

Алтынһыу төҫтәге көнбағыш майы – һәр йорт-фатирҙағы аш-һыу бүлмәһендә алмаштырғыһыҙ аҙыҡтарҙың береһе ул. Төрлө витаминдарға бай булыуы сәбәпле, ул ҙур һорау менән файҙаланыла.
Был шифалы майҙың ниндәй үҫемлектән эшләнеүе исеменән үк аңлашыла. Көнбағыш орлоҡтарын эшкәрткәндән һуң, бына тигән туҡлыҡлы аҙыҡ килеп сыға. Ә ҡасандыр уның сәскәләре ер биләмәләрен биҙәү өсөн генә файҙаланылған. 1829 йылда Рәсәйҙә беренсе тапҡыр ошо үҫемлектән Даниил Бочкарев май һығып алыу юлын тапҡан. Хәҙер инде ул – ил төбәктәрендә генә түгел, тыуған Башҡортостаныбыҙҙа ла даими эшкәртелгән төп май культураларының береһе. Йыл һайын республика Рәсәй күләмендә етештерелгән майҙың 10 процентын әҙерләй.
Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылында шәхси эшҡыуар Венер Шәйхулов етәкселегендәге коллектив-фермер хужалығы 2000 йылдар башынан көнбағыш майы етештерә. Башта был үҫемлектән файҙалы май һығып алыу ысулдарын өйрәнеү, бының өсөн техника һатып алыу менән ныҡлап шөғөлләнәләр. Хәҙер инде улар үҙҙәрен тәмле, сифатлы һәм экологик йәһәттән таҙа май әҙерләгән предприятие булараҡ танытҡан.
– Стәрлетамаҡтан Зөлфәр Хажиев исемле егет ошо эшкә өйрәткәйне. Уға рәхмәтем сикһеҙ. Ул ваҡытта беҙҙең яҡта көнбағыш майы етештергән бер хужалыҡ-ойошма ла юҡ ине. Һуңғараҡ, 2013 йылда, предприятиены үҙгәртеп ҡорҙоҡ. Ошо уҡ йылда грант алыуға өлгәштек, – тип үҫемлек майын нисек әҙерләй башлауы хаҡында һөйләне йүнсел.
Венер Нәркис улының ҡатыны Фәриҙә – хужалыҡтың бухгалтер-иҡтисадсыһы. Ҡыҙҙары Гөлфиә лә әсәһенең һөнәрен һайлаған, ошонда уҡ хеҙмәт итә. Кейәүҙәре Илнар Шаһморатов – ошо уҡ ауылдан. Ул предприятиела цех етәксеһе булып эшләй. Йәш ғаиләлә биш йәшлек Данир һәм өс йәшлек Даян үҫә. Бәлки, улар ҙа киләсәктә атай-олатайҙың хеҙмәт юлын дауам итер.
Фәриҙә менән Венер Шәйхуловтарҙың улы Фидан Өфө дәүләт нефть техник университетын уңышлы тамамлаған. Ул да ошо көнбағыш майы етештереү предприятиеһында эшләй, документтар өсөн яуаплы. Бынан тыш, технолог та ул. Былтыр егет Эльвина исемле ҡыҙға өйләнгән. Ул – әлегә Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты.
Хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә, көнбағышты республикабыҙҙағы төрлө райондарҙан, күрше Ырымбур өлкәһенән һәм башҡа төбәктәрҙән килтерәләр. Беҙ хужалыҡҡа барғанда, был үҫемлек майының “Золотинка” тип исемләнгән төрө әҙерләнеп, төрлө күләмле һауыттарға ҡойолғайны. Әйткәндәй, уны әҙерләгәндә бер ниндәй ҙә химик матдәләр файҙаланылмай, техник баҫым ярҙамында етештерелә. Был көнбағыш майы тулыһынса тәбиғи продукт булып тора һәм һатып алыусыларҙа ҙур һорау менән файҙалана.
Стәрлебаш районының Түбәнге Ибрай ауылында етештерелгән төрлө витаминдарға, микроэлементтарға бай көнбағыш майын киләсәктә лә магазин кәштәләрендә осратырбыҙ, һатып алыусылар үҙебеҙҙең тыуған ерҙә етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирер, тигән уй нығынды күңелдә.
Айһылыу НИЗАМОВА