

Башҡортостандың баш ҡалаһынан Көнсығыш яҡтан сығыу юлын төҙөү проектына ярашлы, Ҡариҙел йылғаһы аша күпер һалыу башланды.
Хаҡы 33,5 миллиард һум булған проект дәүләт һәм хосуси партнерлыҡ нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Ул 1992 йылда уҡ ҡаҙыла башлаған һәм оҙонлоғо 1 276 километр булған тоннель төҙөлөшөн тамамлауҙы, Ҡариҙел аша 2,65 километр оҙонлоҡтағы күпер һалыуҙы, уның аша ун километр оҙонлоҡтағы юл түшәүҙе күҙ уңында тота. Объект 2024 йылда файҙаланыуға тапшырылырға тейеш.
“Көнсығыштан сығыу юлын файҙаланыуға индереү һөҙөмтәһендә беҙ баш ҡаланың төп магистралдәрендәге транспорт ағымын кәметә һәм Ҡариҙел аръяғы тип аталған биләмәне үҫтереү өсөн һәйбәт шарттар тыуҙыра аласаҡбыҙ”, ти Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Фото: glavarb.ru.