

1 февралдә Ағиҙел аша Өфө янындағы «аркалы» күперҙе төҙөкләндереү буйынса муниципаль контракт төҙөлдө. Юл, тимер юл һәм йәйәүлеләр күпере, ер аҫты үткәүелдәрен төҙөү буйынса ҙур тәжрибәгә эйә булған подрядсы ойошма — «УРАЛМОСТРОЙ» ойошмаһы ҡатмарлы эшкә тотонасаҡ. Килешеү хаҡы 4 миллиард һумдан саҡ ҡына артығыраҡ. Аҡса республика һәм ҡала ҡаҙналарынан бүленәсәк.
Килешеү буйынса эште тамамлау ваҡыты — 2025 йылдың өсөнсө кварталы. Әммә төҙөүселәр 2024 йылда билдәләнәсәк Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығында объектты тапшырыу өсөн бар көсөн һаласаҡ. Иҫке күперҙе төҙөкләндереү юбилей объекттары исемлегенә индерелгән. Подрядсы ойошма участкала төҙөлөш-монтажлау эштәрен 1 мартта, күпер тулыһынса ябылыу менән башларға ниәтләй.
"Уралмостострой" асыҡ акционерҙар йәмғиәте 2016 йылда Затон автомобиль күперен сафҡа индерҙе, 2019 йылда Тимашево эстакадаһын төҙөнө, 2021 йылда Ағиҙел йылғаһы аша Өфө-Аэропорт юлына күпер һалдылар һәм Зәки Вәлиди урамы менән “Йәшел сауҡалыҡ” биҫтәһен тоташтырып торған, Салауат Юлаев проспекты аша һалынған эстакаданы эшләнеләр. Әлеге ваҡытта коллектив шулай уҡ Зинин ауылы янында яңы транспорт сиселешен төҙөү менән мәшғүл. Бөтә объекттар ҙа ваҡытында һәм сифатлы итеп тапшырыла. Төҙөлөштә яңы технологиялар ҡулланыла.
Фото һәм сығанаҡ: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайты.