Иҡтисад
3 Февраль 2022, 06:45

Яңы стандарт ғәмәлгә индерелә

Беҙҙә стандарттың байтаҡ йүнәлештәре буйынса уңышлы тәжрибә тупланған.

Яңы стандарт ғәмәлгә индереләЯңы стандарт ғәмәлгә индерелә
Яңы стандарт ғәмәлгә индерелә

Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең беренсе урынбаҫары Андрей Белоусов 2022 йылда яңы инвестиция стандартын ғәмәлгә индерергә ниәтләгән төбәк башлыҡтары менән кәңәшмә уҙғарҙы.

– Яңы төбәк инвестиция стандартын ғәмәлгә индереү һәм уға ярашлы эш итеү инвестиция һалым ҡайтармаһы буйынса ярҙамға эйә булыу, инвестиция эшмәкәрлегенә башҡа булышлыҡ итеү сараларынан файҙаланыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта беҙ инвестиция йәлеп итеүҙең ғәмәлдәге алымдарынан баш тартырға саҡырмайбыҙ, әммә уларҙың һөҙөмтәлелеген инвестор раҫларға тейеш, – тине Андрей Белоусов.

Төбәк инвестиция стандарты механизмын Иҡтисади үҫеш министрлығы әҙерләгән. Максим Решетников әйтеүенсә, яңы стандарт тупланған бай тәжрибәне файҙаланып төҙөлгән. Уның маҡсаты – инвесторҙар менән эшләгәндә бөтә төбәктәрҙе лә бер тигеҙ юғары кимәлгә күтәреү.

Стандартты ғәмәлгә индереү сифатын урындарҙағы эшлекле берекмәләр баһалай. Был эшкә Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм “Эшлекле Рәсәй” йәлеп ителгән.

– Әле Башҡортостанда инвестицияның үҫеше динамикаһы тергеҙелде. 2020 йылда тотош Рәсәйҙы инвестиция әүҙемлегенең кәмеүе шарттарында был өлкәлә үҫеш биш процент булғайны. Былтыр туғыҙ ай йомғаҡтары буйынса ошо күрһәткес һаҡлана һәм дөйөм йыл буйынса үҫеш көтөлә, – тине Андрей Назаров.

Республика Хөкүмәте Премьер-министры әйтеүенсә, Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Стратегик башланғыстар агентлығы әҙерләгән яңы инвестиция стандарты инвестиция ҡеүәтен арттырыу йәһәтенән төбәк өсөн һөҙөмтәле сараны тәшкил итә.

– Башҡортостан быйыл яңы инвестиция проекттарына булышлыҡ итеү системаһын ғәмәлгә индерергә әҙер. Беҙҙә стандарттың байтаҡ йүнәлештәре буйынса уңышлы тәжрибә тупланған, – тип билдәләне Андрей Назаров.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

 

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас