

2021 йыл йомғаҡтары буйынса, Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы 107,5 процент тәшкил иткән. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында ошо хаҡта белдерҙе.
– Был һуңғы ун йылда индекстың иң яҡшы күрһәткесе, – тине ул. – Был беҙ тормошҡа ашырған сәнәғәткә ярҙам сараларының ыңғай һөҙөмтә биреүен аңлата.
Атап әйткәндә, төбәктә ағас эшкәртеү комплексын үҫтереү программаһын уңышлы тормошҡа ашыралар, уның буйынса предприятиеларға 49 миллион һумлыҡ субсидия бүленгән. Шулай уҡ республиканың еңел сәнәғәтенә ярҙам программаһы буйынса тармаҡ производстволарын үҫтереү өсөн 145 миллион һум йүнәлтелгән.
Тармаҡтың 2021 йылғы эш йомғаҡтары тураһында ентекләберәк төбәктең сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Шельдяев һөйләне.
Башҡортостан Рәсәйҙә дизель яғыулығы, аҙыҡ-түлек һәм кальцийлы сода, бензол, ксилол, автомобиль тағылмалары сығарыу буйынса алдынғылыҡты һаҡлай, тип хәбәр итте ул. 2021 йылда сәнәғәттең бер төркөм секторҙары юғары үҫеш темпын күрһәтте. Мәҫәлән, дарыуҙар һәм материалдар етештереү – 2,4 тапҡырға, ҡағыҙ һәм ҡағыҙ әйберҙәр – 2,3 тапҡырға, мебель 1,7 тапҡырға артты.
– Тармаҡта йәмғеһе 120 проект тормошҡа ашырыла, инвестицияларҙың дөйөм күләме 424 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә һәм 12 мең яңы эш урыны булдырыла, – тип билдәләне Александр Шельдяев.
Иң ҙур проекттар иҫәбендә – “Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәте етештереүен 44,6 миллиард һумға комплекслы яңыртыу; “Газпром нефтехим Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә 10,6 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән техник көкөрт производствоһын төҙөү һәм 10,4 миллиард һумға таҙартыу ҡоролмаларын яңыртыу.
Бынан тыш, “Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы “Өфөнефтехим” филиалында хуш еҫле углеводородтар етештереү буйынса комплексты төҙөкләндереүҙе дауам итә. Һалынған аҡсаның күләме – 7 миллиард һумдан ашыу. Ә “Башҡортостан баҡыры” предприятиеһы “Юбилей” (инвестициялар күләме – 52 миллиард һум) һәм “Подольск” (инвестициялар күләме – 55,6 миллиард һум) ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе дауам итә.
“Башҡортостан сода компанияһы” акционерҙар йәмғиәте 22,3 миллиард һумдан ашыу инвестиция күләме менән “Мембранлы электролиз ысулы менән каустик сода етештереүҙе ойоштороу” проектын ғәмәлгә ашыра башларға ниәтләй. Ә “КамАЗ” йәмғиәтенең компаниялар төркөмө республикала техника етештереүҙе йылына 3 000 берәмеккә тиклем арттырыу буйынса махсус инвестиция килешеүен тормошҡа ашыра башлай. Проектты 4,1 миллиард һум аҡса һалыу менән “НефАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте базаһында тормошҡа ашыралар.
Министр Александр Шельдяев Башҡортостанда индустриаль парктар һәм технопарктар селтәре үҫеше тураһында ла һөйләне. Мәҫәлән, Сәнәғәт һәм энергетика министрлығы “Туймазы бетон ташыу машиналары заводы” асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм Әбйәлил районы биләмәһендә ташты эшкәртеү буйынса индустриаль парк нигеҙендә сәнәғәт парк булдырыу өсөн майҙансыҡтар әҙерләй.
– Бынан тыш, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы Бөрө, Бәләбәй, Кушнаренко, Салауат, Учалы райондарында һәм Күмертауҙа индустриаль парктар, технопарктар ойоштороу өсөн алты майҙансыҡҡа анализ үткәрҙе, – тине Александр Шельдяев. – Яңы биләмәләр кадрҙар менән тәьмин итеүгә мохтаж. Республикала ойошторолған Евразия ғилми-белем биреү үҙәге ҙур ярҙам буласаҡ. Һөнәри белем биреүҙе, лайыҡлы хеҙмәт шарттарын һәм хеҙмәт династияларын яңыртыу йылында был йүнәлештә старт алыуға иҫәп тотабыҙ.
2022 йылда республика тәүге Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләйәсәк, тип өҫтәне министр. Ә майҙа Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе асыласаҡ. Сентябрҙә байрам эстафетаһын ҙур химия форумы ҡабул итәсәк.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Сәнәғәт һәм энергетика министрлығына, предприятиелар коллективтарына 2021 йылғы һөнәри ҡаҙаныштары өсөн рәхмәт белдерҙе, шулай уҡ республика Хөкүмәтенә сәнәғәткә ярҙам программаларын финанслауҙы арттырыу мөмкинлеген өйрәнергә ҡушты.
– Коронавирус пандемияһы шарттарында индустриаль тармаҡтар йылдам үҫеш күрһәтте. Көн һайын республика именлеге өсөн эшләгән предприятие етәкселәренә һәм хеҙмәт коллективтарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм, – тине Радий Хәбиров. – Киләсәктә лә берлектәге эш күрһәткестәрен арттырырбыҙ тип ышанам.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.