

Бөгөн, 10 февралдә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә “Инвестиция сәғәте” форматында тематик кәңәшмә үткәрҙе. Унда төбәк иҡтисадындағы һәм социаль өлкәһендәге яңы проекттар ҡаралды.
“Ял” компаниялар төркөмө генераль директоры Армен Балаян Өфө районында туризм тармағы өсөн текстиль продукцияһы һәм косметика саралары етештереү буйынса фабрика төҙөү проекты тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, бөгөн Рәсәйҙең күп отелдәре был тауарҙарҙы сит илдән һатып ала, һәм илебеҙ продукцияһы – тәпешкәләр, халаттар, таҫтамалдар һәм һабын – улар өсөн отошло булыр ине.
Инвестор 140 миллион һум йүнәлтеп, 2024 йылға етештереүҙе сафҡа индерергә ниәтләй, 70 яңы эш урыны булдырыласаҡ.
Башҡортостан Башлығы был башланғысты хупланы.
– Һис шикһеҙ, был бик яҡшы һәм көнүҙәк проект. Республика уны тормошҡа ашырыуҙа тейешле ярҙам күрһәтәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ еңел сәнәғәтте үҫтереү республика программаһы буйынса етештереүгә артабан ярҙам күрһәтеү мөмкинлеген өйрәнеү мөһим.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса төбәктең Инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Өфө районы хакимиәте шулай уҡ ер участкаһын рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.
Иглин районындағы малсылыҡ фермаһын реконструкциялау проектын “Агротех” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры Камил Нафиҡов тәҡдим итте. Предприятие 2002 йылдан алып эшләй һәм һөтсөлөк малсылығында махсуслаша. Ул төрлө тауарҙар, шул иҫәптән ҡаймаҡ һәм эремсек сығара.
Ферманы яңыртыуға инвестор 205,8 миллион һум аҡса һалған. Улар биналарҙы ремонтлауға, роботлаштырылған һауыу ҡорамалы һатып алыуға һәм мал һанын арттырыуға тотонолған. Һөҙөмтәлә тәүлегенә эшкәртелмәгән һөт етештереү һигеҙ тоннаға етергә тейеш.
Проект сиктәрендә төҙөүселәр һыйыр аҙбарын яңыртҡан, заманса йылытыу һәм елләтеү системаларын монтажлаған, һауыу агрегаттарын ҡуйған. 2021 йылдың декабрендә роботлаштырылған ферма эш башланы.
Фекер алышыу йомғаҡтары буйынса инвесторға ҡорамалдар һәм тоҡомло мал һатып алыуға сығымдарҙың бер өлөшөн ҡайтарасаҡтар, шулай уҡ ферманы артабан үҫтереү өсөн льготалы кредитлау алыуға булышлыҡ итәсәктәр.
“Инвестпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Илшат Шәйхетдинов (“БИТ” компаниялар төркөмөнә инә) Өфөнөң Октябрь районында 1,3 меңгә тиклем кешене үҙ эсенә алған 4-17 йәшлек балалар өсөн уҡыу-ял итеү үҙәген төҙөү тураһында һөйләне.
Учреждениела программалау, дизайн, художестволы һәм эстетик тәрбиә, психологик үҫеш кеүек йүнәлештәр буйынса өҫтәмә белем биреү хеҙмәттәре күрһәтеләсәк.
Проекттың дөйөм хаҡы – 503 миллион һум. 2023 йылдың сентябрендә асыласаҡ яңы үҙәктә 120 белгес эшләйәсәк.
Республиканың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин һүҙҙәренсә, яңы социаль объект Өфө өсөн көнүҙәк, сөнки ҡалала өҫтәмә белем биреү учреждениелары етешмәй.
Проектҡа ярҙам итеү саралары сифатында республиканың Инвестиция комитеты проектҡа һалым льготалары һәм өҫтөнлөклө статусын бирҙе.
“Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашыусылар “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең аҙ һанлы ауылдарға ҙур тиҙлекле интернет үткәреү буйынса проектын да ҡараны.
Компанияның генераль директоры Сергей Нищев һөйләүенсә, хаҡы 500 миллион һумлыҡ проектты 250-нән 1000-гә тиклем кеше йәшәгән 179 тораҡ пунктта тормошҡа ашыралар. Шулай итеп, Башҡортостандың тағы 102 мең кешеһе интернет менән файҙалана аласаҡ.
Республиканың Инвестиция комитеты ағзалары “Башинформсвязь” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең проектын хупланы. Инвесторға инженер инфраструктураһын булдырыуға сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау формаһында ярҙам күрһәтеләсәк.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.