Иҡтисад
9 Февраль 2022, 13:30

Башҡортостанда нисә умарта бар?

Иң баллы район – Иглин.

Башҡортостанда нисә умарта бар?Башҡортостанда нисә умарта бар?
Башҡортостанда нисә умарта бар?

Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикала 287 мең умарта бар. Был һан былтыр көҙ үткән ауыл хужалығы иҫәбен алыу мәғлүмәттәренән алынған.

Иглинды иң баллы район тип атарға була, унда 18 меңдән ашыу умарта һанала. Икенсе һәм өсөнсө урында Ғафури, Күгәрсен райондары килә - 13,7 һәм 10,8 мең умарта.

Башҡортостанда бал ҡорттарының 90 проценттан ашыуы шәхси хужалыҡтарға тура килә, һигеҙ проценты - крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары, бер проценттан әҙерәк өлөшө ауыл хужалығы ойошмалары иҫәбендә.

Былтыр республикала бөтәһе 11 мең тоннанан ашыу бал алынған. Шуларҙың алты мең тоннанан күберәге һатыуға сығарылған. Был илдә иң юғары күрһәткестәрҙең береһе, тип билдәләй республиканың Ауыл хужалығы министрлығы белгестәре.

Быйыл сентябрҙә Башҡортостан “Апимондия-2022” халыҡ-ара конгресын ҡабул итәсәк. Унда “АпиЭкспо” күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас