Иҡтисад
28 Ғинуар 2022, 06:45

Урман “күләгәнән” сыға

1 ғинуарҙан ағасты ташыуға бәйле талаптар үҙгәрҙе.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин урман сәнәғәтен “күләгәнән” сығарыу ниәтенән ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыу йүнәлешендә ағасты һатыуҙы күҙәтеү буйынса яңы тәртип 2022 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Был ағасты бүрәнәләй көйөнсә экспортҡа сығарыу юлын яба. Ғәмәлдә сеймал әйләнешен күҙәтеүҙең һанлы мәғлүмәт системаһы эш башланы.

“Яңы тәртип ғәмәлдәге ҡануниәтте күҙәтеп эшләгән эшҡыуарҙарға ҡамасауламаясаҡ, ә “ҡара урман ҡырҡыусылар” өсөн ул етди кәртә буласаҡ”, – тип билдәләне Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин. 

 

Яңы ҡағиҙәләр ниндәй шарттар ҡуя?

 

Ғөмүмән, 2022 йылдың 1 ғинуарынан ағасты ташыуға бәйле документтарҙы тултырыуға ҡарата талаптар үҙгәрҙе. Хәҙер төрлө төрҙәге транспортта ағасты ташыу һәм күсереү, шул иҫәптән киле­шеү нигеҙендә ағасты һәм унан етеш­терелгән тауарҙарҙы ташыу ағастың хужаһы, йөктө оҙатыусы, йөктө ҡабул итеүсе, ташыусы, уның күләме, төрө һәм сорты, оҙатыу һәм алып барыу урыны, ағасҡа килешеү реквизиттары, шулай уҡ ағас ташыған транспорт сараһының дәүләт теркәүе һаны һәм электрон теркәү документтары тураһында мәғлүмәттәр булғанда ғына рөхсәт ителә.

Ағас менән бергә ебәрелгән теркәү документтары 1 ғинуарҙан ғәмәлдән сыҡ­ты. Эшҡыуарҙар электрон документ­тар­ҙы һәм ағасты ташыуға QR-кодты әҙерләү өсөн Ағасты һәм уның киле­шеү­ҙәрҙе иҫәпкә алыу берҙәм дәүләт авто­матлаштырылған мәғлүмәт систе­ма­һын (ЛесЕГАИС) йәки офлайн тәрти­бендәге технологиялар ярҙамында эшлә­гән махсус мобиль ҡушымтаны (мәғлүмәт системаһы операторы бушлай ҡулланыу мөмкинлеген бирә) файҙаланырға тейеш.   

 

Был система нисек эшләйәсәк?

 

Әлбиттә, һәр яңы эште башлаған саҡта ауырлыҡтар ҙа, етешһеҙлектәр ҙә була. “Ә был система эшләргә әҙер­ме? Ул нисек тормошҡа ашырыласаҡ?” тигән һорау һәр кемде борсойҙор.

Белгестәр уртаҡлашыуынса, һәр ҡырҡындыға һәм келәткә келәймә (маркировка) ҡуйыласаҡ. Был ағастың һәм унан етештерелгән төҙөлөш материал­дарының законһыҙ әйләнешенә сик ҡуйырға һәм ил иҡтисадына ла урман сәнәғәте ыңғай һөҙөмтә бирергә тейеш.

Хәҙер илдән эшкәртелмәгән ағасты сығарыу буйынса ла сикләүҙәр индерелә, был сара сеймал Рәсәй эшкәртеү­селәренә ҡалһын өсөн күрелә. Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығынан аңлатыуҙарынса, 1 ғинуарҙан ылыҫлы һәм ҡиммәтле япраҡлы тоҡомло (имән, бук, дардар) эшкәртелмәгән ағастар бары ике тимер юл пункты аша үткәреләсәк: Люття – Финляндия һәм Хәсән – Төньяҡ Корея сиктәрендә.

Бындай сара Рәсәйҙә алты миллион кубометр ағасты ҡалдырыуға булышлыҡ итәсәк. Әгәр илдә сеймалға ҡытлыҡ булмаһа, эшкәртеүселәр ағасты алдағыға ҡарағанда осһоҙораҡ хаҡҡа алыу мөмкин буласаҡ. Был илдә ағас торлаҡ һәм социаль объекттарҙы күберәк төҙөүгә булышлыҡ итәсәк, тип иҫәпләйҙәр ведомствола.

Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Виктория Абрамченко белдереүенсә, 2022 йылдың 17 ғинуарына ҡарата           ЛесЕГАИС-та 20 меңдән ашыу файҙа­ланыусы теркәлгән. Байрам көндәрендә биш миллион кубометр күләмендәге ағасты ташыуға 120 меңдән ашыу электрон оҙатыу документы төҙөлгән.         

Әйткәндәй, ЛесЕГАИС  2016 йылдан эшләй, тәүҙә унда ағасҡа бәйле килешеүҙәр, диләнкәләр һәм ҡуртымсылар тураһында мәғлүмәт теркәлеп килә. Ә 1 ғинуарҙан уға электрон оҙатыу документы индерелә башланы. Ул ЛесЕГАИС-та һәм “ЛесЕГАИС мобайл” мобиль ҡушымтала күренә. Әгәр элек ҡуртымсы ҡағыҙ документты икенсе кешегә һата алһа, ә хәҙер электрон документты бирергә ярамай.

Әлбиттә, 2021 йылдан урманды файҙаланыусылар һанлы, электрон документ әйләнеше ғәмәлгә инеүе тураһында алдан уҡ иҫкәртеп килде. Был системаға өйрәнеү өсөн ярты йыл ваҡыт та бирелде. Шуға ла ҡуртымсылар өсөн был яңылыҡ булмағандыр.

– Беҙ күптән электрон  документтар менән эшләйбеҙ. Ағас әҙерләүселәр был системаға тоташырға тейеш. Әгәр ҙә ағас әҙерләүҙең иҫәпкә алынмауы асыҡланһа, суд ҡарары буйынса транспорт сараһынан һәм ағас материал­дарҙан ҡолаҡ ҡағыуың да бар, – тине “Сильва лес” ағас әҙерләү компанияһы белгесе Шамил Шәрипов.

Урындарҙа хәлдең барышы менән ҡыҙыҡһынып, Тирлән урмансылығы етәк­сеһе Наил Әхмәтшингә шылтыраттыҡ.

– Хәҙер беҙҙең телефондарҙа махсус программа бар һәм йөк автомобил­дәренең ҡайһы диләнкәнән ағас сығарғанын, ҡайҙа юлланғанын беләбеҙ. Әле туҡтатып тикшергән автотранспорт водителдәре QR-код менән йөрөй. Ҡуртымсылар был тәртиптең беҙгә генә түгел, ә улар өсөн дә индерелгәнен яҡшы аңлай, – тип билдәләне Наил Үзбәк улы.

 

Үҙгәрештәр ябай халыҡҡа ҡағыламы?

 

Белеүебеҙсә, урманда ҡуртымсылар ғына түгел, ябай граждандар ҙа ағас ҡырҡа – уларға төҙөлөш, утын өсөн ағас бүленә. Әлбиттә, ябай кешеләрҙе лә “Үҙгәрештәр беҙгә лә ҡағыламы?” тигән һорау борсой.

– ЛесЕГАИС ҡуртымсыларға һәм эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгәндәргә  ҡағыла. Әгәр ҙә граждан ваҡлап сауҙа итеү селтәрендә 10 кубометрға тиклем ағас материалы алһа, документ төҙөлмәй, әгәр ҙә 10 кубометрҙан ашһа, тауарҙы һатыусы электрон теркәү документын тултыра.

Граждандарға ағас шәхси мохтаж­лыҡтары өсөн бирелә: төҙөлөшкә, утынға, ремонтҡа. Шуға ла был ағасты һатырға ярамай. Һатып алыу-һатыу килешеүенә ярашлы, ағасты һатҡан кешеләрҙе граждандар яуаплылығына тарттырыу ҡаралған. Шәхси эшҡыуарҙар нотариаль килешеү нигеҙендә уларҙың диләнкәһен эшкәртеүҙә ярҙам итә ала,  – тип аңлаттылар беҙгә.

Әлбиттә, ошо тема буйынса артабан да сығыштар әҙерләрбеҙ. Уларҙа урман сәнәғәте өлкәһенә, ағас әйләнешенә ҡағылған башҡа һорауҙарға ла яуап эҙләрбеҙ.

 

Юнир САДИҠОВ, Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының Федераль дәүләт урман һәм янғын һағы күҙәтеүе бүлеге начальнигы:

– Ағас менән бергә ебәрелеүсе теркәмә доку­менттарға ҡағылышлы тағы бер яңылыҡ бар: ағас ташыған транспорт сараһы тәғәйен урынға барып еткәс, ошо документтың ғәмәлдән сығыуы тура­һындағы мәғлүмәттәр ЛесЕГАИС-ҡа индерелергә тейеш. Алып барыу осрағы ғына теркәлмәй, ә транспорт сараһының электрон теркәмә документында күрһәтелгән килеү ваҡыты ла күрһәтелә.

Ҡабул итеү электрон теркәмә документ (ЭСД) мәғлүмәттәренә бәйле документтарҙы келәттә булдырыуҙы күҙ уңында тота. ЛесЕГАИС-ҡа ағас партияһының алып киленеүе тураһында мәғлүмәт килә. Әгәр ҙә теркәмә ҡағыҙ ябылмаһа, система был транспорт сараһында киләһе ағас партияһын ташыуға яңы теркәмә документты бирмәйәсәк. Система “машина алдағы йөктө күсереүен дауам итә’’ тип күрһәтәсәк.

Был саралар ағас әйләнешенең берҙәм асыҡ системаһын булдырыу һәм уның ҡырҡындынан алып һуңғы ҡулланыусыға тиклемге юлын күҙәтеү мөмкинлеген бирә. Электрон теркәмә документ барлыҡҡа килгәндән һуң ҡырҡындынан йәки келәттән иҫәпкә алынмаған ағасты ялған юл менән сығарыу мөмкин булмаясаҡ.

 

Наил ҒӘББӘСОВ, “Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры:

– Яңы үҙгәрештәр ағас баҙары тармағын системаға һалыуға булышлыҡ итәсәк, уның барлыҡ сылбыры асыҡ сағыласаҡ. Шулай итеп, тармаҡта намыҫлы ҡатнашыусылар ғына ҡаласаҡ – ағас ҡырҡыуҙан алып әҙер тауар етештереү һәм уны Рәсәйҙән сығарып һатыуға тиклем. Бындай шарттарҙа беҙҙең төбәктең ағас эшкәртеү йүнәлешендә инвестициялар йәлеп итеүсәнлеге артасаҡ ҡына.

 

Рөстәм ХАЛИҠОВ, урмансылыҡ эше өлкәһендә программа менән тәьмин итеүсе “АВЕРС информ” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры:

– Электрон теркәмә документ – үҙгәртеп ҡороуҙың, һанлаштырыуҙың бер өлөшө. Һанлаш­тырыу сараһы урман хужалығында йылдам бара. Мәҫәлән, 2021 йылдың 1 июленән декларация, урманды файҙаланыу отчеты кеүек документтар тик һанлы рәүештә – электрон документтар төрөндә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырыла.

2022 йылдың 1 мартынан урман декларацияһы, урманды файҙаланыу отчеты машина уҡый алған документ төрөндә тапшырылырға тейеш, йәғни ул автоматик рәүештә эшкәртеүгә тәғәйенләнгән. Ағасты бушатыу, күсереү, эшкәртеү электрон теркәмә документ аша башҡарылырға тейеш. Ул 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем ҡағыҙҙа алып барылһа, хәҙер һанлы тәртипкә күсерелә.

Һатыусы тауарҙы оҙатҡанда махсус программа менән тәьмин ителгән электрон оҙатыу документы тултыра, ә һатып алыусы ағас материалды ҡабул иткәндә был документты яба. Шулай итеп, бер документ менән иҫәпһеҙ йөрөүҙәргә сик ҡуйыла, йәғни бөтәһе лә мотлаҡ ябылып барырға тейеш. Был махсус программа ярҙамында тормошҡа ашырыла: Федераль урман агентлығы тарафынан махсус сығарылған мобиль ҡушымта йәки Ағасты һәм уның килешеүҙәрҙе иҫәпкә алыу берҙәм дәүләт автомат­лаштырылған мәғлүмәт системаһының (ЛесЕГАИС) электрон варианты аша. Система тағы ла камил­лаштырыуҙы талап итә, әле уның өҫтөндә эш алып барыла. 1 ғинуарҙан 1 мартҡа тиклем урман­сылыҡ эшендә ҡатнашыусылар һәр килешеүҙе электрон теркәмә документ аша алып барырға тейеш.

1 марттан ЛесЕГАИС системаһы артабан камиллашасаҡ – баланслы модель барлыҡҡа киләсәк. Ул урман материалдарының һан иҫәбен алып барасаҡ, йәғни һатыусы электрон теркәмә документты тултырғанда ЛесЕГАИС-та һан иҫәбен дә күрһәтәсәк, күпме ағас ҡалған, ә һатып алыусыла уның күләменең артыуы билдәләнәсәк. ЛесЕГАИС ярҙамында ағастың барлыҡ хәрәкәт сылбыры асыҡ күренә. Был барлыҡ төр ағастарға ла ҡағыла. 2023 йылдың 1 ғинуарынан ЛесЕГАИС туҡтатыласаҡ һәм яңыһы – Урман комплексының федераль дәүләт мәғлүмәт системаһы (ФГИС ЛК) барлыҡҡа киләсәк Һәм ул берҙәм буласаҡ.

Рәмилә МУСИНА.

Читайте нас