Иҡтисад
7 Февраль 2022, 16:45

Күпме төҙөлөш объекты тамамланмаған?

Кәңәшмәлә Стәрлетамаҡ районы Загородный ауылындағы балалар баҡсаһын сафҡа индереү, Нуғай ҡасабаһында поликлиника төҙөлөшө менән бәйле мәсьәләләр тураһында ла һүҙ булды.

Күпме төҙөлөш объекты тамамланмаған?Күпме төҙөлөш объекты тамамланмаған?
Күпме төҙөлөш объекты тамамланмаған?

7 февралдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә республика мунициаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре башлыҡтары менән видеобәйләнеш форматында үткәрелгән кәңәшмәлә тамамланмаған төҙөлөш хаҡында һүҙ барҙы.

Премьер-министр башта тамамланмаған төҙөлөштөң дәүләт идара итеүе сифаты индикаторы булыуы, ә был факттың үҙенең граждандарҙың йәшәү сифатына кире тәьҫир итеүе хаҡында әйтте.

2019 йылдың 1 ғинуарына республикала 2,3 мең тамамланмаған төҙөлөш объекты иҫәпләнгән, сөнки ул объекттарҙы кәметеүгә йүнәлтелгән хоҡуҡи база етерлек кимәлдә булмаған. Был Рәсәй Федерацияһы Иҫәп палатаһы мониторингы һөҙөмтәләрендә теркәлгән. Башҡортостан “һаҡаллы төҙөлөш” буйынса “ҡыҙыл зона”ла булған.

- Был эшкә ҡарашты үҙгәрттек, ыңғай үҫеште күҙәттек. 2021 йылдың 1 ғинуарына объекттар һаны 60-тан ашыу миллиард һумлыҡ 2075 берәмек тәшкил итте. Республика федераль тамамланмаған төҙөлөш мониторингында үҙ позицияһын яҡшыртты, беҙ 85 төбәк араһында 10-сы урынға сыҡтыҡ, - тип хәбәр итте Андрей Назаров. – Был туҡталып ҡалыу өсөн сәбәп түгел. Бындай объекттарҙың кәмеү үҫеше беҙҙе бөтөнләй ҡәнәғәт ҡалдырмай. Элекке кеүек үк, улар күп.

Тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеүгә йүнәлтелгән саралар хаҡында Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов һөйләне.

Башҡарма власть дәүләт органдары балансында 1357 объект иҫәпләнә. Муниципаль берәмектәр балансында – 718 объект. Төбәк кимәлендәге объекттар һаны Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы балансында күберәк, Башҡортостан Республикаһы Капиталь төҙөлөш идаралығы объекттарын ҡушып – 1095 объект. Шулай уҡ лидерҙар иҫәбендә Траспорт министрлығы – 126 объект һәм Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы – 73 объект, - тип белдерҙе вице-премьер. – Муниципалитеттар араһында тамамланмаған объекттар ошо урындарҙа - Өфө (202), Стәрлетамаҡ районы (47), Октябрьский (33), Салауат – (30), Учалы районы (28).

Рөстәм Моратов белдереүенсә, “документтар” йәһәтенән тамамланмағандары күберәк. Ошоноң менән бәйле норматив-хоҡуҡи акттарҙы ҡабул итеү буйынса эште дауам итеү кеүек бурыстарҙы атҡарырға кәрәк.

 Төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин тамамланмаған төҙөлөш күләмен ҡыҫҡартыу буйынса барған эш хаҡында һөйләне.

Былтыр төбәктең Капиталь төҙөлөш идаралығы тарафынан 1231,5 миллион һумлыҡ 29 объект буйынса баланс тотоусыға тапшырыу буйынса Башҡортостан Хөкүмәтенең 28 ҡарары әҙерләнгән һәм килешелгән. Мотлаҡ норматив базаны ҡабул итеү буйынса ла эш бара. Баланс тотоусыларға үҙ ваҡытында төҙөлөштө финанслау федераль аҡса йәлеп ителгән объекттарҙы тапшырыу мәсьәләһе киҫкен ҡала. Шулай итеп, Капиталь төҙөлөш идаралығы тарафынан смета хаҡы 14 миллиард һум тирәһе булған 43 объект төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған, федераль бюджеттан финанслашыу 4,6 миллиард һум тәшкил иткән. Был объекттар дәүләт торлаҡ төҙөлөшө күҙәтеүен үткән, 2019-2020 йылдарҙа файҙаланыуға тапшырылған. Әммә муниципалитеттарҙағы бюрократия эҙемтәһендә объекттар әле һаман документаль йәһәттән рәсмиләштерелмәгән, тапшырылмаған. Формаль йәһәттән улар ҙа тамамланмаған төҙөлөш иҫәбенә инә. Капиталь төҙөлөш идаралығы күҙәтеү алып барған объекттар менән бәйле килеп сыҡҡан хәлдәр буйынса ойошма етәксеһе Инна Иҡсанова һөйләне.

Кәңәшмә ваҡытында Стәрлетамаҡ районы Загородный ауылындағы 139 урынлыҡ балалар баҡсаһын сафҡа индереү, Нуғай ҡасабаһында поликлиника төҙөлөшө менән бәйле проблемалар тураһында һүҙ булды.

Баш ҡала мэры Сергей Греков Нуғай ауылында поликлиника төҙөлөш мәсьәләһенең контролдә икәнлеге хаҡында әйтте. Әлегә финанслау сығанаҡтары билдәләнмәгән. Һорау профилле министрлыҡ менән бергә ҡарала. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был проектты тормошҡа ашырыу бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан финанслау иҫәбенә башланғайны. Бөгөнгә объектты күтәреү туҡталып ҡалған.

- Социаль йәһәттән мөһим объект төҙөлөшөнөң туҡталып ҡалыуы дөрөҫ түгел. Нуғай ауылында йәшәүселәр был поликлиникаға әле мохтаж. Шуға һорау кисектереүҙе көтмәй һәм тиҙ хәл итеүҙе талап итә, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр Нуғай ауылындағы поликлиника төҙөлөшө тураһындағы мотлаҡ документтарҙы ипкә килтерергә һәм республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә федераль бюджеттан аҡса йәлеп итеү мәсьәләһен ҡарарға ҡушты.

Стәрлетамаҡ районына ер бәхәсе мәсьәләһен хәл итеү варианттарын, ғәмәлдәге Рәсәй закондарын иҫәпкә алып, ҡарарға кәрәк. Ошо сәбәпле, Загородный ауылындағы балалар баҡсаһы бер нисә йыл инде файҙаланылмай.

Сара һуңында Андрей Назаров тамамланмаған төҙөлөш күләмен кәметеү буйынса оператив һәм һөҙөмтәле эште тәьмин итеү маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ҡушты.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас