

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәрҙә инвесторҙарға ярҙамға бәйле яҙма ҡалдырҙы.
“Федераль Иҡтисади үҫеш министрлығы Стратегик башланғыстар агентлығы менән берлектә төбәктәр өсөн берҙәм инвестиция стандартын әҙерләгән. Уның маҡсаты – дәүләт органдарының эшҡыуарҙар менән эшен системаға һалыу, уны аңлайышлыраҡ һәм асығыраҡ итеү.
Әлегә инвесторҙар байтаҡ проблемаларға осрай: майҙансыҡ һайлау этабында ла, бюрократик процедураларҙы үткәндә лә, селтәрҙәргә тоташтырғанда ла, дәүләт ярҙамын алғанда ла һәм башҡаларҙа. Шулай итеп, яңы регламент ҡайһы бер проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк. Бюрократик процестар ҡулайлаштырыла һәм ябайлаштырыла, дәүләт сараларын уҙғарыу ваҡыты – ҡыҫҡартыла, инфраструктураға инеү – еңелерәк була.
Беҙҙең өсөн инвесторҙарға ярҙам төп бурыс, беҙ уға ҙур иғтибар бүләбеҙ, тип күп тапҡыр әйткәнем булды. Шуға күрә республика тәүгеләрҙән булып үҙендә яңы ҡағиҙәләрҙе һынап ҡарарға булды. Ошо йәһәттән федераль коллегалар – беренсе вице-премьер Белоусов һәм иҡтисади үҫеш министры Решетников менән аралаштым.
Яңы стандарт төбәктәрҙә инвесторҙарға берҙәм ярҙам механизмын индереүҙе, бының өсөн махсус үҙәктәр булдырыуҙы, килеп тыуған проблемаларҙы тиҙ арала хәл итәсәк инвестиция комитеттарын асыуҙы, бер төрлө булған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн аҙымлап алгоритмдар тасуирламаһы менән инвестиция ҡағиҙәләрен булдырыуҙы, шулай уҡ бизнес өсөн бөтә кәрәкле мәғлүмәт менән субъекттарҙың инвестиция карталарын әҙерләүҙе күҙ уңында тота.
Ошо бөтә йүнәлештәр буйынса республикала күптән эш алып барабыҙ, шуға күрә яңы проектты тормошҡа ашырыу ауыр булмаясаҡ. Беҙҙә быға тиклем нимә эшләнгәне тураһында федераль етәкселеккә һөйләнем.
Мәҫәлән, беҙҙә инвестиция комитеты булдырылған, Радий Фәрит улы етәкселегендә ул аҙна һайын инвесторҙар менән осрашып, уларҙың проблемаларын хәл итә. Тағы ла беҙҙә республиканың Үҫеш корпорацияһы эшләй – ул “берҙәм тәҙрә” тәртибендә инвестиция проекттарын оҙатыу менән шөғөлләнә. Муниципалитеттарҙа бизнес-шерифтар вазифаһын булдырҙыҡ, был башлыҡтарҙың үҙ райондарында инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар булдырыу өсөн тәғәйенләнгән яуаплы урынбаҫарҙары. Тағы ла беҙ бизнестың инфраструктураға инеүен тәьмин итеү буйынса системалы эш алып барабыҙ. Заявкалар биреү һәм килешеү этабында бюрократик процедураларҙы ябайлаштырыу арҡаһында проекттарҙы электр селтәрҙәренә тоташтырыу ваҡытын 72 көндән 40 көнгә тиклем ҡыҫҡартыуға өлгәштек. Шулай уҡ бизнесҡа ер һәм милек мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәбеҙ, инфраструктура сығымдарын субсидиялайбыҙ. Үрҙә телгә алынған инвестиция картаһын төҙөнөк тә инде; инвестор онлайн режимында участканы һайлай һәм төбәккә барып тормайынса ғына уға ғариза бирә ала.
Быйылға бурыс – инвестиция әүҙемлеген федераль стандарттарға тиклем әүҙемләштереү механизмдарын тиҙ арала еренә еткереп эшләү. Был йәһәттән илдә лидер булырға ниәтләйбеҙ. Инвесторҙар үҙҙәрен уңайлы тойорға тейеш. Ә инвесторҙарға уңайлы булһа – кешеләргә лә йәшәүе еңел буласаҡ, сөнки иҡтисад үҫәсәк, эш урындары булдырыласаҡ, эш хаҡы арттырыласаҡ – һәм башҡалар”, – тип яҙҙы ул.
Фото: Фейсбук.