

Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция режимында сираттағы “Транспорт сәғәте”н үткәрҙе, унда “Башавтотранс” предприятиеһының 2021 йылғы эш йомғаҡтары тикшерелде һәм киләсәккә бурыстар билдәләнде.
“Башатотранс” дәүләт унитар предприятиеһының генераль директоры Надир Самиевтың сығышынан күренеүенсә, коллектив 2019 - 2021 йылдарҙағы транспорт реформаһы осоронда ташыу күләмен 2018 йылдың аҙағындағы 78 миллион кешенән (йылына) 2021 йылға 104 миллион кешегә арттырған.
“Беҙ республиканың ярҙамы менән тотороҡло үҫәбеҙ, – тине Надир Самиев. – Төбәктәге транспорт реформаһы сиктәрендә ташыу составын киң масштабта яңырта башланыҡ, рөхсәтһеҙ ташыусылар менән көрәш бара, тармаҡта ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеүгә нигеҙләнгән һанлаштырыу системаһы индерелә. Ошо осорҙа ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү дөйөм күләмдең 80 процентына етте, ә республика ҡаҙнаһына һалым күләме бер миллиард һумдан ашты”.
Һуңғы ике йылда предприятие ҙур һыйҙырышлы 943 яңы автобус алған, бынан тыш, коллектив 269 автобусты яңыртҡан. Өфө маршруттарында автобус шоферҙарының уртаса эш хаҡы 49,4 мең һумға еткән.
Фото: glavarb.ru.