

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә хеҙмәт етештереүсәнлегенә ҡағылған яҙма ҡалдырҙы.
“Рәсәй иҡтисадындағы системалы төп проблемаларҙың береһе – түбән хеҙмәт етештереүсәнлеге, был хәл әүәл-әүәлдән килә. Бер мәл ошо мәсьәләнең тарихын өйрәнә башланым һәм уны Владимир Ильич Лениндың да хәл итергә маташҡанын асыҡланым. Владимир Владимирович Путин да ошо теманы бер нисә тапҡыр күтәрҙе; 2018 йылда ул хатта махсус милли проектты ла ғәмәлгә индерҙе.
Беҙҙең Хөкүмәт өсөн “һөҙөмтәлелек” темаһы бик мөһим, шуға күрә етештереүсәнлекте арттырыу мәсьәләһе менән беҙ иртәнән алып кискә тиклем шөғөлләнәбеҙ. Федераль компетенциялар үҙәге кеүек үк үҙебеҙҙә лә ошондай төбәк үҙәген астыҡ. Уның белгестәре предприятиеларға барып, етештереүҙең ҡоролошон өйрәнә, һүлпән звеноларҙы асыҡлай – һәм телгә алынған заводтарҙың етәкселеге менән төп процестарҙы ҡулайлаштырыу буйынса план төҙөй, унан һуң уны берлектә ғәмәлгә индереү менән шөғөлләнә.
Был программа етештереү ҡеүәтен мөмкин тиклем файҙаланыу, техниканың төҙөк булмауы арҡаһында эштәге өҙөклөктө, брак процентын кәметеү һәм тауарҙың сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә. Практик ҡарарҙарҙы ғәмәлгә индереү менән бер рәттән эксперттар персоналға һөҙөмтәлелектте арттырырға булышлыҡ иткән заманса эш алымдарын өйрәтә.
Юғары һәм урта звено етәкселәре идара итеү оҫталығын арттырыу һәм экспорт баҙарына сығырға әҙерләнеү буйынса федераль программалар нигеҙендә Мәскәүгә уҡырға бара ала. Ҡыҫҡаһы, милли проектта ҡатнашыу тотҡарлыҡтарҙы кәметергә, продукцияны күпләп сығарырға, өҫтәмә инвестиция һалмайынса, эске резервтарҙы эҙләп табыу иҫәбенә табышты арттырырға ярҙам итә.
Телгә алынған ярҙамдан тыш, предприятиелар милли проект сиктәрендә Сәнәғәтте үҫтереү фондынан ташламалы заемға, һалым өҫтөнлөктәренә һәм сығымдың бер өлөшөн ҡаплау өсөн субсидияға иҫәп тота ала”, – тип яҙған Премьер-министр Фейсбуктағы сәхифәһендә.
Ул шулай уҡ Instagram селтәрендәге сәхифәһендә лә ошо мәсьәләне телгә алды
“Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектына ярашлы, Федераль компетенциялар үҙәге төбәктәрҙә программаны тормошҡа ашырыу һөҙөмтәлелеге буйынса эшкә йомғаҡ яһаны; беҙҙең төбәк үҙәге өсөнсө урынды алды.
Беҙ ҡатнашыусылар һаны буйынса планды уҙған йылға ғына түгел, быйылға ла арттырып үтәнек. Әле Башҡортостанда милли проектҡа 127 предприятие йәлеп ителгән; шуларҙың 80-ендә етештереү ғәмәлдәрен ҡулайлаштырыу тамамланған да инде. Хеҙмәт етештереүсәнлеге уларҙа 30 процентҡа тиклем артҡан, ә сығым тиҫтәләрсә миллионға кәмегән.
Мәҫәлән, Өфөнөң “Контроль пакет” төргәк етештереү заводы – 42 миллион һумды, ә “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” 27 миллион һумды экономиялаған. “Өфөгормолзавод” ҡорамалдарҙы файҙаланыу һөҙөмтәлелеген арттырған.
Бындай миҫалдар бихисап; был яҡшы күрһәткес. Әммә, юғары позицияға ҡарамаҫтан, Башҡортостан предприятиеларында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу ҡеүәте бөтмәгән әле. Шуға күрә был эште беҙ артабан да дауам итәбеҙ”, – тип яҙған Андрей Назаров.
Фото: facebook.com/photo.php