

Бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә экспорт темаһына ҙур иғтибар бүленде. Беренсе вице-премьер – республиканың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2021 йыл өсөн тышҡы иҡтисади бәйләнеш йомғаҡтарын яһаны.
Уның белдереүенсә, 2021 йылдың 11 айында Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 4 миллиард доллар тәшкил иткән, был 2020 йылдың ғинуар-ноябрь айҙарына ҡарағанда 21 процентҡа күберәк. Рөстәм Моратов билдәләүенсә, экспорт потенциалын үҫтереү буйынса эш төбәктең иҡтисади сәйәсәтенең үҙ аллы йүнәлеше булараҡ тормошҡа ашырыла. Бөгөн Башҡортостан тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә иң әүҙем ҡатнашыусылар иҫәбенә инә.
– Беҙҙең сауҙа партнерҙары – донъяның 100-ҙән ашыу иле, – тине ул. –2021 йыл йомғаҡтары буйынса беҙ Рәсәй төбәктәре араһында лидерҙар исемлегенә индек, 2024 йылға тиклем иҫәпләнгән 2.0 Төбәк экспорт стандартында билдәләнгән 15 ҡоралдың 14-ен индерҙек. Бөгөн ҡулланылышҡа индереүҙең проценты 92,6-ны тәшкил итә. Был Рәсәй субъекттары араһында иң юғары күрһәткестәрҙең береһе.
Билдәле булыуынса, беҙҙә 2.0 Төбәк экспорт стандартын индереү сиктәрендә 2024 йылға тиклем республика экспортын үҫтереү буйынса төбәк программаһы әҙерләнгән. Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында экспорт программаһын әҙерләгән лидерҙар төркөмөнә инә.
– Беҙ был программаны Мәскәүҙә Рәсәй экспорт үҙәге һәм федераль министрлыҡтар алдында яҡланыҡ. Беҙҙә илдә тәүге Рәсәй экспорт үҙәге менән берлектә әҙерләнгән тармаҡ акселерация программалары тормошҡа ашырыла, – тине министр. – Төркиәлә, Ҡаҙағстанда һәм Беларуста “Конгресс-бюро” коммерцияға ҡарамаған ойошмаһының вәкиллеге формаһында республика виллектәре асылды. Һәр вәкиллек буйынса ике йүнәлеш буйынса аныҡ KPI менән юл картаһы төҙөлгән. 2022 йылдың икенсе кварталында Үзбәкстанда вәкиллек асыу күҙаллана.
Яҡын арала Көнбайыш-Ҡаҙағстан өлкәһенә барыу планлаштырылған, унда Башҡортостан биләмәһендә мультимодаль транслогистик хаб булдырыу мәсьәләһе тикшереләсәк.
– Был башланғыс уртаҡ иң ҙур проекттарҙың береһенә әйләнеүе ихтимал. Дөйөм алғанда, башҡарған эшебеҙ ыңғай һөҙөмтә бирҙе. Мәҫәлән, Төркиәне айырып билдәләргә мөмкин, улар менән тауар әйләнеше көнбағыш майын, бутанол, елемле фанера, офис йыһаздарын килтереүҙе арттырыу иҫәбенә ике тапҡырға артты. Америка Ҡушма Штаттары менән тауар әйләнеше 110 миллион долларға, Көньяҡ Корея менән 63 миллион долларға еткән, – тине Рөстәм Моратов.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика экспорт буйынса бик һәйбәт күрһәткестәргә өлгәште. Төбәк етәксеһе фекеренсә, тышҡы бәйләнештәрҙе үҫтереү мөһим. Яҡын арала планда - Ҡаҙағстанға яуап сәфәре. Башҡортостан делегацияһы визиты 21-31 мартҡа планлаштырылған.
“Әйҙәгеҙ, Ҡаҙағстанға яуап сәфәренә әҙерләнәйек, сөнки унда перспективалар ҙур. Быға иманым камил. Ошо ваҡытҡа “юл картаһын” әҙерләргә кәрәк”, тине Радий Хәбиров.
Фото: Твиттер.