

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы “Аллмат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтен алдынғы социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләрендә эшләгән ойошмалар реестрына индерҙе. Компания Нефтекама ҡалаһында хәүефһеҙ иҙән таҡтаһы етештереү буйынса яңы цех асырға ниәтләнә.
– Компания етештергән иҙән япмаһын лабораторияларҙа, аэропорттарҙа, ҡунаҡханаларҙа, медицина һәм уҡыу йорттарында ҡулланырға мөмкин. Инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн 207 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү планлаштырыла. Йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһендә эш башлаған ойошмалар түбәнәйтелгән һалым ставкаларынан, страховка иғәнәһе ставкаларынан, шулай уҡ башҡа федераль һәм төбәк ташламаларынан ҡуллана ала. Нефтекама биләмәһендә әлегә 16 резидент теркәлгән, – тип аңлатма бирҙе Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры урынбаҫары Екатерина Кликунова.
Инвестиция проекты 2022–2029 йылдарҙа тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Бында 44 кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Нефтекама ҡалаһы эргәһендә йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе 2019 йылдың февралендә булдырылған. Йәмғеһе республикала улар бишәү: Бәләбәй, Күмертау, Благовещен, Нефтекама һәм Белорет.
Мәғлүм булыуынса, бындай эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.