Иҡтисад
4 Февраль 2022, 11:00

Ҡыярҙың килоһы – 170 һум, ә помидорҙыҡы...

Бер аҙна эсендә ниндәй аҙыҡ-түлеккә хаҡ артҡан?

Ҡыярҙың килоһы – 170 һум, ә помидорҙыҡы...Ҡыярҙың килоһы – 170 һум, ә помидорҙыҡы...
Ҡыярҙың килоһы – 170 һум, ә помидорҙыҡы...

Башстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, республикала ҡайһы бер аҙыҡ-түлек төрҙәренә хаҡтар артҡан. Мәҫәлән, ҡыярға хаҡ 4,7 процентҡа күтәрелгән һәм килограмы 170 һум тәшкил иткән. Бер аҙна эсендә кәбеҫтәгә хаҡ 3,5 процентҡа артҡан һәм бер килограмы уртаса 50 һум. Сөгөлдөргә хаҡ 3,2 процентҡа артҡан һәм бер килограмы 43 һумға тиклем барып еткән.

Хаҡтар шулай уҡ кишер, шәкәр, он, балалар туҡланыуы өсөн йәшелсә консервалары,  ҡаптарҙағы һөт, ҡаймаҡ, һуған, помидор, картуф, алма, колбасаларҙың төрлө төрҙәре, сусҡа ите, ярма, дөгө, ҡарабойҙай, һыйыр ите, маргарин, балалар өсөн ҡоро һөт ҡушылмалары, сыр, печенье, туңдырылған балыҡ, ҡара сәй, макарон, эремсек һәм вермишель кеүек аҙыҡ-түлеккә артҡан. Бер аҙна эсендә был күрһәткес 0,1 – 2,7 процент тәшкил иткән. Ә бына шоколад кәнфиттәренә хаҡтар 1,5 процентҡа кәмегән һәм уртаса 310 һум булған. Банан, бойҙайҙан икмәк һәм икмәк изделиелары, стерилләнгән һөт, тауыҡ, балалар туҡланыуы өсөн емеш-еләк консервалары, йомортҡа кеүек аҙыҡ-түлеккә лә хаҡ 0,2 – 1,1 процентҡа төшкән.

Республика статистары белдереүенсә, бер аҙна эсендә хаҡтар көнбағыш майына, һарыҡ итенә, арыш икмәгенә артмаған.

Фото: astrakhan.er.ru

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас