Иҡтисад
6 Февраль 2022, 15:30

Иҡтисадта тарихи тәжрибәне онотмайыҡ

Андрей Назаров: "Магистралдәр төҙөүҙең төп әһәмиәткә эйә икәнен асыҡ күрәбеҙ".

Иҡтисадта тарихи тәжрибәне онотмайыҡИҡтисадта тарихи тәжрибәне онотмайыҡ
Иҡтисадта тарихи тәжрибәне онотмайыҡ

“Һирәк ял минуттарында мин беҙҙең илдә дәүләткә идара итеүҙең тарихын өйрәнәм, уның бөгөнгө ысынбарлыҡ менән бәйләнешен, беҙҙең өсөн ғәмәлдә ниндәй ҡиммәткә эйә икәнен асыҡлайым”, – тип яҙҙы Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә.

Бөгөн Рәсәй иҡтисады алдында яңы технологик нигеҙҙә сәнәғәт етештереүен тәьмин итеү бурысы тора, ти Андрей Геннадьевич. XIX-XX быуаттар сигендә лә шуға оҡшаш шарттар булған – аграр өлкәгә нигеҙләнгән элекке үҫеш моделе үҙен тамамлаған һәм ғәйәт ҙур дәүләт тиҙ индустриялаштырыу зарурлығы алдына килеп баҫҡан.

Ул саҡта Сергей Юльевич Витте реформа барышына төп өлөш индергән, ул 11 йыл финанс министры, артабан Министрҙар Советы рәйесе була. Уның идеяларын Петр Аркадьевич Столыпин дауам итә һәм мин уның тураһында яҙғайным инде.

Үҙгәрештәрҙең таяныу нөктәһе булып Транссебер магистрален төҙөү хеҙмәт итә. Тимер юлдар Рәсәйҙең иҡтисади райондарын бергә бәйләй, был иһә етештереү көстәрен тигеҙерәк урынлаштырырға, ресурстарҙы йәлеп итергә мөмкинлек бирә. Ошондай реформалар нигеҙендәге сәнәғәт революциялары һөҙөмтәһендә Рәсәй иң алдынғы биш индустриаль держава иҫәбенә инә.

Ул замандарҙан һуң йөҙ йылдан ашыу ваҡыт уҙған. Әммә иҡтисадтағы етди структур үҙгәрештәр кәрәклеге бөгөн дә көнүҙәк. Транспорт инфраструктураһы уның драйверы булып тора. Беҙҙең республика миҫалында магистралдәр төҙөүҙең төп әһәмиәткә эйә икәнен асыҡ күрәбеҙ. Дөрөҫ, хәҙер тимер юл түгел, ә автомобиль магистралдәре.

Бөгөн дә, XXI быуатта ла, үткәндәрҙең тәжрибәһенә таянып һәм киләсәк быуындар өсөн платформа булдырып, ҙур һөҙөмтәләргә өлгәшә аласаҡбыҙ.

Фото А. Назаровтың Фейсбуктағы сәхифәһенән.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас