Иҡтисад
1 Февраль 2022, 10:30

Тимер юлы тармағы артабан да үҫешәсәк

"Өфө – Ырымбур поезы бик популяр булып китте. Бөгөн Приют ҡасабаһына “Көнбайыш экспресс”ты ебәрҙек. Тиҙҙән Белоретҡа “Көнсығыш экспрессы” тәүге рейсҡа сыға".

Тимер юлы тармағы артабан да үҫешәсәкТимер юлы тармағы артабан да үҫешәсәк
Тимер юлы тармағы артабан да үҫешәсәк

Кисә, 31 ғинуарҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Рәсәй тимер юлдары” йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлы етәкселеге менән күсмә кәңәшмә үткәрҙе. Ул баш ҡаланың тимер юл вокзалында үтте, кәңәшмә алдынан ғына унан Өфө – Приют маршруты буйынса “Көнбайыш экспресс” юлға сыҡҡайны.

Кәңәшмәне башлап, республика етәксеһе Башҡортостанда тимер юл транспорты эшмәкәрлеге күрһәткестәренең ыңғай булыуын билдәләне.

– Һуңғы ете йылда ҡала яны бәйләнешендә пассажирҙар әйләнешенең был тиклем артҡаны булмаған. Күп осраҡта был – сервисты һәм хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу, яңы ихтыяжлы маршруттар булдырыу буйынса дөйөм эшмәкәрлегебеҙ һөҙөмтәһе, – тине Радий Хәбиров. – Өфө – Ырымбур поезы бик популяр булып китте. Бөгөн Приют ҡасабаһына “Көнбайыш экспресс”ты ебәрҙек. Тиҙҙән “Көнсығыш экспрессы” Белоретҡа тәүге рейсҡа сыға. Бөтә был йүнәлештәр пассажирҙар араһында ҙур ихтыяж менән файҙалана.

Төбәк Башлығы һүҙҙәренсә, “Рәсәй тимер юлдары” асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән бергә хеҙмәттәшлектә генә уңышлы хәл итеп булған бурыстар алда байтаҡ әле. Беренсе сиратта, был Өфө тимер юл ҡулсаһын үҫтереү буйынса ҙур проектты тормошҡа ашырыу. Тимер юл аша сығыу хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм башҡа мәсьәләләр иғтибарҙы талап итә.

Куйбышев тимер юлы начальнигы Вячеслав Дмитриев, Башҡортостан – “Рәсәй тимер юлдары”ның ышаныслы партнеры, тип билдәләне.

– 2021 йыл йомғаҡтары бөтә йүнәлештәр буйынса ла ыңғай динамика күрһәтә. Мәҫәлән, Башҡортостанда тимер юл транспорты менән ташыу күләме 22,3 миллион тонна тәшкил иткән, 2020 йылғы кимәлгә ҡарата үҫеш – 4,2 процент. Бынан тыш, ҡала яны элемтәһендә пассажирҙар һаны өс миллион кешегә еткән, был 2020 йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк. Хеҙмәткәрҙәребеҙҙең эш хаҡы туғыҙ процентҡа тиерлек артты, – тине Вячеслав Дмитриев.

Ташыуҙарҙың уңайлылығын һәм хәүефһеҙлеген арттырыу сиктәрендә компания “Көнбайыш экспрессы” маршруты буйынса “Ҡарлуғас”тың яңы составын ғәмәлгә индерергә ниәтләй, тип өҫтәне ул.

– Беҙ Өфө – Айғыр һәм Өфө – Магнитогорск – Сибай маршруттарында “Ҡарлуғас”тарҙы ебәреү бурысын ҡуябыҙ. Ул составтың тиҙлеген сәғәтенә 160 километрға тиклем арттыра ала, – тине Вячеслав Дмитриев.

Йөк ташыуҙар өлкәһендә Куйбышев тимер юлы начальнигы тимер юл транспортының автомобиль транспорты меән сағыштырғанда арзаныраҡ һәм экологик яҡтан таҙараҡ булыуын айырып әйтте. Был өҫтөнлөктәр йөк әйләнешен планлы рәүештә арттырырға мөмкинлек бирә.

Мәҫәлән, 2021 йылдың 17 декабрендә “Стәрлетамаҡ” станцияһынан тәүге тапҡыр “Башҡортостан сода компанияһы” продукцияһы “Владивосток” станцияһына контейнерҙарҙа ебәрелде, артабан диңгеҙ юлы менән Һиндостанға китте. Ә 3 февралдә Стәрлетамаҡтан “Синтез-Каучук” предприятиеһы продукцияһы сығасаҡ. Уны диңгеҙ юлы менән Новороссийсктан Төркиәгә алып барып еткерәләр. Вячеслав Дмитриев әйтеүе буйынса, әле станцияла йөк майҙансығын һәм клиент зонаһын төҙөкләндереү тамамлана. Шул арҡала Стәрлетамаҡ хәҙерге иң заманса йөк станцияларының береһенә әйләнәсәк.

Кәңәшмәлә шулай уҡ “Өфө” вокзал комплексын төҙөкләндереү, тимер юлы тармағындағы күләмле инфраструктура проекттарын һәм хәүефһеҙлекте арттырыу программаларын бергәләп тормошҡа ашырыуға бәйле мәсьәләләр ҡаралды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас