

Республиканың яҡын киләсәктәге хәлен белгестәр нисек күҙаллай? Ошо йәһәттән һүҙ эксперттарҙың береһенә – Башҡорт дәүләт университетының Иҡтисад, финанс һәм бизнес институтының дөйөм иҡтисади теория кафедраһы мөдире вазифаһын башҡарыусы иҡтисад фәндәре кандидаты, доцент Розалия Радмир ҡыҙы Шәрәфуллинаға.
“Коронавирус менән хәлдең артабан нисек булыры билдәһеҙ, ләкин сикләүҙәр бөтөрөлгәс тә депрессиянан йәнләнеүгә күсеү күҙаллана, – ти Розалия Радмир ҡыҙы. – Былтырғы йомғаҡтарға ярашлы, республикала төп иҡтисади эшмәкәрлек буйынса сәнәғәт үҫеше индексы артты – эшкәртеү тармағында, электр менән тәьмин итеүҙә, газ һәм пар биреүҙә, һыу тәьминәтендә һәм башҡаларҙа.
Республиканың эшкәртеү тармағында иң ҙур үҫеште ҡағыҙ һәм ҡағыҙҙан әйбер етештереүселәр күрһәтте – бында үҫеш 2,3 тапҡырға артҡан. Падемия сәбәпле дарыу етештереү 2,4 тапҡырға артҡан. Металл етештереү 2020 йылдағы торғонлоҡтан һуң күтәрелеп китте. Килешеүҙәр төҙөү нигеҙендә автотранспорт, прицептар һәм ярым прицептар эшләп сығарыу 17.6 процентҡа артҡан.
Розалия Шәрәфуллина әйтеүенсә, етештереү индексының артыуының һәм инструменттарының сәбәбе 2020 йылғы түбән нигеҙ, етәкселек яғынан әүҙем ярҙам, федераль финанслауҙы йәлеп итеү, Хөкүмәт һәм Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығының ҙур холдингтар, система барлыҡҡа килтергән предприятиелар менән туранан-тура аралашыуы менән аңлатыла. Инвестиция һәм сәнәғәт сәғәттәре үткәрелә, бизнес-шерифтар институты яҡшы эшләй башланы. Сәнәғәтте үҫтереү фондының эшен, айырыуса – еңел һәм урман сәнәғәте тармаҡтарына программаны билдәләргә кәрәк. Уға ярашлы, республика предприятиеларының көнәркәшлеген көсәйтеүгә йүнәлтелгән проекттарға ташламалы финанслау бирелә. Сәнәғәт үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелгән һәм инвесторҙар менән килешеүҙәр төҙөлгән Рәсәй сәнәғәт форумы кеүек ҙур саралар беренсе йыл ғына үткәрелмәй.
Шул уҡ ваҡытта 2021 йылда зыян күреп эшләгән предприятиелар һанының кәмеүе һәм сальдолы финанслау һөҙөмтәһенең артыуы иҡтисадты пандемиянан һуң аяҡҡа баҫтырыуҙың тәбиғи, әммә өлөшләтә булырға ла мөмкин. Эшҡыуарҙар өмөтө һәм эшкә кәйефе бизнесты үҫтереүҙә ҙур роль уйнай. Ярҙам саралары булыуға ҡарамаҫтан, кадрҙарға ҡытлыҡ һаҡлана. Республика предприятиелараның сальдолы финанс һөҙөмтәһе (табыштан зыянды алып ташлағас) былтырғы ун айҙа 296,3 миллиард һум тәшкил итте. 2020 йылда был күрһәткес – 115,9 миллиард һумға, 2019 йылда 223,4 миллиард һумға тигеҙ ине. Үҫә барған инфляция шарттарында иң ҙур адреслы ярҙам компаниялар хеҙмәткәрҙәре өсөн иң аҙ эш хаҡы күләмендәге грант һәм хеҙмәт хаҡы түләү өсөн өс процентлы ташламалы кредит эшҡыуарҙарға ауыр осорҙо үткәреп ебәрергә ярҙам итте. Көрсөккә ҡаршы ярҙамдың өсөнсө пакеты Башҡортостанда 2021 йылдың февралендә ҡабул ителгәйне. Ул 9,4 миллиард һум күләмендәге 66 сараны үҙ эсенә алды. Республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы әле дүртенсе пакетты әҙерләй, уның бер өлөшө ауыл хужалығына, мелиорацияға, ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға йүнәлтеләсәк.
Cushman & Wakefield рейтингына ярашлы, Өфө яңы ҡунаҡханалар асыуға йәлеп итеү буйынса бер басҡысҡа күтәрелгән һәм хәҙер 16-сы урынды биләй. Был рейтингта Өфөнөң рейтингы күтәрелеүгә 2035 йылға саҡлы туризмды үҫтереү программаһы, шулай уҡ килешеүҙәргә индерелгән ESG-принциптар (экологик, социаль һәм идара итеү аспекттарын индереү) йоғонто яһаны. Стратегия сиктәрендә яңы туристик маршруттар асыу, шул иҫәптән ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған һауыҡтырыусы медицина маршруттары булдырыу күҙаллана. Ҙур киләсәкле булған ваҡиғалар туризмының үҫеше лә йәнләнә.
Төбәк компетенция үҙәктәренең көсө менән “Предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүгә адреслы ярҙам” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙа беҙҙең республика Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урынды биләй.
“Инвесторҙар йәлеп итеү буйынса әүҙем эш артабан етештереү һәм тулайым төбәк продукты үҫеше динамикаһына ыңғай йоғонто яһарға тейеш”, – ти Розалия Радмир ҡыҙы.
Фото Р.М. Шәрәфуллинаның шәхси архивынан.