

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң Октябрь районында шәхси эшҡыуар Фәнис Батыровтың транспорт компанияһы майҙансығында булды һәм пассажир автобустарының яңыртылған паркын ҡараны, ташыусыларҙың эше менән танышты.
Фәнис Батыров әйтеүенсә, республика етәксеһенең башланғысы менән ойошторолған транспорт реформаһына ярашлы, компания 2021 йылда 45 яңы автобус һатып алған, тағы ла 18-енең килтерелеүе көтөлә. Улар иҫкергән “ПАЗ”иктарҙы алмаштыра. Яңы техника хәҙерге заман хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә һәм “Башҡортостан транспорты” бренды буйынса берҙәм стилдә биҙәлгән.
Радий Хәбиров яңы машиналар партияһының Ford Transit бәләкәй класлы автобустарының мөмкинлектәрен баһаланы. Был автобус 17 ултырғыслы, ә барлығы 25 кешене һыйҙыра ала. Ул автономиялы йылытҡыс, ЭРА-ГЛОНАСС системаһы һәм ҡулаҡсаһыҙ иҫәпләшеү терминалы менән йыһазландырылған.
Республика Башлығы ҡаланың тығыҙ маршруттарында эшләйәсәк ҙур класлы “МАЗ” автобустарын да ҡараны.
– Яңы техника ошо аҙнала уҡ эшләй башлаясаҡ, – тине Фәнис Батыров. – Беҙҙең Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы, ҡала хакимиәте менән раҫлатылған юл картаһына ярашлы, компанияға тағы ла 200 машинаны яңыртаһы бар.
Эшҡыуар әйтеүенсә, коллективта 500 кеше эшләй, уртаса хеҙмәт хаҡы айына 50 мең һумдан 80 мең һумға тиклем тәшкил итә.
Радий Хәбиров йүнселдең иртәнге сәғәт биштән төнгө 12-гә хәтлем эшләгән диспетчер бүлмәһен дә ҡараны. Рейсҡа сығыр алдынан шоферҙар мотлаҡ медицина күҙәтеүе үтә. Майҙансыҡта үҙҙәренең автооҫтаханаһы, машина йыуыу урыны, уҡытыу-күнекмә класы һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн кафеһы бар.
– Батыровтың шәхси предприятиеһы – Өфөлә күптән эшләгән ҙур ташыусы. Транспорт реформаһы сиктәрендә беҙ яңы хеҙмәт стандарттары булдырҙыҡ һәм бөгөн шәхси эшҡыуарҙар ҙа уларға буйһонорға тейеш, – тине Радий Фәрит улы. – Кеше үҙенең компанияһын үҫтереүгә сығымдар түгә икән, тимәк, ул беҙгә ышана. Ә был бик мөһим.
Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республиканың транспорт инфраструктураһы бер нисә йыл элек кенә артта ҡалған хәлдә ине, автобустар паркы масштаблы яңыртыу талап итте. Транспорт реформаһы хәлде яҡшы яҡҡа үҙгәртә башланы.
– Бөгөн беҙ Волга буйы федераль округындағы иң яңы автобус паркына эйә, машиналарҙың уртаса йәше өс-дүрт йыл ғына, – тине ул. – Халыҡтан килгән мөрәжәғәттәрҙә пассажир автобустарының хәрәкәте даими булмауын зарланыу ҡала әле. Был бурысты хәл итеү өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, шул иҫәптән – техник ҡарарҙар һәм мәғлүмәт системаларын индереү юлы менән.
Фото: glavarb.ru