Иҡтисад
4 Февраль 2022, 13:30

Заман ауырлыҡтары ҡамасаулай алмай

Радий Хәбиров әйтеүенсә, 2021 йылда беҙҙең төбәктең сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил иткән.

Заман ауырлыҡтары ҡамасаулай алмайЗаман ауырлыҡтары ҡамасаулай алмай
Заман ауырлыҡтары ҡамасаулай алмай

“Коронавирусҡа һәм һуңғы ике йылдағы ауырлыҡтарға ҡарамай, Башҡортостан иҡтисады аяҡҡа баҫа һәм үҫә”, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Уның әйтеүенсә, 2021 йылда беҙҙең төбәктең сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил итте. Был Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 2,2 процентҡа юғарыраҡ. Ул шулай уҡ һуңғы ун йылдағы иң юғары күрһәткес тә булып тора. Был – эшсәндәрҙең, предприятиелар етәкселәренең һәм республика Хөкүмәтенең ҙур хеҙмәт емеше.

“Беҙҙең өсөн ошо сәнәғәт етештереүе индексы – беҙ күргән сараларҙың маҡсатҡа өлгәшеүе тураһындағы индикатор ул”, – тине Радий Фәрит улы. Был саралар рәтендә – инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәре, ҙур холдингтар менән ведомство-ара комиссиялар, еңел һәм урман сәнәғәттәренә ярҙам итеү буйынса программалар, республиканың Сәнәғәтте үҫтереү фондының һәйбәт эшләүе.

“Һөҙөмтәләр яҡшы, артабан хәрәкәт итәбеҙ. Барығыҙға ла рәхмәт!” – тине республика етәксеһе.

Фото: https://vk.com/radiyhabirov

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас