

7 февралдә Башҡортостан Хөкүмәтендә видеобәйләнеш режимында республикалағы юл буйы хеҙмәттәре үҫеше буйынса кәңәшмә булды.
- Былтыр юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше өсөн максималь уңайлы шарттар булдырыу буйынса һиҙелерлек эш атҡарҙыҡ. Проекттарҙы сығарыуға әҙерлек менән шөғөлләндек. Үткән йылда норматив хоҡуҡ базаһы ойошторолдо йәки төҙәтелде. Аныҡ проекттарҙы “ергә төшөрөү” өсөн инвесторҙар менән даими эшләнек. Әле дөйөм суммаһы 8 миллиард һумдан ашҡан инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса 64 башланғыс эшләнә. Ағымдағы йылда төҙөлгән һәм сафҡа ингән заманса проекттар рәүешендә һөҙөмтәләрҙе күрһәтергә кәрәк, - тип белдерҙе Андрей Назаров.
Башҡортостан Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов 2021 йылда юл буйы хеҙмәтләндереүе үҫеше буйынса эштәр һөҙөмтәләре һәм 2022 йылға маҡсаттар хаҡында һөйләне.
- 2024 йылға ҡуйылған мәсьәләләрҙе иҫәпкә алып, инвесторҙарҙы юл буйы хеҙмәтләндереүенә йәлеп итеү маҡсатында былтыр төбәк һәм муницалитеттар араһындағы юл буйы проекттарына инвестициялар кимәле 20 миллион һумға тиклем һәм юл буйы хеҙмәттәре объекттарына ҡарата масштаблылыҡ критерийы 25-тән 15 эш урынына ҡәҙәр кәметелде, - тине Рөстәм Моратов.
Бөгөнгә ҡарата “Инвестиция сәғәте” сараларында 34 инвесторҙан дөйөм күләме 4,81 миллиард һум булған 49 проект ҡаралған һәм раҫланған, масштаблы инвестиция проектын тормошҡа ашырыу шарттары тураһында һигеҙ килешеү төҙөлгән, Башҡортостан Башлығының ер участкаларын ҡуртымға биреү тураһындағы алты ҡарары ҡабул ителгән.
Инвесторҙар тарафынан тормошҡа ашырыу өсөн 78 инвестиция проекты тәҡдим ителгән. Улар буйынса инвестиция күләме 8,17 миллиард һум тәшкил итә. Шулай итеп, 2021 йылға республикала юл буйы хеҙмәтләндереүенең 107 объекты төҙөлгән һәм ғәмәлдә булған 109-ы яңыртылған.
Сауҙа һәм хеҙмәттәр министры вазифаһын үтәгән Азат Асҡаров үҙ докладында республикалағы Башҡортостан биләмәһендә юл буйы хеҙмәтләндереүе концепцияһын тормошҡа аышрыу өсөн муниципаль берәмектәр тарафынан маҡсатлы күрһәткестәрҙе тормошҡа ашырыуға бүлде.
- 2021 йыл һөҙөмтәләре буйынса муниципаль берәмектәр һәм ҡала округтары хакимиәттәре яңы төҙөлгән 107 объект буйынса иҫәпләмә тотто, - тине Азат Асҡаров. – Шул уҡ ваҡытта 2021 йыл өсөн 100 объектты төҙөү һәм заманлаштырыу буйынса күрһәткестәр тормошҡа ашырылһа ла, ҡайһы бер муниципалитеттар нуль мәғлүмәтле күрһәткестәре булған мәғлүмәтте тапшырҙы. 16 районда бер объект та сафҡа индерелмәгән, бер районда 15 объект та заманлаштырылмаған.
Премьер-министр Андрей Назаров мунициаль берәмектәр хакимиәттәренә ағымдағы йылда 2020 – 2024 йылдарҙа Юл буйы хеҙмәтләндереүе концепцияһының 150 объект төҙөлөш һәм 150 объектты яңыртыу өлөшөндә билдәләнгән ҡуйылған маҡсатлы күрһәткестәрҙе тәьмин итергә, юл буйы хеҙмәтләндерпеүе үҫеше генераль схемаһына индерелгән майҙансыҡтарҙы әҙерләүҙе тамамларға, төҙөлгән объекттарҙы заманса талаптарға ярашлылығын тәьмин итеү буйынса эшҡыуарҙар менән эште әүҙемләштерергә ҡушты. Шулай уҡ Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына 1 мартҡа тиклем ер участкаларын юл буйы хеҙмәтләндереүе объекттарын урынлаштырыу өлөшөндә ер участкалары категорияһын үҙгәртеү эштәрен тамамларға, Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығына юл буйы хеҙмәтләндереүе өлкәһендә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса квартал һайын мониторинг үткәрергә ҡушылды.
Фото: pravitelstvorb.ru