Иҡтисад
9 Февраль 2022, 17:15

Аныҡ ярҙам күрһәтелеүе - үҫешкә ҙур этәргес

Александр Шельдяев сәнәғәт етештереүе индексы артыуының нигеҙҙәре тураһында һөйләне.

Аныҡ ярҙам күрһәтелеүе - үҫешкә ҙур этәргесАныҡ ярҙам күрһәтелеүе - үҫешкә ҙур этәргес
Аныҡ ярҙам күрһәтелеүе - үҫешкә ҙур этәргес

Ошо көндәрҙә беҙҙең сәнәғәт тармағы өсөн яҡшы яңылыҡ билдәле булды. Башҡортостанда сәнәғәт етештереүе индексы Рәсәй кимәленән 2,2 процентҡа артҡан һәм 2021 йыл өсөн 107,5 процент тәшкил иткән.

– Был һуңғы ун йылда индекстың иң яҡшы күрһәткесе, – тине был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. – Беҙ тормошҡа ашырған сәнәғәткә ярҙам сараларының ыңғай һөҙөмтә биреүен аңлата ул.

Был уңыштар тураһында ентекләберәк республиканың сәнәғәт, энергетика һәм инновация министры Александр Шельдяев “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһына биргән интервьюһында һөйләне.

Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй төбәктәре араһында республика 2021 йыл йомғаҡтары буйынса сәнәғәт сәйәсәте һөҙөмтәлелеге рейтингында беренсе урынды яуланы.

– Сәнәғәт – республикабыҙ иҡтисадының нигеҙе. Республикала сәнәғәт сәйәсәтен һөҙөмтәле тормошҡа ашырыу иҫәбенә юғары күрһәткестәргә өлгәштек. Был бөтөн командабыҙҙың яҡшы эшен күрһәтә. Инфраструктура, индустриаль парктар, технопарктар, Сәнәғәтте үҫтереү фонды эше, кадрҙарҙы уҡытыу баһаланды – бөтә был күрһәткестәр ҙә артты, – тине ул.

2020 йылда донъя нефть көрсөгө эҙемтәләрен тойған углеводородтарҙы эшкәртеү 2021 йылда көрсөккә тиклемге кимәлгә ҡайта алды һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтте, тип өҫтәне министр.

Пандемия осоронда ошондай күрһәткестәргә өлгәшеү – бик яҡшы, әлбиттә. Алып барыусы министрҙан коронавирусҡа бәйле проблемалар тураһында һорашты.

– Юҡ, әллә ни ҡыйынлыҡтар килтерҙе тип әйтә алмайым. Тик кешеләрҙең сирләп больничныйға китеүе генә ауыр булды. Беҙҙең тармаҡта алмаштырып булмаған кешеләр күп, уларҙы дистанцияла эшләүгә ебәреп булмай, белгестәргә хеҙмәт урынында - станоктар, ҡорамалдар артында булыу кәрәк ине. Пандемияның тәүге тулҡындарында кешеләр ике-өсәр аҙна сирләне, хәҙер тиҙерәк сығалар. Шулай булғас, проблема кәмене, – тине Александр Шельдяев.

– Былтыр “Инвестиция сәғәте” ултырыштарында сәнәғәт темаһына 31 проект ҡаралған, инвестиция күләме 75,4 миллиард һум тәшкил иткән. Ысынлап файҙалымы улар?

– Мин инвестиция ғына түгел, ә “Сәнәғәт сәғәте” ултырыштарын да билдәләр инем. “Инвестиция сәғәте” яңы предприятиеларға эшләп китергә мөмкинлек бирә, ә беҙҙең “Сәнәғәт сәғәте” булған предприятиеларҙың аныҡ проблемаларын хәл итә. Инде ике йыл үткәрәбеҙ уларҙы. Ошо ваҡытта йөҙ самаһы предприятиены ҡараныҡ. Радий Хәбиров йыш ҡына үҙе урындарға бара, проблемаларҙы тикшерә, һәм шунда уҡ аныҡ ярҙам күрһәтелә. Беҙҙең өсөн “Сәнәғәт сәғәте” мөһимерәк һәм файҙалыраҡ, – тине ул.

Министр белдереүенсә, ошо “Инвестиция” һәм “Сәнәғәт” сәғәттәре, ысынлап та, үҙенең һөҙөмтәлелеген дәлилләгән. Башҡортостан Башлығының уларҙы шәхсән үҙе алып барыуы мәсьәләгә юғары иғтибарҙы күрһәтә. Мәҫәлән, сәнәғәт форумдары, күргәҙмәләр үткән саҡта Радий Фәрит улы экспозициялар араһында йөрөгән саҡта төбәктең ҙур предприятиеларын ғына түгел, ә урта һәм бәләкәйҙәрен дә яҡшы белә, таный, проблемалары, ауырлыҡтары, уңыштары тураһында хәбәрҙар.

Министр ҙур проекттар, индустриаль һәм технопарктар, Республиканың снәғәтте үҫтереү фонды эшмәкәрлеге тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе. Ағымдағы йылдағы ҙур проекттарҙы, бурыстарҙы атаны. Мәҫәлән, 2022 йылда республика тәүге Башҡортостан нефтенең 90 йыллығын билдәләйәсәк. Ә майҙа Рәсәй нефть-газ химияһы форумы һәм “Газ. Нефть. Технологиялар” күргәҙмәһе асыласаҡ. Сентябрҙә байрам эстафетаһын ҙур химия форумы ҡабул итәсәк.

Фото: energy.s-kon.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас