Иҡтисад
1 Февраль 2022, 11:45

Баш ҡаланың юбилейына ҙур бүләк әҙерләнә

Ҡала ҙурая, шуға күрә юл селтәрен үҙгәртмәйенсә мөмкин түгел.

Баш ҡаланың юбилейына ҙур бүләк әҙерләнәБаш ҡаланың юбилейына ҙур бүләк әҙерләнә
Баш ҡаланың юбилейына ҙур бүләк әҙерләнә

Республикаға идара итеү үҙәге социаль селтәрҙә яңы пост ҡуйҙы. Унда һүҙ Башҡортостан юлдаш телеканалының “Сәләм” тапшырыуы барышында рус телендәге тура бәйләнеш ваҡытында күтәрелгән көнүҙәк темалар тураһында бара.

“1 марттан Өфөлә Ағиҙел йылғаһы аша иҫке күпер ябыла. Реконструкция эштәре ярайһы уҡ ваҡыт дауам итәсәк, уны 2024 йылдың уртаһына тамамларға ниәтләйҙәр. Ләкин барыһы ла юҡҡа түгел – капиталь ремонттан һуң Көньяҡ инеү юлында 11 хәрәкәт һыҙаты буласаҡ! Баш ҡаланың юбилейына бына шундай ҙур бүләк әҙерләнә.

Яҙ көнө Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндереү башлана, ул оҙайлы ваҡытҡа ябыла. Транспорт министрлығына урау юл варианттарын әҙерләргә ҡуштылар. Урамды дүрт һыҙатҡа тиклем киңәйтеү, ә Генерал Рыленко урамы менән киҫелештә ике кимәлле юл үткәргес төҙөү планлаштырыла. Был реконструкция баш ҡалаға ныҡ кәрәк.

Бөтә ҡарарҙар ҙа  мөһим. Республикаға идара итеү үҙәгенә Пугачев урамының торошона ҡағылышлы мөрәжәғәттәр йыш ҡабул ителә. Ағиҙел йылғаһы аша күпер һәм Салауат Юлаев - Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге үткәүелде төҙөгәндә лә ялыуҙар күбәйгәйне. Ҡала ҙурая, Нуғай агломерацияһы тирәһендә йәшәүселәр иҫәбе лә арта, шуға күрә бында юл селтәрен үҙгәртмәйенсә мөмкин түгел.

Шул уҡ ваҡытта юлдар темаһы, көнүҙәклеген бер аҙ кәметеп,  һуңғы тәүлектә Республикаға идара итеү үҙәгенә килгән мөрәжәғәттәр араһында 4-се урынды биләй. Тәүге өс урында – һаулыҡ һаҡлау (278 ялыу), коронавирус (99) һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ (76).

Халыҡты сираттар, ПЦР-тест, бушлай дарыуҙар мәсьәләләре борсой. Был хаҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһының “Сәләм” тапшырыуы барышында тура бәйләнештә һөйләнеләр. Студияла ҡунаҡ – Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Елена Ғәлимулина булды”, - тип яҙҙы Республикаға идара итеү үҙәге.

Фото: resbash.ru 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас