Иҡтисад
11 Февраль 2022, 06:19

Башҡортостан иҡтисады уңышлы үҫешһен өсөн

Нәсих ХәлисовНәсих Хәлисов
Фото:Нәсих Хәлисов

Кисә илебеҙҙә Дипломатик хеҙмәткәрҙәр көнө билдәләнде. Һөнәри байрамдары алдынан беҙ Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Өфөләге вәкиле Венер Мөхәмәтфәтих улы ҒӘЛИӘКБӘРОВ менән осраштыҡ. Әңгәмәлә һүҙ башлыса республикабыҙҙың тышҡы иҡтисади бәйләнештәре, хеҙмәттәшлек һәм был эштәрҙә вәкиллектең ярҙамы тураһында.

 

– Һөйләшеүҙе вәкиллек, уның нимә менән шөғөлләнеүе, эшмә­кәрлегегеҙҙең төп йүнәлештәре тураһында һорауҙан башлайыҡ.

– Рәсәйҙә вәкиллектәр булдырыу тәжрибәһе бынан 30 самаһы йыл элек башланғайны. Был республикалар һәм өлкәләр сит дәүләттәр менән бәйләнешкә инһен, тышҡы баҙарҙарға сыҡһын һәм ошо йүнәлештә хаталарға юл ҡуйылмаһын, тигән маҡсаттан эшләнгәйне, шуға күрә булды­рылған көндән алып беҙ республика Хөкүмәте, муниципаль бе­рәмектәр, Эске эштәр министр­лығы, Федераль именлек хеҙмәте, таможня органдары һәм башҡа федераль структуралар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Эшмәкәрлектең тағы бер йүнәлеше – консуллыҡ ярҙамы күрһәтеү. Тимәк, дәүләт органдары заявкаһы буйынса төрлө документтар, визалар, паспорттар әҙерләү, республика халҡына консуллыҡ ярҙамы күрһәтеү, тигән һүҙ был.

Шулай ҙа иң мөһим бурысыбыҙ – Башҡортостанға сит дәүләттәр менән сауҙа-иҡтисади, ғилми, мәҙәни һәм башҡа төр бәйлә­нештәр булдырыуҙа ярҙам итеү. Вәкиллек Рәсәй сит ил эштәре министрлығының ҡушыуы буйынса эшләгән үҙаллы федераль структура булып тора. Беҙ Рәсәйҙең сит илдәрҙәге илселектәре, генераль консуллыҡтары менән туранан-тура эшләйбеҙ һәм улар аша республикабыҙҙың, халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен күҙ уңында тотабыҙ.

 

– Был йәһәттән былтырғы йылды нисек үткәрҙегеҙ? Уңышлы булдымы ул? Ана бит, һаман коронавирус пандемияһы ҡотора, ошо сәбәпле иҡтисад зыян күрә...

– 2021 йылда республиканың үҫеше бер нисә мөһим ваҡиғаны һәм тенденцияны үҙ эсенә алды. Илдең иҡтисади үҫешен билдә­ләгән проблемаларға ҡарамаҫтан, 2021 йылда Башҡортостан әүәлгесә Рәсәй субъекттары араһында халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнашыу­сыларҙың береһе булып ҡалды.

Башҡортостан 100-ҙән ашыу сит ил һәм уларҙың субъекттары менән сауҙа-иҡтисади, төбәк-ара, парламент-ара, ғилми, мәҙәни һәм башҡа өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итә. Яңы бәйләнештәр булдырыу һәм халыҡ-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн делегациялар менән алмашыу әүҙем бара.

2021 йылда Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше (10 айҙа) 3,6 миллиард доллар тәшкил итте, был 2020 йылдың ошо уҡ осорондағы күрһәткестән 21,5 про­центҡа күберәк. Йыл йомғаҡтары буйынса республиканың тышҡы сауҙа әйләнеше 4,34 миллиард долларға етәсәк, йәғни 2020 йылғы кимәлгә ҡарата 107,0 процент булыр, тип фаразлайбыҙ.

 

– Башҡортостан ниндәй илдәр менән әүҙем хеҙмәттәшлек итә?

– Республикабыҙҙың тәүге ун партнер-илдәре исемлегенә түбәндәге дәүләттәр ҡарай: Ҡытай, Ҡаҙағстан, Нидерланд, Финляндия, Төркиә, Беларусь, Иран, Үзбәкстан, АҠШ, Латвия. Былтыр Башҡорт­остандың рәсми делегациялары сит илдәргә 17 сәфәр ойошторҙо. Улар араһында Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡаҙағстан, Ҡыр­ғыҙстан, Әрмәнстан, Тажикстан, Үзбәкстан, Сербия, Австрия, Венгрия, Беларусь һәм башҡа дәүләттәр бар. Рәсми сәфәрҙәрҙең өсәүһе Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендә булды (Австрия, Ҡаҙағстан һәм Беларусь).

Шулай уҡ 26 делегацияны ҡабул иттек. Венгрия, Чехия, Австрия, Һиндостан, Ҡырғыҙстан, Беларусь, Вьетнам, Бахрейн, Төркиә, Ҡа­ҙағстан, Үзбәкстан, Никарагуа, Тажикстан, Тунис, йәнә шул иҫәптән 13 дипломатик делегация вә­килдәре килде. Республикаға Европалағы Хәүефһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек ойошмаһының милли аҙсылыҡ эштәре буйынса Юғары комиссары, Австрия Рес­публикаһының, Бахрейн корол­легенең һәм Тунис Республика­һының Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илселәре, Ҡаҙағстан Республикаһының Көнбайыш Ҡаҙағстан өлкәһе аҡымы, шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойош­маһының Технологиялар банкы делегацияһы килде.

 

– Пандемияға ҡарамайынса, халыҡ-ара кимәлдәге саралар ҙа булды, тиһегеҙ. Уларҙы ла барлап үтәйек.

– Халыҡ-ара характерҙағы ваҡиғаларҙан Рәсәй Президенты Владимир Путиндың былтыр августа Әбйәлил районында “Cemex” ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары заводын сафҡа индереүҙә ҡат­нашыуы айырыуса билдәләнә. Предприятиены асыу халыҡ-ара санкциялар шарттарында сит ил инвестицияларын йәлеп итеү йәһәтенән уңышлы проект булараҡ, ә Президенттың Башлығыбыҙ Радий Хәбиров менән осрашыуы төбәккә йылы мөнәсәбәт билдәһе булараҡ баһаланды. Декабрҙә 2022 йылда Австрияның “Lasselsberger” компанияһы менән керамик плитә етештереү буйынса тағы бер завод төҙөү тураһында һөйләшеп килешелде.

Хәтерегеҙҙә булһа, йәй Өфөлә ике ҙур форум – VI Бөтә донъя фольклориадаһы һәм “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) -2021 милли чемпионаты ойошторолдо. Уларҙы үткәреү һөҙөм­тәһендә юғары халыҡ-ара абруй күтәрелде һәм инвестициялар йәлеп итеү мөмкинлеге булдырылды.

Күренеүенсә, 2021 йылда, илдең иҡтисади үҫешендәге пробле­маларға ҡарамаҫтан, Башҡорт­остан, элеккесә, Рәсәй субъекттары араһында тышҡы иҡтисади эш­мәкәрлектә иң әүҙем ҡатнашыу­сыларҙың береһе булып ҡала, Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй. Иҡ­тисади һәм геосәйәси ҡат­марлыҡтарға ҡарамаҫтан, яңы бәйләнештәр булдырылды һәм яйға һалынған халыҡ-ара бәй­ләнештәр үҫеште, делегациялар менән әүҙем алмашыу алып барыла.

 

– Был эшмәкәрлектә вәкиллек ниндәй булышлыҡ күрһәтә?

– Әлбиттә, вәкиллек сит ил партнерҙары менән төбәк-ара бәйләнештәрҙе үҫтереү буйынса етди ярҙам күрһәтте. Беҙ Баш­ҡортостан етәкселеге, төбәк власть органдары, республика ҡалалары һәм райондары муниципалитеттары, экспортлаусы предприятиелар менән әүҙем хеҙмәттәшлек иттек.

Вәкиллек хеҙмәткәрҙәре сит илдәр менән сауҙа-иҡтисади, фән­ни-техник һәм мәҙәни хеҙмәт­тәшлек буйынса ведомство-ара эшсе төркөмдөң эшендә, төбәктә халыҡ-ара саралар үткәреү буйынса ойоштороу комитеттарында даими ҡатнашты, Башҡортостан Республикаһына рәсми кешеләр­ҙең һәм сит илдәр делега­цияларының сәфәрҙәрен әҙерләүҙә һәм уҙғарыуҙа төбәк властарына мәғлүмәти һәм протокол ярҙамы күрһәтте. Быларҙың барыһы ла 2021 йылда Башҡорт­остандың халыҡ-ара хеҙмәттәшлек өлкәһендә уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшеүенә булышлыҡ итте.

Вәкиллек мәғлүмәт-аңлатыу эшенә лә айырыуса иғтибар бүлә. Уның маҡсаты – Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы эшмәкәр­леген һәм тышҡы сәйәсәт өлкәһендәге төп мәсьәләләрҙе республиканың киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә яҡтыртыу. Киң мәғлүмәт саралары һәм эксперттар берләшмәһе менән бәйләнештәр булдырылды, территориаль органдың компетенцияһы мәсьәләләре буйынса аңлатыу эштәре алып барылды.

Вәкиллек республиканың тышҡы иҡтисади, гуманитар һәм башҡа бәйләнештәрен мәғлүмәти оҙа­тыуҙы яҡшыртыу, сит илдәр һәм уларҙың төбәктәре менән хеҙмәт­тәшлекте үҫтереү маҡсатында “һанлы дипломатия”ны алға ебәреү буйынса даими эш алып бара. Беҙҙең Twitter, ВКонтакте һәм Facebook социаль селтәрҙәрендә төркөмдәребеҙ бар, унда ла әүҙем эш алып барабыҙ. Халыҡ ҡайҙа, беҙ ҙә шунда булырға, уларға уңайлы юлдар менән мәғлүмәт еткерергә тырышабыҙ.

 

– Әле Өфөлә ниндәй ил­дәрҙең дипломатик учреждениелары бар?

– Башҡортостан биләмәһендә Рәсәйҙәге Беларусь Республикаһы Илселегенең Өфөләге бүлексәһе һәм Тажикстан Республикаһының Өфөләге Генераль консуллығы эшләй. Сит ил учреждениелары Башҡортостан, шулай уҡ уларҙың консуллыҡ округына ингән башҡа субъекттар менән сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни-гуманитар хеҙмәт­тәшлекте әүҙем үҫтерә.

Шулай уҡ Өфөлә Болгарияның, Италияның, Ҡаҙағстан һәм Ҡыр­ғыҙстандың почетлы консулдары эшләй. Вәкиллек уларға рес­публиканың власть органдары, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, республика предприятиелары менән үҙ-ара хеҙмәттәшлекте яйға һалыуҙа һәм башҡа мәсьәләләрҙә тейешле ярҙам күрһәтә.

Дөйөм алғанда, 2021 йылда вәкиллектәрҙең эше уңышлы булды, Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы һәм Башҡортос­тандың власть органдары араһында үҙ-ара хеҙмәттәшлек булдырылды, халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр өлкәһендә төбәктең эшмәкәрлегенә кәрәкле ярҙам күрһәтелде һәм Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтенең берҙәмлек принциптарын үтәү тәьмин ителде.

Беҙҙең фекеребеҙсә, Баш­ҡортостандың халыҡ-ара һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәре торошон перспективалы тип баһаларға мөмкин.

 

– Һөнәри байрамығыҙ уңа­йынан коллегаларығыҙға нин­дәй теләктәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

– Һөнәри байрамды Сит ил эштәре министрлығы вәкилдәре генә түгел, илселек, генераль консуллыҡтар, вәкиллек хеҙ­мәткәрҙәре лә билдәләне. Баш­ҡортостандан сыҡҡан күп кенә дипломат бөгөн сит илдәрҙә, Ер шарының төрлө төбәктәрендә эшләй һәм илебеҙҙең тышҡы сәйәси мәнфәғәттәрен лайыҡлы яҡлай. Уларҙың бөтәһенә лә уңышлы эш һәм һаулыҡ теләйем. Илдәребеҙ тыныс булһын!

 

Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА әңгәмәләште.

Читайте нас