Иҡтисад
27 Ғинуар 2022, 11:40

Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар

Әгәр һеҙҙең йортоғоҙ быға тиклем газ үткәрелгән ауыл йә ҡасабала һалынған икән, ер участкағыҙға тиклем газды бушлай үткәрәсәктәр.

Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптарЗәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар
Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар

Газ үткән тораҡ пункттарҙа йәшәүселәрҙең ер участкаһына тиклем зәңгәр яғыулыҡ һуҙыу мөмкинлеге бар, был эш бушлай атҡарыла.

Был мөмкинлек менән кем файҙалана ала? Шарттары ниндәй? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡарайыҡ.

Өҫтәмә газ үткәреү зәңгәр яғыулыҡ үткән ауыл-ҡасабаларҙа ер участкаларына тиклем газ үткәргес һуҙыуҙы аңлата. Был ауыл-ҡасабаларҙа газ үткәреү селтәре һалынған, ә тейешле ҡорамалдар йорттарға яҡын урынлашҡан булыуы мотлаҡ.

Әйтәйек, ауылдың төп урамдарына газ үткән, тик яңы урамдарҙа һәм тап һеҙҙең йортоғоҙға килеп етмәгән булһа. Төп шарттың береһе – зәңгәр яғыулыҡ йортто йылытыуға тотонолорға тейеш. Әгәр газ үткәреү эшҡыуарлыҡ менән бәйле булһа, шарттар үҙгәрә.

Әгәр һеҙҙең йортоғоҙ быға тиклем газ үткәрелгән ауыл йә ҡасабала һалынған икән, ер участкағыҙға тиклем газды бушлай үткәрәсәктәр. Ә ихаталағы эштәрҙе, шул иҫәптән газ селтәрен үткәреү, кәрәкле ҡорамалдарын ҡуйыу һәм башҡа эштәрҙе үҙ өҫтөгөҙгә алырға кәрәк буласаҡ.

Мәҫәлән, һеҙ йәшәгән тораҡ пунктта газ үткән, ти. Быға тиклем йорт хужаларына зәңгәр яғыулыҡ үткәреү өсөн ихатаһына тиклем газ торбаларын үҙ иҫәбенә һалырға кәрәк ине. Был ғаиләнән ҙур сығымдар талап иткән, ҡыйбатлы сара булып торҙо. Күптәр шуға ла газ үткәреүҙән баш тартып, утын йә электр ҡорамалдары менән өйөн йылытты. Хәҙер иһә газ ихата сигенә тиклем бушлай үткәреләсәк. Был хаҡта норматив акттар 2021 йылдың көҙөндә ҡабул ителде.

Программала ҡатнаша алаһығыҙмы?

Был программа менән файҙаланыр өсөн түбәндәге шарттар үтәлгән булырға тейеш:

- Ауыл йә ҡасабаның өлөшләтә зәңгәр яғыулыҡҡа тоташыуы.

- Һеҙҙең йорт һәм ер участкаһы шәхси милектә йәки закон менән ҡаралған рөхсәте булыуы мотлаҡ. Быны дәлилләгән документтар йорт ҡужаһының ҡулында булырға тейеш.

Башҡортостан буйынса Росреестр белгестәре аңлатыуынса, милекселәр кадастр теркәлеүҙе үтергә һәм уларҙың күсемһеҙ мөлкәтенә — ер участкаһына, йорт хужалығына хоҡуҡтарҙы теркәргә тейеш. Әгәр хужаның ундай документтары булмаһа, тәү сиратта уларҙы юлларға, унан һуң ғына йортто газға тоташтырыу өсөн ғариза бирергә кәрәк.

Ер участкаһының кадастр картаһын теркәү өсөн кәрәкле документтар: участка сиктәрен билдәләгән һәм техник план. Был документтарҙы кадастр инженерҙары әҙерләп бирә.

Һеҙ йәшәгән ауыл йәки ҡасаба әлеге программаға индерелгәнме, юҡмы икәнен белеү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса инергә кәрәк: https://connectgas.ru/gasification_program

Фото һәм сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.

Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар
Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар
Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар
Зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу: һорауҙар һәм яуаптар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас