Иҡтисад
31 Ғинуар 2022, 15:00

"НефАЗ" үҫеш кисерә

Уларҙың автобустары Рәсәйҙең 60 төбәгендә һәм яҡын сит илдәрҙә файҙаланыла.

"НефАЗ" үҫеш кисерә"НефАЗ" үҫеш кисерә
"НефАЗ" үҫеш кисерә

Бөгөн “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Владимир Курганов Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә сығыш яһаны. Уны видеоконференция тәртибендә республика Башлығы Радий Хәбиров үткәрҙе.

“НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте үҙбушатҡыс ҡулайламалар һәм пассажирҙар транспорты сығара.

– Ике йыл эсендә предприятиеның килеме 70 процентҡа артты, 2022 йылда был күрһәткесте тағы ла 11 процентҡа – 36,7 миллиард һумға тиклем арттырыу маҡсатын ҡуябыҙ, – тине Владимир Курганов. – Автобустарыбыҙ Рәсәйҙең 60 төбәге һәм яҡын сит илдәр юлдары буйлап йөрөй.

Нефтекама ҡалаһының төп предприятиеһында 6250 хеҙмәткәр. 2021 йылда уртаса эш хаҡы күләме үҫеше 13,5 процент тәшкил иткән. “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры билдәләүенсә, 2022 йылда эш хаҡын тағы ла биш процентҡа арттырырға ниәтләгәндәр. Шулай уҡ предприятие һалым түләүҙәрен ике тапҡырға тиерлек арттырған.

– 2021 йылда беҙ яңы пассажирҙар транспорты моделдәренең тәжрибә өлгөләрен эшләнек. Улар иҫәбендә ҙур һыйҙырышлы, түбән иҙәнле 18 метрлыҡ электробус бар, ул әле сериялы етештереү алдынан һуңғы һынауҙар үтә. Шулай уҡ беҙ автоном йөрөшлө водоробус һәм троллейбус әҙерләнек, – тине Владимир Курганов. – 2024 йылда автобустар етештереүҙе йылына өс меңгә тиклем арттырырға һәм яңы быуын самосвал ҡулайламалары сығарыуҙы яңыртырға ниәтләйбеҙ. Был сифатлы һәм ҡулланыу үҙенсәлектәре юғары талаптарға яуап биргән йөк автотранспортын сығарырға мөмкинлек бирәсәк. Проект буйынса инвестициялар күләме дүрт миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.

– “НефАЗ” һоҡланғыс уңыштар күрһәтә, – тине Радий Хәбиров. – Сергей Анатольевич Когонин (“КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры) менән беҙ Нефтекамала сираттағы осрашыу үткәрергә һәм предприятиены артабан үҫтереү перспективаларын тикшерергә һөйләштек. Шулай уҡ Туймазы автобетоновоздар заводында индустриаль парк булдырыу ҡарары тармаҡ өсөн дә, беҙҙең республика өсөн дә ҙур әһәмиәткә эйә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа киләһе аҙнала урта һөнәри белем биреү йорттары директорҙарын саҡырып кәңәшмә уҙғарырға, унда төбәктең сәнәғәте һәм ауыл хужалығы ихтыяжы өсөн, шул иҫәптән “НефАЗ” предприятиеһы өсөн эшсе кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен тикшерергә ҡушты.

– Яҡын арала хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡ кисереүебеҙ ихтимал, – тине Радий Хәбиров. – Юҡҡа ғына 2022 йылды Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылы тип иғлан итмәнек. Кәңәшмәлә тематик йылдың саралар планын һәм иҡтисадты эшсе кадрҙар менән тулыландырыу мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ. Яңы һөнәрҙәр барлыҡҡа килә, тимәк, заман саҡырыуҙарына әүҙем яуап бирергә тейешбеҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас