Иҡтисад
9 Февраль 2022, 07:30

Кемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә?

Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Кемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә?Кемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә?
Кемдәргә торлаҡ сертификаттары бирелә?

2022 йылда республикаға федераль аҡсанан торлаҡ сертификаттары бүленгән.

Был дәүләттең йөкләмәләрен тормошҡа ашырыу сиктәрендә атҡарыла. Күләме 1,46 миллион һумдан ашыу булған дүрт торлаҡ сертификаты радиация авариялары эҙемтәләрен ликвидациялағандарға тәғәйенләнгән. Ошо хаҡтағы ҡарарға Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйған.

Чернобылдәге радиация эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡандар өсөн ташламалы торлаҡ программаһы ликвидаторҙарҙың барыһының да үҙҙәренә тәғәйенләнгән торлағын алғанға тиклем ғәмәлдә буласаҡ. Торлаҡ сертификаты исемләнгән һәм уның  суммаһы ҡаралғанда төбәктәге торлаҡ хаҡы иҫәпкә алынған.

Фото: phonoteka.org

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас