошо йүнәлештә алға барыу. Стратегик бурыстар дөрөҫ ҡуйылған, тип иҫәпләйем. Хәҙер иң мөһиме – республиканы, тармаҡты һәм илде ҡыйын хәлдә ҡалдырмау”, – тине ул.

Шамил Ғосман улы белдереүенсә, республика биләмәһендә “Газпром” предприятиелары бик тығыҙ эш итә. “Беҙ - бер бөтөн, бер тармаҡ. Бурыстарыбыҙ бер һәм һөҙөмтә өсөн яуаплылыҡ та уртаҡ. 2012 йылдан алып “Газпром Башҡортостанда” корпоратив ассоциацияһы сиктәрендә бергә эшләйбеҙ. Артабан да шулай дауам итер тип ышанам. Был йәһәттән беҙгә республика ҙур ярҙам күрһәтә, берләштерә”, – тине ул.

– Беләһегеҙме, беҙҙең ведомство-ара комиссия башланғыс этапта нимә менән шөғөлләнде? Республика ҡулланыусыларының “Газпром” алдындағы бурыстары төп мәсьәлә ине. Әлеге ваҡытта иһә беҙ стратегик бурыстарҙы хәл итеү менән шөғөлләнәбеҙ. Шамил Ғосман улының тырышлығы менән ике йыл эсендә хәрби авиация двигателдәрен граждандар өлкәһенә күсерә башларбыҙ тип кем уйлаған инде. Әле беҙҙең “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” етештереү агрегаттары компрессор станцияларында эшләй, уларҙың төп функцияһы – газ ташыу.

Ошо ике йыл эсендә автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һанын 41-гә тиклем еткерербеҙ тип кем уйлаған инде. Тиҙҙән Салауатта шыйыҡландырылған тәбиғи газ етештереү заводын сафҡа индерә башлайбыҙ. Һәм беҙ йыл һайын газ-мотор яғыулығында эшләүсе техника иҫәбен арттырабыҙ.

Шамил Ғосман улы менән беҙ быға тиклем хыялдарыбыҙҙа ғына булған газ химияһы өлкәһендәге проектты тормошҡа ашыра башларбыҙ тип кем уйлаған? Һүҙ йыл һайын 28 миллиард кубометр газ ятҡылығын тәрән эшкәртеү буйынса комплекс хаҡында бара. Был тема буйынса “Газпром нефтехим Салауат” ҙур нефть эшкәртеү предприятиеһы менән үҙ-ара эш итә башланыҡ. Был - республика иҡтисады структураһын инновациялы технологик ҡарарҙар файҙаһына үҙгәртәсәк ҙур проект. Ошо мәсьәләләрҙе ведомство-ара комиссия эше сиктәрендә хәл итәбеҙ, – тине Радий Хәбиров.

– Радий Фәрит улы, 2020 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Рәсәйҙә өсөнсө булдыҡ. Хәҙер беҙҙә ошондай 41 станция бар, һәм беҙ Ростов өлкәһе менән илдә беренсебеҙ. Был республикаға ни тиклем мөһим? – тигән һорау ҙа яңғыраны.

– Иң мөһиме – техниканы газ-мотор яғыулығына күсереүҙә проблемалар булмаһын. Ә бының өсөн инфраструктураны үҫтерергә кәрәк, унда инде кеше үҙ машинаһын уңайлы заправкалай аласаҡ. Ысынында иһә, беҙҙеке кеүек ҙур республика өсөн 41 станция – бик аҙ. Кешеләр метандың күпкә отошлораҡ һәм экологик яҡтан таҙараҡ булыуын аңлай башланы. Шуға күрә беҙ инфраструктура төҙөйбөҙ һәм бер үк ваҡытта кешеләрҙе газ-мотор яғыулығына күсергә дәртләндерәбеҙ. Бында беҙгә Рәсәй Хөкүмәте ҡарарҙары ла ярҙам итә, улар автотранспортты тәбиғи газға күсереүҙе субсидиялай, – тине ул.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас