Иҡтисад
2 Февраль 2022, 10:30

Өфөнән Көнсығыш яҡлап сыҡҡан ерҙә мөһим эш башланды

Ул республикала эстакадалы иң оҙон күпер буласаҡ.

Өфөнән Көнсығыш яҡлап сыҡҡан ерҙә мөһим эш башландыӨфөнән Көнсығыш яҡлап сыҡҡан ерҙә мөһим эш башланды
Өфөнән Көнсығыш яҡлап сыҡҡан ерҙә мөһим эш башланды

Республика Башлығы радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Өфөнән Көнсығыш яҡлап сығыу юлы тураһында яҙып сыҡты.

“Бөгөн беҙҙең өсөн бик мөһим ваҡиға – Өфөнән Көнсығыш яҡлап сығыу юлында яңы күперҙең тороҡтарын һалыу буйынса эш башланды. Ул республикала эстакадалы иң оҙон күпер буласаҡ. Оҙонлоғо 2,7 километрлыҡ күперҙе 72 таяу тотоп торасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Ҡариҙел йылғаһынан суднолар йөрөүен дауам итәсәк.

Баш ҡаланан Көнсығыш яҡлап сығыу юлы проекты ҡала һәм республика өсөн бик мөһим. Уның ярҙамында баш ҡалалағы төп магистралдәрҙе бушатабыҙ, юлға көсөргәнеште кәметеп, Ҡариҙел аръяғы тип аталған биләмәне үҫтереүгә көслө этәргес бирәсәкбеҙ.

Көнсығыш яҡлап юлында хеҙмәттең аныҡ ойошторолоуын һәм сроктың теүәл үтәлеүен даими билдәләйем. Объектта төҙөлөш-монтаж эштәре йылдың һәр осоронда әүҙем бара. Партнерҙарыбыҙ - ВТБ, ВЭБ.РФ, Башҡортостандың концессия компанияһы менән бергә Волга буйы федераль округындағы ошо ғәйәт ҙур инфраструктура проектын билдәләнгән ваҡытҡа – 2024 йылға тамамларбыҙ, тип ышанам”, – тип яҙған Радий Хәбиров.

Фото: vk.com/wall413272232_753410

Сығанаҡ: vk.com/wall413272232_753410

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас