Иҡтисад
28 Ғинуар 2022, 06:40

Хужаларының кемлегенә ҡарамайынса...

2022 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр “Ер аҫты байлыҡтары тураһында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде.

Олег Яровиков.Олег Яровиков.
Фото:Олег Яровиков.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов ер аҫтын файҙаланыу өлкәһендә хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәләләре буйынса комиссияның эшмәкәрлеге тураһында интервью бирҙе. 

 2022 йылдың 1 ғинуарынан Рәсәйҙә 30 йыл эсендә тәүге тап­ҡыр “Ер аҫты байлыҡтары тура­һында”ғы законға үҙгәрештәр индерелде. Төҙәтмәләр төрлө мәсьә­ләләргә һәм йүнәлештәргә ҡағыла­саҡ, шуларҙың береһе – ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәр­леген контролдә тотоуҙы көсәйтеү.

Был мәсьәлә файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарына бай Башҡортостан өсөн әлеге мәлдә көнүҙәк булып тора, сөнки ер аҫтын файҙа­ла­ныу­сыларҙың эшмәкәрлеге йәмғиәттә лә, власть органдарында ла ҙур дәғүәләр тыуҙыра. Республикала ошо йүнәлештәге мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн Башҡортостан Баш­лығы Радий Хәбировтың башлан­ғысы менән уҙған йылдың июнендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадра­новтың етәкселегендә ер аҫтын файҙаланыусыларҙың эшмәкәр­леге һәм төбәк биләмә­һендә ер аҫ­тын файҙаланыу өлкә­һендә хо­ҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү мәсьәлә­ләре буйынса ведомство-ара комиссия ойошторолдо. Азат Шамил улы “Башинформ” агентлы­ғына биргән интервьюһында комис­сияның эшмәкәрлек асылы һәм һөҙөмтәлелеге, шулай уҡ ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә өҫтөнлөклө йүнәлештәр хаҡында һөйләне.

 

– Азат Шамил улы, былтыр депутаттар корпусы, йәмәғәт­селек, киң мәғлүмәт саралары ҡануниәткә үҙгәрештәрҙе әүҙем тикшерҙе һәм тәүҙән үк контрол­дең көсәйтеләсәге аңлашыла ине. Әйткәндәй, ер аҫты байлыҡ­тары буйынса төбәк ведомство-ара комиссияһы 2021 йылдың июнендә төҙөлгәйне. Бәлки, федераль яңылыҡтар көсөнә ингәс, ярты йыл көтөргә булғандыр?

– Һәм ваҡытты үткәрергәме? Беҙ ер аҫты байлыҡтарын намыҫ­һыҙ файҙаланыусылар менән алдараҡ эш башланыҡ, сөнки урындағы халыҡтың мәнфәғәттәре, иҡтисадты үҫтереү һәм, әлбиттә, республика биләмәһендә экологияны һаҡлау тәңгәлендә баланс булдырыу кәрәклеген аңлайбыҙ.

Үкенескә ҡаршы, тиҫтәләгән йылдар дауамында дәүләт яғынан тейешле иғтибар булмау арҡа­һында проблемалар килеп тыуҙы, урындағы халыҡтың ризаһыҙлығы артты һәм хөкөмһөҙлөк башбаштаҡлыҡ тыуҙырҙы.

Шуны аңларға кәрәк: Башҡорт­остан – файҙалы ҡаҙылмаларға бай төбәк. Беҙҙә алтын һәм тиҫтә­ләгән төҫлө тәбиғи таш күпләп табыла, ә Ағиҙел йылғаһының бассейны – ул юғары сифатлы ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы ятҡылыҡ­тары.

Килеп тыуған проблемаларҙың күләмен һәм буталсыҡлығын баһа­лап, Радий Фәрит улы ер аҫты бай­лыҡтарын файҙаланыу мәсьә­лә­ләре буйынса ведомство-ара комиссия төҙөнө, ул төрлө ведомст­воларҙың көсөн берләштерергә ҡарар итте.

 

– Ләкин махсус контролдә тотоусы ведомстволар бар бит, уларҙың бурысы нәҡ бөтә яҡтар­ҙың мәнфәғәттәре балансын һаҡлауҙы күҙәтергә тейеш тә инде: Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, прокуратура, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министр­лығы һәм башҡалар.

–  Тап шулай. Был мәсьәләгә ҡатнашлығы булған республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, федераль структуралар, хоҡуҡ һаҡлау һәм күҙәтеү органдары вәкилдәре ведомство-ара комиссия составына инде. Әммә уларҙан тыш, ведомство-ара комиссия ағзалары араһында ер аҫты байлыҡтарын эшкәртеү алып барылған ҡала һәм район хаки­миәте башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, ғилми даирә вәкилдәре лә бар. Йәғни алда әйтеп үткән балансты һаҡлау менән туранан-тура ҡыҙыҡһынған кешеләр.

 

– Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген нисек баһалайһығыҙ?

–  Ошо көндәрҙә “Башинформ” сайтында “Граф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында мәғлүмәт баҫылды. Шулай уҡ Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ-Урал төбәк-ара идаралығы “Башнедра”ға “Граф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ер аҫты байлыҡтары менән файҙаланыуға лицензияһын ғәмәлдән сығарыу тураһында мәсьәләне ҡарау үтенесе менән хат ебәрҙе. Ведомство-ара комиссияның һуңғы ултырышында тап ошондай ҡарар ҡабул ителде.

Комиссия ойошторолғандан алып Урал аръяғының күп кенә ер аҫтын файҙаланыусылары уның иғтибар үҙәгенә алынды, улар бығаса законды үтәмәй һәм республика тәбиғәтен һаҡлау хаҡында хәстәрлек күрмәй эшләп килә ине. Тап урындағы халыҡтың экологик хәүефһеҙлеккә, ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәр, сабынлыҡ биләмәләре менән файҙаланыуға хоҡуғын боҙоу ведомство-ара комиссияны ойоштороу сәбәптәренең береһе булды. Уны Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров уҙған йылдың майында булдырырға ҡушҡайны.

Комиссия Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының Күсей ауылы эргәһендә алтын табыу менән шөғөлләнгән, әммә лицензия шарттарын һәм экология ҡануниәтен ныҡ ҡына боҙған “Таналыҡ” һәм “Граф” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәттәренең эшмәкәрлегенә айырым иғтибар бирҙе. Был компа­нияларҙы Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт, прокуратура бер нисә тапҡыр тикшергән. Әммә штраф уларҙы тәртипкә өйрәтеү йәһәтенән артыҡ һөҙөмтәле сара булмай сыҡҡан.

2021 йылдың июлендә урын­дағы халыҡтың һәм комиссияның талабына ярашлы, компания хужалары файҙаланылған ер участкаларын рекультивациялау, урындағы йәмәғәтселек менән бәйләнеш булдырыу һәм райондың социаль-иҡтисади үҫешендә ҡатнашыу буйынса йөкләмә алды.

2021 йылдың ноябрендә мин һәм республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров компания­ларҙың килешеүҙе нисек үтәүен тикшереү өсөн ҡабаттан Баймаҡ районына юлландыҡ. “Граф” яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәте етәк­селеге ниндәйҙер саралар күрһә лә, йөкләмәләр үтәлмәй ҡалды. Ер аҫтын файҙаланыусылар яғынан диалог, ярты йыл элекке кеүек, “хәлебеҙгә инегеҙ” кимәлендә ҡал­ды. Әммә был урындағы ха­лыҡтың да, власть органдарының да ише­тергә теләгән яуабы түгел. Шуға күрә 2021 йылдың 30 ноябрендә ведомство-ара комиссия ултырышы үтте, унда үрҙә әйтелгән компанияларҙың эшмәкәрлеген туҡтатыу, уларҙың лицензияларын тартып алыу һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырыу тура­һында ҡарар ҡабул ителде. Ул саҡта Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ Урал төбәк-ара идаралығы етәксеһе Роман Болотов “Граф” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡарата 400 миллион һумлыҡ зыян килтереү процедураһы бара, ә тәьмин итеү саралары милексегә яуаплылыҡтан ҡотолорға ирек бирмәйәсәк”, тип белдерҙе.

Бөгөн ведомство-ара комиссия эште аҙағына тиклем еткерә белә, ә муниципаль, төбәк власының һәм федераль күҙәтеү органдарының яйға һалынған эше тейешле һөҙөм­тә бирә, тип тулы ышаныс менән әйтергә мөмкин. Шуны айырып әйткем килә: комиссия карьер­ҙар­ҙың милекселәренә ҡарама­йынса, берҙән-бер критерий нигеҙендә эшләй – тәбиғәтте һаҡлау ҡануниәтен һәм лицензия шарттарын мотлаҡ үтәү.

 

Гөлдәр Яҡшығолова әҙерләне.

Читайте нас