

Бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһынан Көнсығыш яҡлап сығыу юлын һалыу проекты буйынса Ҡариҙел йылғаһы аша яңы күперҙең тороҡтарын төҙөй башланылар.
33,5 миллиард һумлыҡ Көнсығыш сығыу юлы проекты дәүләт-шәхси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул 1992 йылда һалына башлаған 1276 метрлыҡ тоннелде төҙөп бөтөүҙе, Ҡариҙел йылғаһы аша 2,65 километрлыҡ эстакада менән күпер һәм 10 километр оҙонлоҡтағы автомобиль юлын һалыуҙы күҙ уңында тота. Объектты 2024 йылда файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла.
Көнсығыш сығыу юлы Өфөнөң үҙәк өлөшөн М-5 “Урал” федераль трассаһы менән тоташтырасаҡ. Был баш ҡалала транспорт инфраструктураһын һәм М-5 “Урал”, М-7 “Волга” трассалары араһындағы автомобиль бәйләнешен ярайһы уҡ яҡшыртасаҡ.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров проекттың республика иҡтисады, иң элек Башҡортостан халҡы өсөн ҙур әһәмиәткә эйә булыуын билдәләне. Был турала ул социаль селтәрҙәге сәхифәһендә лә яҙып сыҡты.
Мәғлүм булыуынса, тоннелдәге эш 2007 йылда туҡтап ҡалғайны. 2017 йылда республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан концессия компанияһы төҙөлөштө финанслау тураһында концессия килешеүе төҙөнө. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән ВТБ банкы идараһы рәйесе Андрей Костиндың, 2019 йылдың ноябрендә килешеүҙе яңынан ҡарап, төбәк өсөн уңайлыраҡ шарттарҙа өҫтәмә килешеү төҙөүе проектҡа яңы һулыш өрҙө. Кредит финанслауына сығымдарҙы ҡулайлаштырыу иҫәбенә республика ҡаҙнаһына йөкләмә 30 миллиард һумға кәметелде.
Былтыр мартта төҙөүселәр автомобиль юлдары тоннеленең көнбайыш һәм көнсығыш йүнәлештәрен тоташтырҙы. Радий Хәбиров ул осорҙа ҡаҙыу эштәренең барышы менән танышҡайны.
Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев билдәләүенсә, проект ғәйәт ҙур эште күҙ уңында тота, төҙөүселәр уны график буйынса теүәл башҡара.
– Әлегә тиклем төбәктә бындай күләмле объекттар төҙөлгәне юҡ ине, шуға күрә республика генераль подрядсы – “Лимакмарашавтодороги” компанияһына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтә, – тине министр. – Беҙ проектты финанслауға, материалдар менән тәьмин итеүгә, ярҙамсы инфраструктура булдырыуға ҡағылған мәсьәләләрҙе йылдам хәл итәбеҙ.
Мәҫәлән, төҙөлөш техникаһының эше өсөн объектҡа илткән бер нисә юл һалынды. Киләсәктә был юлды яҡындағы ауылдар халҡы һәм баҡсасы ширҡәттәре файҙаланасаҡ.
Күперҙең оҙонлоғо – 470 метр, ә металл конструкцияларҙың ауырлығы – биш мең тоннанан ашыу. Уларҙы йыйыу этабын быйыл ноябрҙә тамамлау планлаштырыла. Эстакадалы күперҙе 72 таяу тотоп торасаҡ, был ҡоролманы ташҡындан һаҡлаясаҡ, йылға буйлап суднолар йөрөүен дауам итәсәк.
Башҡортостандың транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низаҡаев әйтеүенсә, февраль башына Өфөнән Көнсығыш яҡлап сығыу юлы, дөйөм алғанда, 35 процентҡа әҙер.
Фото: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149832.html
Сығанаҡ: glavarb.ru/rus/press_serv/novosti/149832.html