

Былтырғы эш йомғаҡтары буйынса “Өфө” аэропорты VIII “Рәсәйҙең һауа ҡапҡалары” милли премияһына лайыҡ булды. Ул йылына ике миллиондан дүрт миллионға тиклем пассажир ташыу категорияһында илдең иң яҡшы өс аэропорты иҫәбенә инде.
Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә NAIS-2022 милли граждан авиацияһы инфраструктураһы күргәҙмәһендә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
Мәғлүм булыуынса, былтыр “Өфө” аэропорты пассажирҙар ташыу күләмен байтаҡҡа арттырған. Ул 2020 йылғы ғына түгел, пандемияға тиклемге 2019 йыл күрһәткестәрен дә уҙып киткән. Үҙенең тарихында тәүге тапҡыр Өфө авиагаване бер йылда 4 миллиондан ашыу пассажирҙы хеҙмәтләндергән.
– Был бөтә коллективтың ҡаҙанышы. Аэропорттың һәр хеҙмәткәренә ошо юғары һөҙөмтәгә өлгәшеүгә тос өлөш индергән өсөн ҙур рәхмәт! – тине “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев. – Былтыр эске һауа юлдарының яңы терминалын асып, яңыртыу программаһының мөһим этабын тамамланыҡ. Ләкин бының менән генә сикләнеп ҡалырға йыйынмайбыҙ. Төҙөлөш һәм инвестиция циклдары тамамланмаған. 2024 йылға тиклем планлаштырылған эште тамамлағас, тармаҡ позицияларын тағы ла нығытып, пассажирҙар өсөн терминал эсендәге логистиканы яҡшыртыуға тотонабыҙ. Яңы еңеүҙәргә ынтылабыҙ!
Фото: vk.com/wall-178896926_4494