

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, кисә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссияһының 2022 йылдағы тәүге ултырышын үткәрҙе. Ул ғәмәлдәге санитария-эпидемиологик нормаларҙы һәм ҡағиҙәләрҙе күҙәтеп үтте.
Республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев ведомство-ара комиссияның бынан алдағы ултырыштары йомғаҡтары буйынса ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлеше хаҡында һөйләне.
– 2021 йылдың октябрендә Петербург халыҡ-ара газ форумында Башҡортостан Хөкүмәте газ ҡойоу инфраструктураһы өсөн агрегаттар етештергән “РариТЭК Холдинг” предприятиеһы менән килешеү төҙөнө, – тине Александр Шельдяев. – Хәҙер республикала газ-мотор техникаһын хеҙмәтләндереү буйынса сервис үҙәген төҙөүгә документтар әҙерләйбеҙ.
Министр белдереүенсә, төбәктең 24 сәнәғәт предприятиеһы “Газпром” ойошмаларын илебеҙҙә етештерелгән юғары технологиялы продукция һәм материалдар менән тәьмин итеү өсөн импортты алмаштырыу программалары буйынса эшләй.
– Был йүнәлештә планға ярашлы эшләйбеҙ. Дөйөм алғанда 2014 йылдан “Газпром” предприятиелары һатып алған республика етештереүселәренең продукция күләме 22,5 миллиард һум тәшкил итте. 2021 йылдың тәүге ярты йыллығында ғына улар биш миллиард һумлыҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәр тәҡдим иткән, – тине Александр Шельдяев.
Ведомство-ара комиссия ултырышында “КВАДРО” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Вадим Лешков 2022 йылдың ғинуарында Благовещенда яңы сәнәғәт изоляция материалдары етештереүҙе сафҡа индереү тураһында һөйләне.
– Компания йыл һайын 25 мең тонна үтә тегелгән мат сығарасаҡ. Был – уттан һаҡлаусы базальтлы төргәкле материал, ул граждандар һәм сәнәғәт төҙөлөшөндә йылылыҡ, тауыш үткәрмәү, уттан һаҡлау, шулай уҡ юғары температуралы ҡорамалдарҙы һәм ҡатмарлы геометрик формалағы ҡорамалдарҙы изоляциялауҙа, үткәргес торбалар сифатында киң ҡулланыла, - тине Вадим Лешков.
“Газпром” ойошмалары етәкселәре был предприятие продукцияһының ассортименты менән ҡыҙыҡһынды.
– Импортты алмаштырыу илебеҙ иҡтисады үҫеше өсөн мөһим әһәмиәткә эйә, – тине Радий Хәбиров. – 2020 йылда бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларына ҙур компаниялар яғынан заказдар күләменең һиҙелерлек артыуын күрһәтте. Был эште дауам итәсәкбеҙ.
“Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 2021 йылдағы эш йомғаҡтары, шулай уҡ предприятиеның республика менән газ транспорты объекттарын үҫтереү һәм уларҙың хәүефһеҙлеген арттырыу мәсьәләләре буйынса үҙ-ара эш итеүе тураһында генераль директор Шамил Шәрипов һөйләне. Уҙған йылда газ ташыу күләме 108,8 миллиард кубометр тәшкил иткән, был предприятие тарихында иң ҙур күрһәткес, тине ул. Ошо күләмдән 15,7 миллиард кубометры республика ҡулланыусыларына оҙатылған.
Газ транспорты системаһының төп объекттарына ҙур ҡеүәт һәм ышаныс запасы һалынған. Әйтәйек, 2021 йылда КС-19 “Шаран” һәм КС-17 “Аҡлан” компрессор цехтарын төҙөкләндереүҙең өсөнсө этабы тамамланды. Көсөргәнеш юғары булған шарттарҙа ер аҫты һаҡлағысынан газды айырып алыу өсөн кәрәкле “Ҡырмыҫҡалы” компрессор станцияһынан реверсив тоташтырыу үҙәге эшләй башлаған. Төбәктәге иң ҙур газ бүлеү станцияһы – “Ново-Александровка” газ бүлеү станцияһы, шулай уҡ “Шаран” газ үлсәү станцияһының икенсе сираты төҙөкләндерелде.
Шамил Шәрипов объекттарҙы хәүефһеҙ файҙаланыу һәм газ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү өсөн газ үткәргестәрҙән минималь алыҫлыҡты һаҡлау зоналары буйынса ҡануниәт талаптарын үтәүҙең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Артабан ултырышта ҡатнашыусылар Башҡортостан Хөкүмәтенең, төбәк газ менән тәьмин итеү ойошмаларының, “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең республика ауылдарына газ үткәреү йәһәтенән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
“Газпром межрегионгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Альберт Лоҡманов хәбәр итеүенсә, “Газпром”дың инвестиция программаһы сиктәрендә 2025 йылға тиклем 141 ауылда 789,6 километр газ үткәргес төҙөргә ниәтләйҙәр. Бынан тыш, компания Рәсәй Президенты Владимир Путин башланғысы буйынса газ үткәреү программаһын ғәмәлгә ашырыу буйынса әүҙем эш алып бара.
“Газпром газификация” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары Тимур Оздоев билдәләүенсә, киләсәктә 61 объектҡа газ үткәреү һәм 653 километр ҡасаба-ара газ үткәргес төҙөү күҙаллана.
– Республиканың 30 районында эш алып барабыҙ. Бурысты үтәү ваҡыты ҡыҫҡа, сөнки эштәрҙе 2022 йылда тамамларға кәрәк, – тине Тимур Оздоев. – Өҫтәүенә ҡаҙанлыҡтарҙың яртыһын ғына тәбиғи газға күсергәндәр.
Торлаҡҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар формаһындағы республиканың ярҙам программаһы Башҡортостан халҡының льготалы категорияларына етди ярҙам булды. 2022 йылдың башына ҡарата Башҡортостанда 5,5 мең сертификат тапшырылған. Быйыл программаны финанслауға 50 миллион һумдан ашыу йүнәлтелә.
Альберт Лоҡманов белдереүенсә, республикала власть органдары һәм селтәр ойошмалары менән рөхсәт, килешеү биреү ваҡытын ҡыҫҡартыу, процедураларҙы ябайлаштырыу буйынса кәрәкле ҡарарҙар ҡабул ителгән. 2021 йылда газ үткәреү буйынса төбәк штабы эшләй башлаған. Газ менән тәьмин итеү системаһын үҫтереү буйынса бурыстарҙың күләмлелеген иҫәпкә алып, Альберт Лоҡманов штабты республика етәксеһе Радий Хәбировҡа етәкләргә тәҡдим итте.
– Һис шикһеҙ, төбәк штабына етәкселек итермен, – тине Башҡортостан Башлығы. – Газ үткәреү мәсьәләһе техник характерҙа һәм аныҡ объекттарға ҡағыла. Шуға күрә өҫтәмә газ үткәреү планын үтәү һәм шуға бәйле проблемалы мәсьәләләрҙе муниципалитеттар менән айырым кәңәшмәлә тикшерергә тәҡдим итәм.
Альберт Лоҡманов әйтеүенсә, төбәк етәкселегенең принципиаль позицияһы арҡаһында Башҡортостанда ҡулланыусылар яғынан газ өсөн түләү буйынса бурыстың дөйөм суммаһы кәмей. Шул уҡ ваҡытта йылылыҡ менән тәьмин иткән ҡайһы бер ойошмалар бурыстың артыуына юл ҡуйған.
Башҡортостан Башлығы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына муниципалитет хакимиәттәре менән берлектә ошо хәлде ентекле өйрәнергә һәм мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты.
“Газпром СПГ технология” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Алексей Кахидзе Салауатта тәбиғи газды шыйығайтыу комплексын төҙөү барышы тураһында һөйләне.
– Мартта майҙансыҡта монтажлау эштәрен башларға, ә йыл аҙағына тамамларға планлаштырабыҙ, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта транспорт өсөн криоген яғыулыҡ ҡойоу пункттарын ҡуйыу өсөн республика биләмәһендә перспективалы майҙансыҡтар һайлайбыҙ.
Радий Хәбиров уларҙы төҙөү өсөн мөмкин булған майҙансыҡ сифатында Стәрлетамаҡ - Салауат - Ишембай агломерацияһы биләмәһендә сәнәғәт үҙәген ҡарарға тәҡдим итте. Шулай уҡ ултырышта ҡатнашыусылар республика предприятиеларына газ яғынан маневрлы локомотивтар һатып алыу кәрәклеген билдәләне.
Ведомство-ара комиссия ултырышында “Ростех” дәүләт корпорацияһының “Берләштерелгән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте етештергән газ турбинаһы двигателдәрен етештереү һәм ремонтлау буйынса етештереү программаларын тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бүленде. “Инжиниринг Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Сергей Михайлов әйтеүенсә, “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” предприятиеһы “Газпром” предприятиелары өсөн “АЛ” серияһы газ турбинаһы двигателдәрен әҙерләү һәм ремонтлау программаһын арттыра.
- Киләсәктә оҙайлы сроклы Өфө моторҙар эшләү предприятиеһының тәьмин ителеше йылына кәмендә 20 яңы АЛ-31СТ двигателе һәм 30-лап ремонтланған әйбер төрө тәшкил итәсәк, – тине Сергей Михайлов. “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәте етәкселеге Шаҡшала газ һурҙырыу агрегаттары өсөн индустриаль двигателдәр йыйыу һәм һынау комплексын төҙөү буйынса проектты тормошҡа ашырыуҙы тиҙләтеү тураһында ҡарар ҡабул итте, тип өҫтәне ул.
Бынан тыш, 2022 йыл башынан “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы - Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе” базаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты һәм Томск политехник университеты менән хеҙмәттәшлектә “АЛ” серияһындағы газ турбиналы двигателдәрҙе файҙаланыу менән шөғөлләнгән персоналды уҡыта башлағандар. “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов билдәләүенсә, двигателдәр ҡулланыу географияһы киңәйгән һайын етештереү-уҡытыу үҙәге бөтә Рәсәй буйлап газ-транспорт предприятиелары белгестәрен әҙерләү майҙансығына әүерелеүе ихтимал.
“Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе”нең идарасы директоры Евгений Семивеличенко белдереүенсә, 2022-2023 йылдарҙа предприятие ике АЛ-41СТ яңы перспективалы двигателенең тәжрибә өлгөһөн сығарасаҡ. Бының өсөн стенд яңыртыласаҡ. Ә артабан йыйыу һәм һынауҙарҙы Шаҡшалағы яңы майҙансыҡта ойошторалар. Һынау комплексын төҙөү проектына ярҙам итеү өсөн ултырышта ҡатнашыусылар Сәнәғәтте үҫтереү федераль фондына ҡушып финанслауға ғариза төҙөргә тәҡдим итте.
Фекер алышыу аҙағында “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов Башҡортостан Республикаһы һәм “Газпром” асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙе әүҙемләштерергә тәҡдим итте. Документты 2022 йылғы Петербург халыҡ-ара газ форумына әҙерләү күҙаллана. Радий Хәбиров был тәҡдимде хупланы һәм республика Хөкүмәтенә яңыртылған килешеү өҫтөндә эштә ҡатнашырға ҡушты. Республика Башлығы ултырышта ҡатнашыусыларға һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе һәм 2022 йылда уңыштар теләне.
Ведомство-ара комиссия ултырышынан һуң Радий Хәбиров предприятиеның “йөрәге”ндә – “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең етештереү-диспетчер хеҙмәтендә булды. Бында аныҡ ваҡыт режимында технологик процестарға һәм ҡорамалдарҙың эксплуатация характеристикаларына, шул иҫәптән видеоконтроль сараларын файҙаланып, мониторинг үткәрелә. Предприятие объекттар етештереүҙе автоматлаштырыу һәм телемеханизациялау, юғары тиҙлекле сүс-оптик һәм һанлы радиорелеле элемтә үткәргестәрен төҙөү һәм сафҡа индереү буйынса ҙур эш башҡарҙы, тине Шамил Шәрипов. Былар барыһы ла төбәктең газ транспорты системаһы менән идара итеү сифатын һәм тиҙлеген арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Радий Хәбиров шулай уҡ “Газпром трансгаз Өфө” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең мәғлүмәт-күргәҙмә үҙәге экспозицияһы менән танышты. Уның дөйөм майҙаны 350 квадрат метр тәшкил итә. Ул 2019 йылда корпоратив музейҙа асылған. Бында тәүге газ магистралдәре төҙөлөшөнөң уникаль кадрҙары, төбәктең газ-транспорт системаһын булдырған фронтовиктарҙың фотолары менән мультимедиалы панорама, предприятие үҫешенең төп этаптары буйынса интерактив карта күрһәтелгән. Заманса мультимедиалы технологияларҙы һәм интерактив контентты тарихи инсталляциялар һәм артефакттар менән тәбиғи берләштереү мәғлүмәт-күргәҙмә үҙәгенең үҙенсәлеге булып тора.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.