Иҡтисад
28 Ғинуар 2022, 12:45

Волга буйы федераль округында - беренсе

Бөгөн Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһы тулыһынса маркировкалана...

Волга буйы федераль округында - беренсеВолга буйы федераль округында - беренсе
Волга буйы федераль округында - беренсе

Башҡортостан Волга буйы федераль округында маркировкаланған һөт аҙыҡтарын етештереү буйынса иң алдынғы. Республиканың 93 предприятиеһы һөт продукцияларын маркировкалай – был округта иң яҡшы күрһәткес.

Рәсәйҙә һөт продукцияһын мотлаҡ маркировкалау 2021 йылдың 1 июненән этаплап тормошҡа ашырыла.

“Төбәк предприятиелары был мәсьәләгә етди ҡарап, кәрәкле ҡорамалдарҙы һатып алды, программа менән тәьмин ителеү урынлаштырҙы. Бөгөн Башҡортостан етештереүселәренең продукцияһы тулыһынса маркировкалана” – тине БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов.

Сығымдарҙы минималләштереү маҡсатында, етештереүселәргә федераль кимәлдә төрлө ярҙам саралары ҡаралған.

Эксперттар фекеренсә, һөт продукцияларын маркировкалау, тәү сиратта, магазин кәштәләрен сифатһыҙ аҙыҡ-түлектән бушатҡан. Перспективалы технологиялар үҫеше үҙәгенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, маркировкалау хатта һөт продукцияһына хаҡтарҙың үҫешен тотҡарлаған.

 

Автор:Римма Султанова
Читайте нас