Иҡтисад
27 Ғинуар 2022, 15:30

Лидерҙарҙың береһебеҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында белдерҙе.

Лидерҙарҙың береһебеҙЛидерҙарҙың береһебеҙ
Лидерҙарҙың береһебеҙ

“Беҙҙә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренең 103 резиденты бар инде. Һәм Рәсәй төбәктәре араһында йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре һаны буйынса лидерҙарҙың береһебеҙ.

Беҙгә Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең аҡса йәлеп итергә, үҙ инвестиция проекттарын тормошҡа ашырырға әҙер компаниялары әүҙем килә. Компанияларыбыҙға ышаныс арта. 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы тарафынан Башҡортостандан 35 резидент теркәлгән. Был, 2020 йыл менән сағыштырғанда, 25 процентҡа күберәк.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре Башҡортостан иҡтисадын 5,4 миллиард һумға инвестицияланы ла инде. Һөҙөмтәлә 3,6 мең кеше өсөн эш урыны барлыҡҡа килде. Инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса проекттар сиктәрендә барлығы 52 миллиардтан ашыу һум йәлеп итеү һәм һигеҙ мең тирәһе эш урыны барлыҡҡа килтереү планлаштырыла.

Башҡортостан Республикаһында – Күмертауҙа, Благовещенда, Нефтекамала, Белоретта һәм Бәләбәйҙә - барлығы биш йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе эшләй.

Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре өсөн килемгә һалым ташламаһы ҡаралған. Федераль өлөшө тулыһынса юҡҡа сыға, тәүге биш йылда төбәк өлөшө - 5, артабан биш йылда 10 процент тәшкил итә. Файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙы тапҡанда ла, һалымға кәметелгән коэффициент файҙаланыла. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе статусын алғандан һуң өс йыл эсендә резиденттар өсөн иғәнәләр буйынса страховка взностары кәметелгән (30-ҙан 7,6 процентҡа тиклем).   

Төбәк кимәлендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары милеккә һалымдан, муниципаль кимәлдә ер һалымынан азат ителгән.

Башҡортостандағы йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре тураһында тулыраҡ бында белергә мөмкин:  https://economy.bashkortostan.ru/activity/21990”, - тип яҙҙы Радий Хәбиров.

Фото Башҡортостан Башлығының сәхифәһенән.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас